Ҡәҙерле “Аманат” журналы! Бәләкәй саҡта әсәйебеҙ беҙгә гел “Аманат”, “Акбузат”, журналдарын яҙҙырҙы. Ныҡ һағынып көтөп ала инек, ошондай йыр китабын. Киҫеп алып, тегеп ҡуя инек. Бына бер генә экземпляры ҡалған. Һаҡлайым яҡты бала саҡ истәлеге тип. 1994 йыл. Нурия Ғилмаева. Асҡын районы.