+16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
10 Июнь , 14:18

Аҡбуҙатты ниңә ҡанатлы итеп һүрәтләйҙәр?

“Урал батыр” эпосындағы Аҡбуҙаттың ҡанаты булғанмы? Рәссамдар ниңә уны ҡанатлы итеп төшөрә? “Өләсәйҙәр мәктәбе” ағзалары ошо турала баш вата.

Аҡбуҙатты ниңә ҡанатлы итеп һүрәтләйҙәр?
Аҡбуҙатты ниңә ҡанатлы итеп һүрәтләйҙәр?

Йылҡы малының – дүрт һаны, ҡоштарҙың да дүрт һаны (ике тәпәйе менән ике ҡанаты) бар.  Ниңә Аҡбуҙат алты һанлы – дүрт аяғы өҫтөнә ике ҡанатлы, тип аптырай бер инәй.

Аҡбуҙат – беҙҙең рухи символ. Аҡбуҙатты ҡатантлы итеп ...осороп ебәрмәһендәр тим, – ти икенсе өләсәй. – Аҡбуҙаттың осоп китеүе хәтәр була. Аҡбуҙат – халҡыбыҙҙың рухы. Рух йәшәтә беҙҙе. Милли рухыбыҙ юҡҡа сығыуын күҙ алдына килтереүе лә ауыр”.

Шуның өсөн Әзрәҡә, нисек булһа ла Аҡбуҙатты ҡулға төшөрәйек, ти. Ул саҡта

"Беҙ Уралды еңербеҙ,

ер өҫтөндә кешенән

тарлыҡ-маҙар күрмәбеҙ,

теләгәнебеҙ итербеҙ,

барын ҡулда тоторбоҙ", ти.

Тағы бер фекер: “Минеңсә, осоу – ул тиҙлек менән бәйле, бәләкәй балаларҙа ҡанатлы ат нығыраҡ ҡыҙыҡһыныу уята, рухлы  әйбер ҡанатлы тиҙлек менән доньяға тарала. Йылҡының һыуҙан сығыуы әкиәткә оҡшамағанмы ни, ул кешенең ҡыҙыҡһыныуын уятыу өсөн ҡулланыла тип уйлайым. Ҡанатҡа бәйләнеп, кирегә тартыу – кеше мейеһенең үҙенсәлеге, ә эпос ыңғайға өндәүе менән бөйөктөр”.

Тағы берәү: “Эпоста бер генә ысын йән эйәһе лә юҡ. Бөтәһе лә символик образдар. Әммә кешелек донъяһының – күҙгә күренмәгән рухи донъяның – ысынбарлығын сағылдыра.  Аҡбуҙат та символ.  Рухи донъябыҙ символы. Бәләкәй балаларға аңлатыу шул юҫыҡта булырға тейеш. Ул һауанан ҡанатлы ҡош һымаҡ килеп төшә, әммә ерҙә бер ваҡытта ла осоп йөрөмәй. Юғиһә беҙҙең күҙгә күренмәгән көсөбөҙ бөтә. Рухи көсөбөҙ юҡ була”.

Килешәһегеҙме?

 

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: