“Ғәли мороно“
Борон аслыҡ йылында беҙҙең ауыл малайҙары Муса менән Ғәли нимә ашарға белмәйенсә, йыуаға барған. Оҙаҡ ҡына эҙләп йөрөгәндән һуң, ниһайәт, улар бер тауҙа йыуа тапҡан. ҡыуаныстарынан нимә эшләргә белмәгәндәр. Әллә нисәмә көн буйы ашамағанлыҡтан, малайҙар бик хәлһеҙ булған. Улар көс-хәл менән тау башына менгән. Шунан йыуа йыя башлағандар. Йыя торғас, Ғәлиҙең хәле бөткән, һыу эскеһе килгән һәм ул ағаһынан һыу һораған. Ә Муса: “Туҡта, тороп тор, әҙерәк кенә йыяйыҡ та, ҡайтҡас та эсерһең”, − тигән. Әҙерәк йөрөгәс, Ғәли: ”Хәлем бөттө, әҙерәк кенә ятып торам”, − тип ятҡан. Муса тоҡсайын тултырып бөткәс, туғаны янына барған. “Әйҙә тор, ҡайттыҡ”, − тип ҡараһа ла, Ғәли урынынан ҡуҙғалмаған. Муса илай-илай тауҙың моронона ҡустыһын күмеп киткән. Шул ваҡыттан һуң ул ерҙе “Ғәли мороно” тип йөрөтә башлағандар.
Ғәзиз АҠБУТИН,
Ибрай урта мәктәбе уҡыусыһы.
Ейәнсура районы