3,9 метр бейеклектәге һәйкәл баш ҡаланың Ленин паркындағы ике фонтан араһында Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһы алдында ҡуйыласаҡ.
"Мортаза Рәхимовтың бронза һәйкәле майҙан уртаһында ике баҫҡыслы гранит постаментта урынлаштырыла. Уның артында монументаль ҡоролма, байраҡ ҡуйыла, мансур граниты башҡорт биҙәктәре менән биҙәлә", — тигән аңлатма бирелә һәйкәлдең проектында.
Мемориалды Мәскәү скульпторы, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле авторы Салауат Щербаков эшләр тип көтөлә.