+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
11 Сентябрь 2023, 12:35

Байрам күңелле үтте!

Халыҡ уйындары, милли кейемдәр, әкиәт - былар барыһы ла “МиллиКей” байрамында булды!

Байрам күңелле үтте!
Байрам күңелле үтте!

Халыҡ уйындары, милли кейемдәр, әкиәт былар барыһы ла “МиллиКей” байрамында булды!

 

Өфөлә «Атайсал» мәҙәни үҙәге (Республика халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт йорто) майҙансығында Милли кейем көнөнә арналған «МиллиКей» исемле балалар өсөн фольклор байрамы үтте.

 

Башҡорт халыҡ әкиәте “Әбйәлил батыр”ҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарағас, балалар күңелле уйындарға күсеп китте.

Тоҡ кейеп һикереү, йомортҡа һалынған ҡалаҡ ҡабып  йүгереү, көршәк ватыу, “Ат эсереү”, “Аҡ тирәк – күк тирәк”, “Йәшерәм яулыҡ” уйындарында барыһы ла шау-гөр килде. “Наза”, “Өс таған”, “Марш” кеүек музыкаль уйындары ла бик дәртле барҙы.

Кейеҙ баҫыу, сигеү, биҙәүестәр эшләү, күндән матур әйберҙәр эшләү һәм халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәренә лә бик теләп ҡушылды балалар.

Балалар сағыу һәм бай мәҙәни-ял программаһында күңелле байрам итте.

Фото: Рәмил Нафиков.

 

 

 

Байрам күңелле үтте!
Байрам күңелле үтте!
Байрам күңелле үтте!
Байрам күңелле үтте!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: