-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
26 Декабрь 2024, 12:55

Бер быуатлыҡ мәктәп!

Яңырыҡ ҡына декабрь башында Стәрлетамаҡ ҡалаһының В.И. Ленин исемендәге 2-се һанлы лицей-интернаты үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын байрам итте. Республикабыҙҙың беренсе башҡорт мәктәбе булараҡ асылған лицейҙың бай тарихы Өфө ҡалаһында башлана.

Бер быуатлыҡ мәктәп!
Бер быуатлыҡ мәктәп!

Бер быуатлыҡ мәктәп!

Яңырыҡ ҡына декабрь башында Стәрлетамаҡ ҡалаһының В.И. Ленин исемендәге 2-се һанлы лицей-интернаты үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын байрам итте. Республикабыҙҙың беренсе башҡорт мәктәбе булараҡ асылған лицейҙың бай тарихы Өфө ҡалаһында башлана: 1924 йылдың 6-сы ноябрендә етем ҡалған балалар өсөн Ленин исемендәге өлгөлө 2-се баҫҡыс мәктәбе эшләй башлай. Бында Республикабыҙҙың төрлө райондарынан ата-әсәһеҙ ҡалған балалар тәрбиәләнә. 1930 йылда ул Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсә, ә 1999 йылда В. И. Ленин исемендәге 2-се һанлы лицей-интернат исемен ала.
Данлыҡлы мәктәптең юбилейы Стәрлетамаҡ ҡалаһының Башҡорт драма театрында башланды. Был байрамдың сараһына Башҡортостандан ғына тугел, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән сығарылыш уҡыусылары һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылған ине, ә хеҙмәт юлдарын лицейға арнаған хаҡлы ялдағы ветеран уҡытыусылар, тәрбиәселәр байрамдың күрке булды. Кисәнең рәсми өлөшөндә лицей тарихына байҡау яһалды, хеҙмәт емештәрен барлап уҡытыусыларҙы дәүләт һәм ведомство наградалары менән бүләкләү ҙә булды.
Тантананан һуң байрам сараһы лицейҙа дауам итте. Ҡунаҡтар бик күп килгән ине. Лицей-инернатта төрлө кабинеттарҙа, бүлмәләрҙә, тантаналы залда һәм тренажер залда ҡунаҡтар экскурсияла йөрөнө. Туған мәктәп музейына инеп оҙаҡ итеп төрлө фотолар, альбомдар, башҡа төрлө экспонаттар менән тағы ла бер тапҡыр танышып сыҡтылар. Ашханала ҡунаҡтар өсөн һый әҙерләнде: интернат бутҡаһы, ашы бирелде. Ҡунаҡтар рәхмәтәрен әйтеп тамаҡ ялғанылар.
Мәктәп заманса йыһазландырылған. Уҡыусылар өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Быйыл йәй федераль программа сиктәрендә лицей бинаһына капиталь ремонт үткәрелде, матди-техник базаһы яңыртылды.
Лицеистарҙың көн тәртибендә, уҡыуҙан тыш төрлө йүнәлешле түңәрәктәргә, спорт секцияларына ла ваҡыт бүленгән. Уҡыусылар заманса йыһазландырылған Балалар инициативалары үҙәгендә, тренажер залында буш ваҡыттарын файҙалы үткәрә ала.

Әлсинә Камалова,

Стәрлетамаҡ ҡалаһының В.И. Ленин исемендәге 2-се һанлы лицей-интернаты уҡыусыһы.

 

Бер быуатлыҡ мәктәп!
Бер быуатлыҡ мәктәп!
Бер быуатлыҡ мәктәп!
Бер быуатлыҡ мәктәп!
Бер быуатлыҡ мәктәп!
Бер быуатлыҡ мәктәп!
Бер быуатлыҡ мәктәп!
Бер быуатлыҡ мәктәп!
Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: