Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә Өфөнән утыҙ километр алыҫлыҡта ятҡан Шишмә районының Келәш ауылында донъяға килә. Атаһы Сафа Кәримов бик уҡымышлы, дини кеше була. Шәриғәт закондарына ярашлы, ул заманда ирҙәргә бер нисә ҡатын алырға рөхсәт ителгән була. Мостафаның атаһы ике ҡатынлы булып, ғаиләлә ун ике бала тәрбиәләнә. Балалар бәләкәйҙән ата-әсәһенә һәм бер-береһенә ярҙамлашып, тырыш һәм егәрле булып үҫә.
Үҙенең итәгенә йәбештереп кенә үҫтергән оло инәһен – Миңлеямалды – кескәй Мостафа тәүҙә үҙ әсәһе тип уйлап йөрөй. Оло инәһенә, йәғни көндәшенә хөрмәт менән ҡараған үҙенең әсәһенең, кесе инәһенең улы булыуын үҫә төшкәс аңлап ала ул.
Мостафа беренсе синыфҡа өс мәртәбә уҡырға килә. Иң беренсе, 1926 йылда барғанында, беренсе синыфта уҡырға теләүселәр Мостафанан башҡа бөтөнләй булмай. Икенсе йылына яңынан мәктәпкә килә һәм йыл ярым ғына уҡып ҡала. Өсөнсөгә, ул мәктәпкә 11 йәшендә бара. Бер юлы бер синыфта төрлө йәштәге балалар уҡый. Мостафа менән бергә унан биш йәшкә өлкән ике туған ағаһы ла, алты йәшлек кеск әй һеңлеһе Сәлисә лә, бер парта артында ултырып, белем ала.
Мостай Кәрим 1935 йылда үҙ ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте уңышлы тамамлай. Ун алты йәшлек улын атаһы Өфө педагогия рабфагына уҡырға алып килә. 1937–1941 йылдарҙа ул Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты булып китә.
1938 йылдың август айы. “Пионер” журналы яңыраҡ (1929 йылдан) сыға башлаған осор. “Пионер”ҙың баш мөхәррире булып Вәли Нафиҡов эшләй. Йәйҙең йәмле бер көнөндә тел һәм әҙәбиәт факультеты студентын, тәүләп ҡәләмгә тотонған йәш яҙыусыны мөхәррир “Пионер” журналы редакцияһына эшкә ала. Иртән – университетҡа уҡырға, ә төштән һуң эшкә йүгергән студент шулай тәүге хеҙмәт юлын башлап ебәрә.
Нәҡ “Пионер”ҙа йәш ижадсы Мостафа Кәримов, ҡәләмен шымартып, ең һыҙғанып ижади мөхиткә сума. Яҙышыуҙан тыш, әҙипте тәржемә серҙәренә лә өйрәтә “Пионер” журналы.
Ул замандарҙа әлеге кеүек интернет селтәре, китап байлығы юҡ. Башҡорт әҙәбиәтендә балалар өсөн әҫәрҙәр күләм яғынан самалы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уҡыусыны урыҫ әҙәбиәте һәм башҡа әҙәбиәт өлгөләре менән даими таныштырып, классик әҙәбиәттән А. С. Пушкин, Т. Г. Шевченко әҫәрҙәрен “Пионер” журналы йыш баҫтырып сығарған.
Журналда эшләгән осоронда бик игелекле, иғтибарлы кешеләргә юлыға әҙип: Баязит Бикбай, Ғәлимов Сәләм, Ғайнан Әмири кеүек мәшһүр яҙыусылар тәүге кәңәшселәре була.
Мостай Кәримдең тәүге китабы ВЛКСМ-дың 20 йыллыҡ юбилейына арналған. Шуға ла уны, яратып: “Шат йәшлек йырсыһы”, “Комсомол йырсыһы” тип йөрөтә башлайҙар. Ун туғыҙ йәшендә Яҙыусылар Союзына алына.
Шулай итеп, Мостай Кәримдең тәүге әҫәрҙәре баҫылған һәм тәүге эш урыны булған “Пионер” журналы йәш әҙиптең мәшһүр классикҡа әйләнеүенең башланғысында ғәйәт ҙур роль уйнай. Был хаҡта Мостафа олатай үҙе, ғүмере буйы иҫләп, “Аманат”ҡа рәхмәтле булып йәшәне.