Тормошо һәм эшмәкәрлеге
Шәһит Хоҙайбирҙин 1896 йылдың 9 октябрендә Бесәнсе ауылында (хәҙерге Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин ауылы) тыуған. Ауылында рус-башҡорт мәхәллә мәктәбен тамамлғас, Шәһит 1909 йылда Ырымбурҙағы “Хөсәйениә” мәҙрәсәһенә китә. Ләкин 1914 йылда режимға ҡаршы өгөт-нәсихәте өсөн шәкертлектән ҡыуыла.
1914 йылда Беренсе донъя һуғышы башлана. Шәһитте батша ғәскәренә алалар. Ҡыҫҡа ғына фельдшерлыҡ курсын тамамлатып, фельдшер итеп фронтҡа ебәрәләр. Күп алыштарҙа ҡатнаша ул. Австрия фронтында ҡаты яраланып, 1916 йылда Өфөгә ҡайта. Февраль революцияһы башланғанда Шәһит Хоҙайбирҙин Өфөлә 144-се запастағы уҡсы полкы һалдаты була. Революция хәрәкәтенә ҡушыла.
1917 йылда Өфө мосолман хәрби советы ойошторолоп, Шәһит уның гәзитенең мөхәрририәт ағзаһы һәм хәбәрсеһе булып китә.
Тынғыһыҙ йылдар һәм хәрби юлдар дауам итә. 1919 йылда ул Эшсе һәм Крәҫтиәндәр Ҡыҙыл армияһы составында Петропавловскиға тиклем барып етә.
Өфөгә ҡайтҡас, дәүләт һәм партия эшенә күсә. Бөрйән-Түңгәүер кантон башҡармаһына һәм РКП(б)-ның канткомына етәкселек итә. 1920 йылда РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты Президиумына һайлана, БашЦИК ағзаһы ителә. “Башҡортостан” гәзитенең мөхәрририәт ағзаһы була.
РКП(б)-ның X һәм XI съездарында делегат була. Х съезд делегаттары Кронштадт фетнәһен баҫтырыуҙа ҡатнаша, улар араһында Шәһит Әхмәт улы ла була. Яралана. Ҡыйыулығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.
1921–1924 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе, РКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә комитеты сәйәси (беренсе) секретары, ер эштәре наркомы урынбаҫары, БАССР эске эштәр халыҡ комиссариаты етәксеһе була. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле нормаларын эшләү һәм дәүләт теле булараҡ ҡулланыуға индереүгә етәкселек итә.
1924 йылдың ноябрендә Мәскәүгә кәңәшмәгә барғанында яралары ялҡынһынып, хәле ҡапыл насарлана. Уны Мәскәү университеты клиникаһына һалалар, операцияға әҙерләйҙәр, әммә ҡотҡара алмайҙар. Ялҡынлы Шәһит Хоҙайбирҙин 1914 йылдың 21 декабрендә вафат була.
Шәһит Хоҙайбирҙин әҙәби әҫәрҙәр ҙә ҡалдыра. Гәзиттәрҙә уның 30-лаған хикәйәһе, шиғырҙары, публицистик мәҡәләләре, очерктары, мемуарҙары донъя күрә. Башҡорт, Башҡорт улы, Шәһит, Хоҙай тигән псевдонимдар ҡуллана.
Шәһит Хоҙайбирҙиндың ҡәбере В.И. Ленин паркында урынлашҡан.
Өфөләге Матбуғат йорто алдына ҡуйылған һәйкәлде скульпторҙар Т. П. Нечаева, Б. Д. Фузеев, архитектор Ф. И. Рехмуков эшләгән. Һәйкәл 1981 йылдың 4 декабрендә асылды. Стәрлетамаҡта ла Хоҙайбирҙинға һәйкәл ҡуйылған. Республикала уның исемендәге урамдар, китапхана, завод һ.б. бар.
2025 йылдың 2 мартында элекке Бәләкәй Успенский (шунан Сиркәү, Ҡыҙыл тигән атамалары ла була) урамына Хоҙайбирҙин исеме бирелә. Өфөлә Яңы Күпер урамында Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы бар. Был өйҙә оҙаҡ йылдар уның ҡыҙы балерина Тамара Хоҙайбирҙина йәшәй (1923–1998).