+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
16 Июнь 2023, 10:09

Бөгөн милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына - 269 йыл!

Салауат Юлаев – Ватанын, халҡын һөйгән һәр милләттәшебеҙ өсөн ҡаҡшамаҫ рух, илһөйәрлек символы, ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Халҡыбыҙ күңелендә Салауат рухы, илһөйәрлек мәңге йәшәһен!

Бөгөн милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына - 269 йыл!
Бөгөн милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына - 269 йыл!

Бөгөн милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына - 269 йыл.

Салауат Юлаев – Ватанын, халҡын һөйгән һәр милләттәшебеҙ өсөн ҡаҡшамаҫ рух, илһөйәрлек символы, ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Халҡыбыҙ күңелендә Салауат рухы, илһөйәрлек мәңге йәшәһен!

Бөгөн иһә батырыбыҙҙың биографияһын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.

1754 йылдың 16 июнендә Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Тәкәй ауылында тыуған.

Атаһы Юлай Аҙналин 1765 йылда Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы булып китә һәм үҙенең ғәҙеллеге менән Башҡортостан халҡы араһында ихтирам яулай. Атаһы улы Салауатҡа яҡшы белем һәм тәрбиә бирә, ул төрки һәм рус телдәрендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнгән. Салауат Юлаевтың әсәһе тураһында документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған, ә фольклор сығанаҡтарында уның белемле ҡатын булыуы әйтелә, һәм ҡайһы бер материалдар буйынса уның исеме Аҙнабикә була.

Бөгөн милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына - 269 йыл!
Бөгөн милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына - 269 йыл!
Автор:
Читайте нас: