+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Үтәймуллала Мәғариф форумы уҙҙы

Сара июнь айында Ауырғазы районы Талбазы ауылында дауам итәсәк.

Үтәймулла Мәғариф форумы уҙҙы
Үтәймулла Мәғариф форумы уҙҙы

15 майҙа Ауырғазы районы Үтәймулла ауылында шаулап-гөрләп, IY “ТАБЫН–ФЕСТ–24” Табын ырыуы башҡорт йәштәре фестивале сиктәрендә Мәғариф форумы уҙҙы.

Был фестиваль йыл һайын “Табын-фест”тың күсмә вымпелын бер райондан икенсеһенә тапшырып, Табын ырыуҙары йәшәгән бер районда ойошторола килә.

2023 йылда “ТАБЫН–ФЕСТ” Табын ырыуы башҡорт йәштәре фестиваленең күсмә вымпелы һәм эстафетаһы Балтастан Ауырғазыларға тапшырылғайны. Әлеге мәғариф форумы Ауырғазыла барған “ТАБЫН–ФЕСТ”тың беренсе этабы булып тора.

Үтәймулла ауылы халҡы байрамға ентекле әҙерләнгән. Һәр ерҙә тәртип, таҙалыҡ, йәшеллек. Мәҙәниәт йортоноң фойеһында төрлө йүнәлештә күргәҙмәләр ҡуйылған. Үтәймуллалар  үҙҙәренең ырыу тарихын – шәжәрәһен дә эшләгән. Бай йөкмәткеле, экспонаттар менән тулыландырылған тирмәләр һәр кемде ихлас ҡаршылап тора.

Был көндө Мәҙәниәт йортонда ҙур байрам концерты ла ойошторолдо. Ауылдың хөрмәтле, абруйлы өлкән быуын вәкилдәрен, йәш ғаиләләрҙе, өлгөлө хужалыҡтарҙы билдәләп үттеләр.

Ике майҙансыҡта эшләгән спикерҙарҙың фәһемле сығыштары Үтәймулла мәктәбендә дауам итте. «Урал-батыр «башҡорт Гераклы» батырлыҡтары», «Һаулыҡ һаҡлау. Беренсе ярҙам күрһәтеү», РУВИКИ интернет-энциклопедияһының «Тел ирекмәнлеге тәжрибәһенән», «Грант проекттарын эшләү тәртибе һәм конкурстарҙа ҡатнашыу» темалары уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Спикерҙарҙың һәр сығышы интерактив слайд-шоу, видеороликтар ҡарау менән дә ҡыҙыҡлы булды.

Тәжрибәле табип Рита Илһам ҡыҙы Сәлихова үҙенең сығышын практик эш менән бергә алып барҙы. Уҡыусылар “йөрәге туҡтаған” кеше макетына массаж эшләп, яһалма тын алдырырға өйрәнде. Һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған мәғариф форумынан балалар үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәт туплағандыр тигән өмөттә ҡалды ойоштороусылар.

“Төп маҡсаты ватансылыҡ, ата–бабаларыбыҙҙың ғөрөф–ғәҙәттәрен һаҡлау һәм дауам итеү, туған телгә һәм тарихҡа һөйөү тәрбиәләүсе фәһемле булған бындай саралар күберәк ойошторолорға тейеш. Ошо рәүешле беҙ быуындар бәйләнешен тергеҙәбеҙ, ата-бабаларыбыҙҙың рухи байлығын киләсәккә тапшырабыҙ,” –тине Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Табын ырыуы берләшәмәһе Советы рәйесе Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаев.
Сараның икенсе этабы июнь айында Талбазыла үтәсәк. Ауырғазы район һабантуйы “Табын-фест” форматында ойоштороласаҡ. “Табын батыры”, “Табын һылыуҡайы” конкурстарын, спорт ярыштарын, традицион халыҡ уйындарын, байрам концертын, халыҡ кәсепселәре ижад иткән әйберҙәрҙе һәм милли аш-һыу күргәҙмәләрен, шәжәрәләрҙе, һәүәҫкәрҙәр концертын тамаша ҡылырға була бында.

Зөбәржәт ЯҠУПОВА.

Үтәймулла Мәғариф форумы уҙҙы
Үтәймулла Мәғариф форумы уҙҙы
Үтәймулла Мәғариф форумы уҙҙы
Үтәймулла Мәғариф форумы уҙҙы
Үтәймулла Мәғариф форумы уҙҙы
Үтәймулла Мәғариф форумы уҙҙы
Үтәймулла Мәғариф форумы уҙҙы
Үтәймулла Мәғариф форумы уҙҙы
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: