-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
22 Июль , 16:51

Башҡортостандағы мәғдән соҡорҙарына ике быуаттан ашыу йыл

Тарихи археологик табылдыҡтар Урал төбәгенең хәҙерге “тау заводы” ерендә Урал территорияһын үҙләштереү бик борондан килгәнлеген раҫлай.

Башҡортостандағы мәғдән соҡорҙарына ике быуаттан ашыу йыл
Башҡортостандағы мәғдән соҡорҙарына ике быуаттан ашыу йыл

Башҡортостандағы мәғдән соҡорҙарына ике быуаттан ашыу йыл

Тарихи археологик табылдыҡтар Урал төбәгенең хәҙерге “тау заводы” ерендә Урал территорияһын үҙләштереү бик борондан килгәнлеген раҫлай.

Эҙләнеүселәр тау заводы зонаһында боронғонан ҡалған тау эштәре техникаһын һәм эш ҡоралдарын әле лә таба. Металл эшкәртеү өсөн ҙур-ҙур мейестәр был яҡтарҙа Демидовтар һәм башҡа шундай заводсылар династияһы килгәнгә тиклем үк барлыҡҡа килгән булған. Белорет районы Аҙнағол ауылы янындағы 10 саҡырым урман эсендә “Рудник күле”н барып күргәнем булды. Был ерҙәрҙә борон тимер рудаһын сығарғандар. Хәҙер ҙур соҡорға һыу йыйылып, күл хасил булған.  Бында ҙур мейес урыны ла һаҡланған. Унда күмер эшләгәндәр (уларһыҙ металлургия мөмкин түгел). Күмерҙе заводҡа ташығандар. Бындай урындар Белорет тирәһендә бик борон ифрат күп булған.

Ул замандағы ярайһы уҡ ҙур “техноген” ҡоролмалар XIX быуаттың беренсе яртыһында уҡ ташландыҡ хәлдә ҡала.

Белорет районында, ҡаланан төньяҡтараҡ, тау битләүҙәрендәге ғәҙәти булмаған соҡорҙарға тап әле лә булырға мөмкин. Соҡорҙарҙың оҙонлоғо - 4, киңлеге - 3, тәрәнлеге 3 метр. Ҡаҙылған был соҡорҙар бик боронғо. Сөнки быуаттар буйына үҫкән олпат ҡарағайҙар соҡорҙарҙы ҡаплап алған. Бында, төпкөл тайгала, мәғдәнде (руда) кеше үҙ ҡулдары менән сығарған мәлдәргә нисә йыл үткән һуң? Белгестәр фекеренсә, бөтә мәғдән соҡорҙарына ике быуаттан ашыу. Шулай уҡ күпкә боронғораҡ урындар ҙа осрай.

Тиҙҙән был ерҙәргә Рәсәйҙең үҙәк өлкәләренән заводсылар килә. XVIII һәм XIX быуаттарҙа мәғдән ятҡылыҡтары булған ерҙәрҙә домна мейестәре төҙөлә башлай. Төҙөлөшкә элекке крепостной крәҫтиәндәр килтерелә. Улар заводтарға беркетелгән кешеләр булып эшләй башлай. Урал тау заводы төбәгенең үҫеше ошо мәлдәрҙән башлана.

Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙенең Белорет тимер етештереү заводына 1762 йылда сауҙагәрҙәр Твердышев һәм Мясников нигеҙ һала.

 Башҡортостанда 180 тимер мәғдәне ятҡылығы асыла. Шуларҙың 100–ҙән ашыуы – хәҙерге Белорет районы биләмәһендә була. Ул замандарҙа, техника булмағанлыҡтан, ҡул эше менән хеҙмәт иткәндәр. Эшселәрҙең ҡул аҫтында арба, металлургтың махсус аяҡ кейеме, түмәрҙәр булған.

Белорет тимер етештереү заводы халыҡҡа төрлө продукциялар етештергән: балта, үтек, мисәт, шәкәр һауыттары, төрлө һындарҙа көл һауыттары, аяҡ кейемен сисеү өсөн ҡулайлама, даға өсөн ҡаҙаҡтар, мейес ишектәре һәм башҡа бик күп әйберҙәр.

 

Зөбәржәт ЯҠУПОВА

Башҡортостандағы мәғдән соҡорҙарына ике быуаттан ашыу йыл
Башҡортостандағы мәғдән соҡорҙарына ике быуаттан ашыу йыл
Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: