-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
13 Декабрь 2024, 14:51

Асылағы Арыҫлан Мөбәрәков музейына – 30 йыл!

Мөхәббәт тарихы һаҡлаған йәшел ҡашлы көмөш йөҙөк тә һаҡлана был музейҙа. Уның тарихы былай: 

Асылағы Арыҫлан Мөбәрәков музейына – 30 йыл!
Асылағы Арыҫлан Мөбәрәков музейына – 30 йыл!

Асылағы Арыҫлан Мөбәрәков музейына – 30 йыл!
Арыҫлан Мөбәрәков (төп исеме Арыҫлан Мөбәрәк улы Ҡотләхмәтов) 1908 йылдың 15 декабрендә Белорет районы Асы ауылында донъяға килә.
СССР-ҙың театр һәм кино актёры, режиссёр һәм драматург, йәмәғәт эшмәкәре. СССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы. БАССР ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
Арыҫлан Мөбәрәковтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында 1994 йылда уның тыуған ауылында музей асыла. 1997 йылда бөйөк шәхестең музейы алдына бюсы ҡуйыла.
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Асы музейы өс экспозиция залынан тора. Беренсе зал — Асы ауылының тарихына һәм шунда тыуып үҫкән халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың бала сағына арналған. Шулай уҡ Асы шифаханаһы тарихын сағылдырған материалдар ҙа күп тупланған. Әйткәндәй, шифаханала ял итеүселәр музейҙа йыш була, атаҡлы актерҙың биографияһы менән яҡындан таныша.
Икенсе зал Арыҫлан Мөбәрәковтың театраль эшмәкәрлегенә бағышланған. Бында актерҙың төрлө ролдәрҙәге фотоһүрәттәре, ХХ быуаттың 20-се йылдарындағы театр афишалары, күп һанлы документтары, фотоматериалдары, этнография әйберҙәре, Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһынан материалдар һаҡланған. Сәхнә костюмдары, наградалары, шәхси әйберҙәрен күрергә була.
Өсөнсө залда халыҡ артисының ғаиләһенә һәм туғандарына бағышланған материалдар ҡуйылған.
Өс йөҙ экспонатты туплаған музейҙа Арыҫлан Мөбәрәковтың әсәһе тураһында мәғлүмәт юҡ тиерлек. Арыҫланға алты ғына йәш сағында атаһы үлеп китә. Етем ҡалған баланы Сермән балалар йортона ебәрәләр. Бәләкәй Арыҫланды тәрбиәләгән тәрбиәсеһенең, уҡытҡан уҡытыусыһының, балалар йорто директорының да фотоһы һаҡланған был музейҙа. Балала ниндәйҙер һәләт барлығын тойоп ҡала ошо өс шәхес. Малайҙы төрлө сараларға ылыҡтыралар, һәр яҡлап уны үҫтерергә тырышалар. Ә Арыҫлан бәлиғ булғас, уға нисек булһа ла баш ҡалаға – Өфөгә барып эләгергә тәҡдим итәләр. Ул замандарҙа ҡуйы урмандар уратып алған Белоретта Өфөгә барыр юлдар һалынмаған була. Транспорт һымаҡ нәмә бөтөнләй булмай. Сермән балалар йортонда тәрбиәләнгән үҫмерҙе Өфө һынлы баш ҡалаға алып барып урынлаштырыр кешеһе лә булмай. Ололар, уйлашып, ябай ғына юлын таба. Арыҫланға йылғанан ағып барырға ағастан һал эшләйҙәр. Сохарый киптерәләр. Әйберҙәре һалынған тоҡ тотторалар. Ул замандағы иң яҡшы “новигатор” буйынса, юлда нисек барырға тип, Арыҫланды юлға әҙерләйҙәр: “Ун көндән ашыу юл үтәсәкһең. Унда күп кенә кешеләр йөрөр. Яры башында күмәк өйҙәр ултырыр. Бына шул Өфө ҡалаһы булыр. Шунда Театр техникумын тап!”
Әҙме-күпме киптереп биргән сухари менән Өфөгә килеп етеп, ул замандағы Башҡорт дәүләт сәнғәт техникумын (хәҙерге Өфө сәнғәт училищеһы) барып таба. Уңышлы имтихан бирә. Ә имтихан ваҡытында ҡыҙыҡ хәл була. Теге юлға биргән тоғон һаман ҡулынан ысҡындырмай тотоп торған егеткә ҡабул итеү комиссияһы: “Тоғоңдо бер яҡҡа ҡуйып тор!”- тиһәләр, “Бында сохари ҙа һуң!”- тип ҡысҡырып ебәрә. Тоғондағы ризығы – иң ҡәҙерле, берҙән-бер аҙығы була шул уның!
Техникумда уҡыуын уңышлы тамамлағандан һуң Арыҫлан Мөбәрәков армияла хеҙмәт итеп ҡайта. 1935 йылда академия исеме бирелгән Башкорт дәүләт драма театрына эшкә килә һәм ғүмеренең аҙағына тиклем театрҙа актер, режиссер, художество етәксеһе һәм директор булып эшләй.
Бик күп артистар менән спектаклдәрҙә бергә уйнай Арыҫлан Мөбәрәков. Буласаҡ ҡатыны Рәғиҙә Янбулатова менән улар театрҙа осраша. Музейҙа Арыҫлан Мөбәрәковтың шәхси әйберҙәре, театрҙа уйнаған кейемдәре менән бергә ҡатыны Рәғиҙә Янбулатованың йәшел ҡашлы көмөш йөҙөгө лә был музейҙа һаҡлана. Ул ябай йөҙөк булмай. Уның тарихы ҡыҙыҡлы! Ҡашлы йөҙөк ике йәш йөрәктең һөйөү шаһиты була.
1935 йыл. Сәхнәлә “Башҡорт туйы” спектакле бара. Әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтып, Башҡорт академия драма театрында төп ролдәрҙе башҡарып йөрөгән Арыҫлан Мөбәрәков, әлеге спектаклдә Буранбайҙы кәүҙәләндерә. Күмәк сәхнәлә ҡатнашҡан бер төркөм ҡыҙҙар араһында Рәғиҙә Янбулатова ла уйнай. Антракт мәлендә ҡыҙҙың ҡулына ҡағылған ыңғайға көмөш балдағын һыпырып алып, үҙенең сәтәкәй бармағына кейеп ҡуя Арыҫлан Мөбәрәков. Ул арала йәһәтләп, сәхнәгә сығыр саҡ етә. Спектакль барышында мәлен тап килтереп, ҡулындағы йөҙөктө үбеп, һиҙҙермәй генә йөҙөк хужабикәһенә күҙ ҡыҫа. Йөҙөктө күкрәгенә ҡыҫып һөйә, шул рәүешле Рәғиҙә һылыуға мөхәббәтен белдерә. Йәш актриса, оялышынан ни ҡылырға белмәй. Ҡыҙҙар араһына йәшеренә, әммә егет уны ҡарашы менән эҙләп табып, йәнә теге балдаҡты үбә, йөрәк тәңгәленә терәй. Үҙенән 7 йәшкә өлкән талант эйәһе, ғәжәйеп матур актерға ҡыҙҙың да күҙе төшөп йөрөгән була. Хәйер, ул саҡта Арыҫлан Мөбәрәковҡа ғашиҡ булыусылар күп булһа ла егеттең йөрәген тал сыбыҡтай нескә буйлы, сылтырап аҡҡан шишмәләй моңло тауышлы Рәғиҙә генә яулай ала. Ике йәш йөрәктә мөхәббәт уты тоҡана. Улар ғүмерлеккә бергә булырға анттар бирешә. Уртаҡ хыялдар, уртаҡ сәхнә яҙмышы, уртаҡ ижад уларҙы бер бөтөнгә әйләндерә. Тормош башлап ебәрер өсөн кәрәк-яраҡтары, йәшәр урындары булмаһа ла йәштәр үҙҙәренсә комсомол туйы үткәрә. Ҡайҙа ғына барһалар ҙа, ҡайҙа ғына булһалар ҙа, тамашасыларын һоҡландырып, улар гел йәнәшә йөрөй. Уларға бәхетле ғүмер юрайҙар.
1936 йылда уларҙың ҡыҙҙары СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова тыуа. Ә1942 йылда Салауат исемле улдары донъяға килә.
Музейға килеүсе һәр кемде халыҡ артисының тере тауышы һәм сәхнә түрендәге балауыҙҙан ҡойолған образы ҡаршы ала.
Музей директоры Сәлиха Мәүлит ҡыҙы Солтанова ҡырҡ йыл мәктәптә уҡытыусы, завуч булып эшләп, уҡыусыларына география, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәрен өйрәтә. Оло йөрәкле педагог музей эшен дә бик яҡшы ойошторған. Уникаль экпонаттарҙы, һәр фотоһүрәттең тарихын бик матур, ҡыҙыҡлы итеп тасуирлай. Сәлиха Мәүлит ҡыҙы өсөн музейға килгән һәр бала – ҡәҙерле ҡунаҡ. Шуға ла балаларға иғтибар – үҙенә башҡа. Һәр баланың күңеленә юл, уртаҡ тел табып, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә йәлеп итергә тырыша.
2024 йылдың 14 декабрендә Белорет районының Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Асы музейына - 30 йыл! Байрам менән ҡотлап, музейҙан һәр ваҡыт матур тәьҫораттар менән ҡалыуҙарын теләйбеҙ!

 

Асылағы Арыҫлан Мөбәрәков музейына – 30 йыл!
Асылағы Арыҫлан Мөбәрәков музейына – 30 йыл!
Асылағы Арыҫлан Мөбәрәков музейына – 30 йыл!
Асылағы Арыҫлан Мөбәрәков музейына – 30 йыл!
Асылағы Арыҫлан Мөбәрәков музейына – 30 йыл!
Асылағы Арыҫлан Мөбәрәков музейына – 30 йыл!
Асылағы Арыҫлан Мөбәрәков музейына – 30 йыл!
Асылағы Арыҫлан Мөбәрәков музейына – 30 йыл!
Асылағы Арыҫлан Мөбәрәков музейына – 30 йыл!
Асылағы Арыҫлан Мөбәрәков музейына – 30 йыл!
Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: