+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
12 Ғинуар , 12:40

Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ

7 февралдә Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан Өфөлә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡаршыһында, уға һәйкәл асыла.

Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ
Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ

7 февралдә Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан Өфөлә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡаршыһында, уға һәйкәл асыла. Монументтың авторы – Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин уҙғарған республика ойоштороу комитеты ултырышында ошо һәм башҡа юбилей сараларына әҙерлек тикшерелде. Был турала Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Шул уҡ көндө, 7 февралдә, баш ҡалабыҙҙа Мортаза Рәхимов йәшәгән һәм эшләгән ике йортта – Энгельс һәм Беренсе май урамдарында мемориаль таҡтаташ асыу планлаштырыла. Республиканың барлыҡ мәктәптәрендә беренсе президенттың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған берҙәм тематик дәрес үткәрелә. Башҡортостан Фәндәр академияһы беренсе президент тураһында биографик энциклопедия әҙерләй. Тәүге экземплярҙары уның 90 йыллығына нәшер ителә. Ә мең китаптан торған тираждың беренсе партияһын 2024 йылдың икенсе кварталында баҫтырып сығарыу күҙаллана.

Мортаза Рәхимовтың тыуған төйәгендә – Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында уның музейы ойошторола. Экспозицияны ауыл китапханаһында асыу планлаштырыла. Бынан тыш, юбилей саралары сиктәрендә уҡыусылар араһында «Рәхимов уҡыуҙары» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы, хоккей буйынса ярыштар һәм башҡа саралар көтөлә.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандың беренсе президенты ҡәберенә сәскә һалыуҙары тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-11/v-respublike-pochtili-pamyat-pervogo-prezidenta-bashkortostana-murtazy-rahimova-3598716

 

«Башинформ» 

Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ
Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ
Автор:Башинформ
Читайте нас: