+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
20 Сентябрь , 14:35

Өләсәйҙәр – мәшһүр Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың ауылында

“Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәгенең “Өләсәйҙәр мәктәбе”ндә ҡатнашыусылар ейән-ейәнсәрҙәренә телде өйрәтеү, йола-ғәҙәттәребеҙҙе белдереү өсөн тырыша. Әбейҙәр сыуағының йәмле бер көнөндә “Өләсәйҙәр мәктәбе” ағзалары тағы юлға сыҡты. Сәфәр тураһында Зөлфиә Ғәбитованан да шәберәк һөйләп булмаҫ. Бына уның хисле, һоҡланыулы посынан өҙөктәр: “Күле лә булды, ҡыры ла булды, аҡҡоштар ҙа күрҙем, балыҡтар ҙа ҡарпыны, самауыр ҙа боҫраны! 

Өләсәйҙәр – мәшһүр Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың ауылында
Өләсәйҙәр – мәшһүр Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың ауылында

Бер тыныс ҡына йәшәп ятҡан ауылға барҙыҡ. Өйҙәре матур, урамдары таҙа. Күл кәртәгә терәлеп ята. Ауыл араһында ла аҫтан шишмәләре бызмырлап сыҡҡаны күренеп ятҡан ҡамышлы һыуҙар бар. Хатта әкиәттәгеләй ике аҡҡош та төшөрөп ҡуйғандар. Улары, беҙ ысын инек ул, тигәндәй, аҙаҡ ҙур күл өҫтөнән осоп үтте. Тыныс күлдең ситендә – 30-40 аҙым һайын тиерлек сынйырланған кәмәләр. Һыуҙа бәүелеп тормай, ярҙағы күпереп үҫкән үләнгә баштарын һалып, йоҡоға талғандар. Машиналар осрай. Балыҡсылары иҫе китеп ҡалҡыуысҡа текәлгән. Эргәләренә барып етеп, әле береһенең, әле икенсеһенең елкәһе аша ҡармағына тотонһаң да, ҡымшанмайҙар. Өсәр ултырһалар ҙа, һөйләшмәйҙәр, кем килә тип баш бормайҙар...

Һуҡмаҡ аша ғына бакуйҙарҙы йыйып ташып йөрөйҙәр... Ҡыйғаҡ ҡына ҡурпы үләне күпереп үҫкән. Бесәнселәр ҙә тауышһыҙ...

Баҡалар ҙа ишетелмәне. Яр ситендә һирәк кенә суғыртмаҡ тәнле тирәктәр. Бейек уҫаҡ һорғолт шәлен, беҙ килеүгә яурынынан алып,  яр ситенә түшәгән.

Ҡырмыҫҡалы районындағы Ибраһим ауылы булыр ул!

Үҙенсәлекле генә һәйкәл (авторы – ауылындағы ата-әсәһенең йөҙҙәрен эшләгән Рәмил Ғәлиев). Тирә-яғы таҙа, тәрбиәле.

Юл ситендә генә мәсет... Ике аҙым төптәрәк беҙ төбәп килгән бөйөк Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейы! Бөйөк тием... Ошоға тиклем белә инем бер билдәле мәғрифәтсе булғанын. Музейҙа булып сыҡҡанда инде эстән йөрәк тулауына сыҙамай ғорурланып түш күгәргән, күҙҙәр өмөтлө йылтыраған. Беҙҙең "Өләсәйҙәр мәктәбе" ойошмаһы рәйесе Бикбаева Тәнзилә Яҡуп ҡыҙының ауылдаштары уны һәм төркөмдәштәрен бына шулай ҙур ҡунаҡтар итеп  ҡаршы алды! Мин – ойошма ағзаһы)) Өләсәй! Ә ошоға тиклем Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев тураһында бик аҙ белгән өләсәй инем! 

Музей ялтлап тора! Күңелгә шундай йылы! Һәр нәмәһе яҡын, үҙебеҙҙеке... Оятыраҡ булһа ла, ҡайһы бер нәмәләрен тотоп ҡарамай булдыра алманым. Биҙәлеше бик матур! Стеналағы һүрәттәр бүлмәне икенсе быуатҡа алып китә алғанына шаһит булдыҡ! Рәссамына дан!

Беҙгә экскурсия үткәргән элекке мөдире Зифа Ибраһимоваға, әлеге мөдире Рима Ғәзизоваға, ғилми хеҙмәткәре Юлиә Аслаеваға, йыр-моң менән күңелдәрҙе күтәргән Сажиҙә Әхмәҙиеваға, Рәғиҙә Дәүләтбаеваға мең рәхмәтлебеҙ! Ҡаймаҡлы ҡорот, ҡоймаҡ-бәлештәр, баян һәм ауыл йырҙары менән сәй эсеү йәнде иретһә, оҙатҡанда йырлаған йырҙары Өмөтбаев һүҙҙәренә яҙылғаны... Хәтергә уйылды: "Беҙҙе Йомран иле тиҙәр".

Кешеләре иҫ киткес! Алсаҡ, уйынсы-мәрәкәселдәр. Аҡыллы баҫалҡылар. Ошо ысын башҡорт ҡатындары араһында  ике туған апайымдың ҡыҙы Юлиә һеңлем эшләп йөрөүенә ихлас ҡыуандым. Тәүге тапҡыр күрештек. Шулай ҙа була икән))  Аллаға шөкөр, туғандарым күп һәм күркәм! Ҡунаҡҡа саҡырып ҡалды! Барабыҙ, Алла бирһә! Күл буйына ғашиҡ булып ҡайттыҡ бит!

Йәйҙе күрҙем! Күркәм кешеләр менән аралаштым! Ял иттем! Күңел бушаттым. Көс һәм дәрт алып ҡайттым! Онота яҙғанмын. Ғүмере күрмәгән "богомол"* тигән бөжәк тә бар ине бит әле! Шул тиклем үләнгә оҡшаған. Уныһы "әле күрер нәмәләрең күп әле" тип ишаралағандай тойолдо.

Кисәге көнгә, кисәге көнөмдә энә осондай ҡатнашлығы булған һәр кемгә ҙур рәхмәт! Иң ҙур рәхмәтте шулай ҙа бупылдап булһа ла алып барған, аҙаҡ үҙе лә бик риза булып арып ҡайтҡан Самат олатайға әйтмәй булмай! Руль артында ҡыуманы ла, өҫтәүенә сәй ҡайнатып һыйланы, унан ҡала күп фотолар уныҡы! Ә мин бары йәйҙе оҙаттым!

 Зөлфиә ҒӘБИТОВА.

*богомол – суфый сиңерткә.

Өләсәйҙәр – мәшһүр Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың ауылында
Өләсәйҙәр – мәшһүр Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың ауылында
Өләсәйҙәр – мәшһүр Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың ауылында
Өләсәйҙәр – мәшһүр Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың ауылында
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: