+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
18 Август 2023, 11:45

Нияз Мәжитовтың тыуыуына - 90 йыл

Бөгөн бөйөк ғалимыбыҙ, Башҡорт ҡоролтайының беренсе рәйесе, тарихсы-ғалим, археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың тыуған көн.

Нияз Мәжитовтың тыуыуына - 90 йыл
Нияз Мәжитовтың тыуыуына - 90 йыл

Нияз Мәжитовҡа - 90 йыл

Бөгөн бөйөк ғалимыбыҙ, Башҡорт ҡоролтайының беренсе рәйесе, тарихсы-ғалим, археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың тыуыуына - 90 йыл.

Ғафури районының Туғай ауылында 1933 йылда доньяға килә. 1951—1956 йылдарҙа А. М. Горький исемендәге Молотов дәүләт университетының (хәҙерге Пермь дәүләт милли тикшеренеү университеты) тарихи-филология факультетының тарих бүлегендә белем ала. Бында археология менән ҡыҙыҡһына башлай. Университетты 1956 йылда тамамлай. БДУ-ла археология, боронғо һәм урта быуат тарихы кафедраһы мөдире булараҡ, доцент вазифаһында археология буйынса лекциялар уҡый. Археологик экспедицияларҙы ойоштора һәм етәкләй. Археология һәм этнография музейын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша.

2011—2014 йылдарҙа үҙе ойошторған «Боронғо Өфө» Республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры урынбаҫары вазифаһын үтәй, уның фәнни етәксеһе була.

Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов 2015 йылдың 11 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булған.

Арҙаҡлы шәхесебеҙҙең рухы шат булһын.

Нияз Мәжитовтың тыуыуына - 90 йыл
Нияз Мәжитовтың тыуыуына - 90 йыл
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: