+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
29 Август , 10:42

Башҡортостанда йөҙ башы Алаҡай Туҡтаровтың һәм Ҡаңлы ырыуы башҡорттарының хәтере мәңгеләштерелде

Башҡортостандың Бүздәк районында яңы һәйкәл асыу тантанаһы уҙҙы. Элекке Яңы Боғаҙы ауылы эргәһендә Алаҡай Туҡтаровҡа һәм уның тоҡомдары – Ҡаңлы ырыуы башҡорттарына бағышланған хәтер ташы барлыҡҡа килде. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре Алаҡаевтар хөрмәтенә мемориаль таҡтаташтар ҡуйылды.

Митингта тарихсы һәм журналист Салауат Хәмиҙуллин, Ырымбур казак ғәскәренең башҡорт-мишәр бүлеге атаманы, тыуған яҡты өйрәнеүсе һәм тәржемәсе Альберт Исмаил, шулай уҡ Алаҡай Туҡтаровтың тоҡомдары һәм уларҙың ғаиләләре ҡатнашты. Улар ташландыҡ зыяратты тәртипкә килтереп, ике таш урынлаштырҙы.

Башҡорт йөҙ башы Алаҡай Туҡтаров хәҙерге Бүздәк районының мөһим өлөшө булып торған Ҡаңлы волосы тормошонда әүҙем ҡатнашҡан. Уның ҡултамғаһын һәм тамғаһын Ҡаңлы башҡорттары еренә индереү тураһында күп кенә документтарҙа күрергә мөмкин. Алаҡай Туҡтаров улы Иҡсан Алаҡаев менән Торузин ауылында (хәҙерге Бүздәк) йәшәгән. Улар менән бергә бында Сыртлановтар, Кинйәкәевтәр һәм Бүздәк Ишембәтов көн иткән, артабан ауыл уның исемен йөрөтә башлаған. Уларҙың барыһы ла хәҙерге Бүздәк ауылына нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә. XIX быуат аҙағында уларҙың балалары Яңы Боғаҙыға нигеҙ һалып, 1937 йылға тиклем шунда йәшәгән.

Ҙур ташта Алаҡаевтар тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бар. Бәләкәйерәк ташҡа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Алаҡаевтар хаҡында яҙылған.

– Был иҫтәлекле билдә барыһына ла Алаҡаевтар нәҫеленең үҙ-үҙен аямауы, хәрби бурысына тоғролоғо һәм ҡыйыулығы тураһында иҫкә төшөрөп, ысын илһөйәрлек өлгөһө булып торор. Мемориаль таҡтаташ эргәһенән үткәндә кешеләр яҡындарын – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы иҫкә алыр, сөнки һәр ғаиләнең үҙенең геройы бар, – тип билдәләне Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Игдиев.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-08-28/v-bashkirii-uvekovechili-pamyat-sotnika-alakaya-tohtarova-i-bashkir-roda-kangly-3901373

Автор:Ләйлә Аралбаева

Фото:Бүздәк районы хакимиәтенең социаль селтәрҙәре

Башҡортостанда йөҙ башы Алаҡай Туҡтаровтың һәм Ҡаңлы ырыуы башҡорттарының хәтере мәңгеләштерелде
Башҡортостанда йөҙ башы Алаҡай Туҡтаровтың һәм Ҡаңлы ырыуы башҡорттарының хәтере мәңгеләштерелде
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: