+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
29 Июль , 11:44

ЙӘЙГЕ КАНИКУЛДАР ФАЙҘАЛЫ ҮТӘ!

Хәйерле көн барығыҙға ла! Йәйҙәрегеҙ нисек үтә? Ял итеү шәпме?https://vk.com/rliduvan телестудияһы йәш хәбәрселәре каникулда ла тик ятмай. "Аманат" журналына, "Тамыр" телеканалының "Тау-тау хәбәр" тапшырыуы өсөн сюжет эшләй хәбәрселәр. https://vk.com/rliduvan?z=video186925702_456240687%2Ff0b3817945e

ЙӘЙГЕ КАНИКУЛДАР ФАЙҘАЛЫ ҮТӘ!
ЙӘЙГЕ КАНИКУЛДАР ФАЙҘАЛЫ ҮТӘ!

ЙӘЙГЕ КАНИКУЛДАР ФАЙҘАЛЫ ҮТҺЕН!
Хәйерле көн барығыҙға ла! Йәйҙәрегеҙ нисек үтә? Ял итеү шәпме?

Ә бына  беҙҙең мәктәп телестудияһы йәш хәбәрселәре каникулда ла тик ятмай.
Эрик Саҙыҡов һәм Илзат Сәйфетдинов Салауат районы Яхъя ауылына барып, "Аманат" журналы, "Тамыр" телеканалының "Тау-тау хәбәр" тапшырыуы өсөн сюжет эшләне.

Яхъя ауылында тыуып үҫкән, ошонда ғүмер буйы көн иткән Юридә апай  Ғибәҙуллина ауылы, тау, йылғалары тураһында матур тарих һөйләне.

Рәсәй империяһы фотографы, химик, Дмитрий Иванович Менделеевтың уҡыусыһы, уйлап табыусы, нәшриәтсе, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, Император Рус географик йәмғиәте ағзаһы, Император Рус техник һәм Рус фотография йәмғиәттәре ағзаһы
Прокудин-Горский Сергей Михайловичтың
Яхъя ауылында төшөргән төҫлө фото эштәре тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе.

Әйткәндәй, Сергей Михайлович
Рәсәйҙә төҫлө фотография пионеры, «Рәсәй империяһының күренекле урындары коллекцияһы»н ойоштороусы,
фотография һәм кинематография үҫешенә тос өлөш индергән шәхес.

Ерем, телем тип янған, Салауат рухлы   Юридә Ҡарам ҡыҙына барыбыҙ ҙа һоҡландыҡ.

Ул матур итеп халыҡ йырҙарын башҡара, шиғырҙар яҙа, ейән-ейәнсәрҙәренә яҡшы тәрбиә бирә.

Ә теле уның  ниндәй бай, беҙҙең яҡтағыса тәмде итеп һөйҙәшә!😍
Тыуған еренең үҙе лә бер хазинаһы бит ул.

Командабыҙ исеменән сюжет төшөрөүҙә ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн Сәйфетдинова Ализа Атлир ҡыҙына, Ишмөхәмәтова Розалия Рафиҡ ҡыҙына, Ғибәҙуллина
Юридә Ҡарам ҡыҙы һәм уның ғаиләһенә  ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

https://vk.com/rliduvan?z=video186925702_456240687%2Ff0b3817945ea612503%2Fpl_wall_-80238442

ЙӘЙГЕ КАНИКУЛДАР ФАЙҘАЛЫ ҮТӘ!
ЙӘЙГЕ КАНИКУЛДАР ФАЙҘАЛЫ ҮТӘ!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: