Әҙиптең бишеген һаҡлаған музей
Мәләүездәр данлыҡлы яҡташын һәр саҡ иҫтәрендә тота. Динис Мөҙәрис улы Бүләков иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән ул уҡыған Арыҫлан урта мәктәбенә, ҡаланың яңы урамдарының береһенә, Арыҫлан һәм Смаҡ ауылының бер урамына, Нөгөш һыу һаҡлағысында йөҙгән катерға Динис Бүләков исемен бирҙе. Ә 1996 йылдың 18 майында Смаҡ ауылында Динис Бүләков музейы асылды. Ҡатыны Рәйлә апай Бүләкова яҙыусының әйберҙәрен, ҡулъяҙмаларын бүләк итте. Музейҙа 500 артыҡ экспонат. Динис Бүләковтың ижадына, тормошона ҡағышлы бик күп материал тупланған бында.
Яҙыусының китаптарын, документтарын, кейемдәрен, эш өҫтәлен, креслоһын күрергә була. Хатта Динис Бүләковтың иң ҙур ҡомартҡыһы булып — сәңгелдәге лә һаҡлана. Әҙиптең әсәһе Нәғимә апай буласаҡ яҙыусыны йырлай-йырлай тирбәткән бишек ул!
Ауылдаштары һөйләүенсә, бишек бик тылсымлы ла икән. Арыҫлан ауылында бер ғаиләлә балалары тыуғас та вафат булып торған. Нәғимә апай, “бишегем барыбер тик тора, алығыҙ, ярҙамы тейер, ырымлы ул, - тип Бәләкәй Динис бәүелгән бишекте йәш ғаиләгә биргән. Ысынлап та, был ваҡиғанан һуң, әлеге атай менән әсәйҙең алты балаһы доньяға килгән. Барыһы ла иҫән-һау тыуып, нәҡ ошо бишектә бәүелеп, сәләмәт үҫкәндәр.
Музейҙа шулай уҡ ата-бабаларҙан ҡалған боронғо ҡомартҡылар ҙа байтаҡ (ҡул тирмәне, ҡолға (1897 йылғы), тәпән, батман, еҙ самауыр, батмус һ.б.). Был әйберҙәрҙе “Нөгөш” колхозының оло быуын кешеләре иҫтәлек итеп тапшырған.
Арҙаҡлы шағир Рәми Ғариповтың улы рәссам Азамат Ғарипов, эшләгән яҙыусының портреты музейға ингән һәр кемде сәләмләп ҡаршылай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы оло шәхес Динис Бүләков 51 йыл ғына ғүмер кисерә. Ләкин яҙыусыны яҡташтары онотмай. Йыл һайын уҡыуҙа, спортта алдынғылыҡты бирмәгән уҡыусыларға Динис Бүләков исемендәге премия тапшырыла. Яҙыусының әҫәрҙәре буйынса һүрәттәр, шиғырҙар конкурстары, район кимәлендә фәнни-ғилми ғәмәли конференция үтә.
“Хәтер” кисәһе, “Тыуған көнөң менән, Динис ағай!”, “Мөғжизәләр яланы”, “Аҡыллы баштар” викториналары, әҙәби кисәләр ойошторола.
Кинйәбикә Юлмөхмәтова,
Мәләүез районы Арыҫлан ауылындағы Динис Бүләковтың музейы мөдире.