+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
2 Сентябрь , 12:20

Тарих дәресе: Ҡош сөйөп һунар итеүсе башҡорттар Мәскәүҙә

“Император Александр II-гә башҡорттарҙың ыласын менән һунар итеп күрһәтеүе” тигән ошо картинаның тарихын беләһегеҙме? Белмәһәгеҙ, уҡығыҙ.

Тарих  дәресе: Ҡош сөйөп һунар итеүсе башҡорттар Мәскәүҙә
Тарих дәресе: Ҡош сөйөп һунар итеүсе башҡорттар Мәскәүҙә

1856 йылда 25 йәшлек зауряд-яҫауыл Фәхретдин Өмөтбаев (Ибраһим ауылы Өмөтбаевтарынан, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың ҡустыһы) етәкселегендәге башҡорттар делегацияһы Мәскәүгә император Александр II-гә таж кейҙереү тантанаһына бара. Башҡорттарҙың ыласын менән һунар итеүҙе күрһәтеүе ошо тантананың бер өлөшө булып тора. Александр II үҙе Ырымбур һәм Һамар  генерал-губернаторы В.А. Перовскийға башҡорттоң ҡош сөйөп януар аулау шөғөлөн коронацияға әҙерләргә ҡушҡан була.

Мәскәүгә алып барыу өсөн тиҙ арала ауға өйрәтелгән ике бөркөт, ике шоңҡар, ике ыласын, ике ҡарсыға табыла. Ун һунарсыға бер иштән яҡшы кейем тегелә, ҡиммәтле ҡылыс бирелә.

Император һунар күренешен бик оҡшата, ул Фәхретдин Ишмөхәмәт улына гәүһәр һәм зөбәржәт ҡашлы  йөҙөк бүләк итә. Башҡорттарға һәр береһенә көмөш 50-шәр һум таратыла, заманы өсөн был ҙур ғына аҡса була.

 “Судеб связующая нить. Краеведческий альманах” тигән китапта Башҡортостан ғалимы Р. Рәхимовтың әлеге тарихи ваҡиға тураһында мәҡәләһе баҫыла. Бына шунан бер өҙөк:

“Послов иностранных держав видевших королевские и иные охоты, вероятно, было трудно, чем-либо удивить. Однако то, что они увидели 6 сентября 1856 года, было невиданным для них зрелищем. На их глазах появившаяся верхом башкирская команда охотников с ловчими птицами за считанное время затравила беркутом лисицу, а ястребами двух зайцев. Весь процесс охоты представлял собой загон через кустарник и мелкий лес животных на чистое поле, после чего охотники, ловчих птиц сидевших на руке запустили в небо. Выпущенные птицы, сверху увидев бегущих животных, камнем падали на них захватывали их своими когтями и возвращались к хозяину-охотнику. 14 сентября охота с ловчими птицами проводилась уже в присутствии самого императора, наследника Цесаревича, великих князей и иностранных послов. Запущенные башкирами беркут затравил лисицу, а ястребы четырех зайцев. Как сообщал свидетель этой охоты обер-егермейстер граф П.К. Ферзен: «Его Императорское Величество охотою сею остался весьма доволен». Скорее всего, именно по его приказанию охота башкир с ловчими птицами стала сюжетом для художественного полотна, которое сохранило для потомков картину этого необычного зрелища”.

Коронация ваҡытында рәссам Михаил Зичи “Император Александр II алдында башҡорт ыласын һунары натуранан” тигән картинаһын төшөрә.

Франц Рубо тигән рәссам һунар күренешен буяуҙар менән мәңгеләштерә. Әммә ул үҙе был мәшһүр күренештең шаһиты булмай, ни өсөн тигәндә, шул 1856 йылда ул тыуған ғына. Франц Алексеевич Рубо – француз сығышлы рус рәссамы, баталист. Коронациялағы һунар картинаһын ул Михаил Зичи әҫәре буйынса төшөргәндер, сөнки сағыштырһаң, уларҙың оҡшашлығы күренеп тора.

Башҡорттарҙың ҡошло һунарын һүрәтләгән Рубо әҫәре 1911 йылда Н.И. Кутеповтың  «Великокняжеская, царская и императорская охота на Руси» китабының 4-се томында сыға.

 

Тарих  дәресе: Ҡош сөйөп һунар итеүсе башҡорттар Мәскәүҙә
Тарих  дәресе: Ҡош сөйөп һунар итеүсе башҡорттар Мәскәүҙә
Тарих дәресе: Ҡош сөйөп һунар итеүсе башҡорттар Мәскәүҙә
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: