+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
1 Сентябрь 2023, 13:51

Саламай – күп кешегә тарымай!

Ҡурған башҡорттарының аҙығы саламайҙы Рәхилә инәй Ғәлимйәнова оҫта бешерә. Видеола ҡарағыҙ.

Саламай – күп кешегә тарымай!
Саламай – күп кешегә тарымай!

Саламай – күп кешегә тарымай!

Радмир Ғәлимйәнов Өфө ҡалаһының 48-се лицейында 2-се синыфта уҡый. Гел “биш”ле билдәләренә генә өлгәшә. Тел фәндәрен һәм математиканы үҙ итә. Ә иң оҡшағаны “Өмөт” фольклор ансамблендә шөғөлләнеү. Мәктәптең “Өмөт” фольклор ансамбле менән Зәйнәб Биишева ижады буйынса республика конкурсында ҡатнаша. “Кәмһетелгәндәр” романынан өҙөк күрһәтеп, “Өмөт” номинацияһына лайыҡ була. Радмир Бөтә Рәсәй һүрәттәр конкурсы ҡатнашыусыһы ла. “Мультипликатор”, “Алтын тирмә” түңәрәктәренә яратып йөрөй. Буш ваҡыттарында самокат, велосипед, футбол, китаптар уҡыу менән мәшғүл.

Фольклорҙы үҙ итеүсе егет Шишмә районы Алкино ауылында йәшәүсе өләсәһе Рәхилә Ғәлимйәновала йыш ҡунаҡ булырға ярата. Каникулдарында ла күңеле тик бында ашҡына. Дүрт йәшлек Әмир һәм дүрт айлыҡ Батыр исемле ҡустылары, атай-әсәһе менән бергә өләсәйҙә ҡунаҡ булыу рәхәт шул. Шулай булмай ни, өләсәһенең йорто торғаны хазина бит! Күркәм өйөнөң бер бүлмәһен Рәхилә апай музей итеп биҙәгән. “Селтәр” студияһының әүҙем оҫтабикәһе үҙе тыумышы менән Ҡурған башҡорто. Музей итеп яһалған бүлмәһендә тыуған яғына хас кейемдәр, көнкүреш әйберҙәре урын алған. Ата-әсәһенән, олатай-өләсәләренән, ҡайны-ҡәйнәләренән, туғандарынан ҡалған ҡомартҡылар иң ҡәҙере урында тора. Тарихты һаҡлаусы экспонаттар 1800-1900 йылғы.

Башҡорт халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен яҡшы белгән Рәхилә апай ейәндәренә,  яҡындарына һөйләй, күрһәтә, өйрәтә.

Мин барғанда Рәхилә апай балаларға Ҡурған башҡорттарының милли аҙығы саламай бешерергә йөрөй ине. Тәмле ризыҡ еҫтәре хатта урамға таралған. Тәмлекәстән ауыҙ итергә тип, әсәһе менән күрше ҡыҙы – Алкино мәктәбенең 2-се синыф уҡыусыһы Наҙгөл Абдуллина ла килгән.

Өләсәйҙең тилбер ҡулдары саламай бешергәндә Радмир менән Наҙгөл уға йүгереп йөрөп ярҙам итә. Был тәмле ризыҡты балалар, оҫта итеп, тиҙҙән үҙҙәре лә бешерә башлар әле!

Бына саламай әҙер. Сәй табынын Рәхилә апай музей бүлмәһендәге оло һикегә йәйҙе. Был бүлмә борондан килгән ғөрөф-ғәҙәттәргә нигеҙләнеп ҡоролған. Аҫалы балаҫ, һөлгөләр, төрлө япмалар, тирмән, һыу ташый торған батман,  май яҙыу ҡоролмаһы, милли кейемдәге ҡурсаҡ, ҡолға, ҡушъяулыҡтар, күлдәк-алъяпҡыстар... Һәр бер йыһаздың үҙ урыны, тәғәйенләнеше, тарихы бар. Күпереп торған сигеүле түшәк-мендәрҙәр менән биҙәлеп, шаршау менән ҡоролған һике бүлмәгә үҙе бер йәм бирә. Үрҙә сәңгелдәк, урҙала һырылған һөлгөләр  эленгән.

Табын уртаһына әлеге милли ризыҡ – саламай ҡуйылды. Ҡыҙыл эремсек, ҡош теле, бауырһаҡ, ҡыҙыл көртмәле ҡушылған май, ваҡ кәнфит- манпасый – барыһы ла бар.

 Күңелле шыжлаған самауыр тирәләй  һәр кем үҙ урынын алды. Хатта дүрт айлыҡ Батыр ҙа. Өләсәй иң түрҙә, уның янында балалар, килгән ҡунаҡтар. Боронғо йола буйынса.  Килен – Радмирҙәң әсәһе – сәй яһай.

Бына шулай, Ҡурған башҡорттарының боронғо ризығы саламай менән сәй эсеү бәхете миңә лә тәтене.

 

Зөбәржәт Яҡупова.

Саламай – күп кешегә тарымай!
Саламай – күп кешегә тарымай!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: