Бөйөк Ватан һуғышы – үткән быуатта ғына түгел, ғөмүмән, ил тарихында иң тәрән эҙ ҡалдырған ваҡиғаларҙың береһе. 27 миллион ҡорбан алып алып киткән был ҡәһәрле һуғыш! Күпме тормошҡа ашмай ҡалған хыялдар, тыумай ҡалған балалар, ғәриптәр, етемдәр – былар барыһы ла һуғыш касафаты. Ә Бөйөк Еңеү хаҡында уйланғанда беҙ халҡыбыҙҙың шул тиклем дә берҙәм, маҡсатлы, рухи яҡтан көслө һәм тырыш икәненә инанабыҙ.
Ә күпме ижади кешеләр һәләк булған яу яланында. Күпме әҫәрҙәр тыумай, хыялдары тормошҡа ашмай ҡалған бит. Бөйөк Ватан һуғышында ун өс башҡорт яҙыусыһы һәләк була. Уларҙың араһында Бәҙрүш Моҡамай, Төхвәт Морат, Сәғит Мифтахов, Хәй Мөхәмәтйәров, Али Карнай, Мәлих Харис, Низам Ҡәрип, Хөсәйен Ҡунаҡбай, Баязит Дим, Мазһар Абдуллин, Сыңғыҙ Ханов, Ғайса Йосопов һәм башҡа бик күп йәш талантлы шағирҙар бар. Әммә шуныһы ғына күңелгә йылылыҡ бирә: яу яланында батырҙарса һәләк булһалар ҙа, уларҙың әҫәрҙәре беҙҙең күңелдә һаҡлана. Үҙҙәре һәләк булһалар ҙа, йырҙары әле лә сафта!
М.Хәй (Хәй Ғабдрафиҡ улы Мөхәмәтйәров) 1911 йылдың 15 сентябрендә Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Ҡунаҡбай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Һигеҙ йәшенән етем ҡалғас, ул ағаһы тәрбиәһендә үҫә. Белемде үҙ тыуған ауылы Өфөлә ала, Силәбе өлкәһенең Арғаяш кантонында пионерҙар эше менән етәкселек итә. Комсомолдың Башҡортостан өлкә комитеты уны Өфөгә матбуғат эшенә саҡыра. “Ленинсы”, “Йәш коммунар” гәзиттәрендә бер нисә йыл мөхәррир һәм урынбаҫар булып эшләй. Артабан М. Хәй Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Институтты тамамлағандан һуң, Мәскәүҙә тәржемәселәр һәм редакторҙарҙың бер йыллыҡ курсын үтә. Өфө Тел һәм әҙәбиәт ғилми тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән үҙе теләп фронтҡа китә. Был осорҙа ул “Пионер” (“Аманат”) журналының баш мөхәррире булып эшләгән була. 1941 йылдың декабрь айында батыр шағир Көньяҡ фронтта батырҙарса һәләк була.
Башҡорт әҙәбиәтендә беренселәрҙән булып сонет жанрын үҙләштергән әҙип ошо ҡыҫҡа ғына ижад ғүмерендә сағыу-сағыу әҫәрҙәр яҙып өлгөрә. Иң ҡиммәте: ул шиғырҙарында үҙе һымаҡ батыр ил улдарын данлай, илһөйәрлек, тыуған ил алдындағы изге бурыстары тураһында хистәрен һөйләй.
Фронтовик-шағир М. Хәйҙе иҫләгәндә, беҙҙең күҙ алдына һуғыш яланы килеп баҫа. Ә һалдат окопта, яу бер генә минутҡа тынып торған арала, бөкләнеп ултырып яҡындарына хаттар яҙа...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған илемә ҡайтырмын тигән өмөттәре аҡланмай шағирҙың. Батыр яугирға иҫән-һау ҡайтырға насип булмай шул. Ялҡынлы шағир яуҙа батырҙарса башын һала. Уның даны, шиғырҙары моңло-һағышлы йыр булып тыуған еренә ҡайтты. Хәй Мөхәмәтйәровтың ғүмере батырҙарса өҙөлөп ҡалһа ла, ижад емештәре һаман да йәшәй әле!
Ватан Минең Ватаным М.Хәй. 1988 йыл |
Динис ҠУҘАҠАЕВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһының В. Ленин исемендәге 2-се лицей-интернаты уҡыусыһы.