+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
23 Август 2023, 10:51

Батырҙарын данлай илем!

Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тулыуға арнап,уның тыуған ауылында стела асылды.

Батырҙарын данлай илем!
Батырҙарын данлай илем!

Мәләүез районының Арыҫлан ауылында башҡорт халҡының данлыҡлы батыры  Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тулыуға арналған тантаналы сара уҙҙы.

Милли геройыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү өсөн стела асылыу сараһына Өфөнән, күрше тирә-яҡ райондарҙан, хатта сит ҡитғаларҙан ҡунаҡтар ҡайтҡайны.

Ауыл халҡы был сараға бик ентекле әҙерләнгән. Стела асыу тантанаһынан һуң халыҡ Байбикә яланында тирмәләр, шулай уҡ күргәҙмәләр ҡараны.

“Ант” төркөмө, Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Заһир Иҫәнсурин, Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Ғафаровтың дәртле, моңло йырҙарына, һәүәҫкәр артистарға ҡушылып, халыҡ йырланы, бейене, ҡала мәҙәниәте һарайының “Көнгәк” бейеү ансамбленең дәрте сығыштарын ихлас алҡышланы.

 

Батырҙарын данлай илем!
Батырҙарын данлай илем!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: