Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҡайһы ерҙә ниндәй мәғдән ятҡылыҡтары булыуы яҡшы белгән һәм күпләп руда эшкәртеү эше менән шөғөлләнгән. Мәҫәлән, 1669 йылда Долматов Успенский монастыры монахы башҡорттар Яйыҡ йылғаһы башында тауҙа алтын-көмөш сығарып иретә тип яҙа: “на ту гору проложены дороги великие. Теми дорогами ездят башкирцы, этот камень берут и плавят золото и серебро, ту руду они продают в Уфу русским людям по 13 рублей пуд. Есть и город каменный на берегу озера Иредяша (Иртәш күле хәҙер Силәбе өлкәһендә - А.Ю.) в полднище пути (ярты көнлөк юл – А.Ю.), и башни великие и палаты каменные, башкирцы его скрывают, а также некто служилый человек видел на острове Иртяш-озера этот город сделаны домницы исстари (борон эшләгән мәғдән иретеү мейестәре – А.Ю.) видны плавильная руда и шлак. В длину городище 100 сажень, поперек 50 сажень”.
1719 йылда батша хөкүмәте Башҡортостанда мәғдән яҡтылыҡтарын белгән башҡорттарҙы үҙ яғына йәлеп итеү маҡсатында махсус указ менән уларға мөрәжәғәт итә. Башҡорттарҙан кем мәғдән ятҡылыҡтары тураһында хәбәр итә яһаҡ түләүҙән, хәрби хеҙмәттән азат итергә вәғәҙә итә. 1721 йылда Һалйот улысы башҡорто Субар Балағошев Өфөгә Чусовой йылғаһында (Каманың ҡушылдығы) табылған көмөш һәм баҡыр рудаһын килтерә. 1724 йылда шул уҡ Һалйот улысы кешеһе Ҡолсура Кинйәғолов Полевая йылғаһы буйында баҡыр рудаһы ятҡылығын аса. Мәғдәселек эшенә ғәйнә башҡорттары ла әүҙем ҡушылып китә. 1734 йылда Тасим Мәмәтов Ҡуян ауылы янында (ул ауыл хәҙерге Пермь крайында) тимер рудаһын сығара башлай. Ул мәғдәнде ҡаҙна заводтарына ташый. Артабан уның эшен улдары Исмәғил, Исхаҡ һәм Мөхәмәтрәхим Тасимовтар дауам итә.
Мәғдәнселек эше менән әүҙем шөғөлләнә башлағас, ғәйнә башҡорттары белем алыу мәсьәләһен тураһында етди уйлана башлай. Әммә ул ваҡытта Рәсәйҙә мәғдәнселеккә уҡытыу йорто бөтөнләй булмай. 1771 йылда Тасим Мәмәтовтың улы Исмәғил Тасимов үҙенең иптәштәре менән Берг-коллегияға Рәсәйҙә Тау училищеһы асыу идеяһы менән мөрәжәғәт итә. Бынан тыш Исмәғил Тасимов иптәштәре менән яңы уҡыу йортона аҡсалата ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итә. 1773 йылда Рәсәй императрицаһы Екатерина II һәм Сенат (ул ваҡыттағы Хөкүмәт) Исмәғил Тасимовтың инициативаһын хуплай һәм училищеға нигеҙ һалына. Башҡорт мәғдәнселәре вәғәҙәһендә тора. 1778-81 йылдарҙа улар училище файҙаһына 4594 һум аҡса күсерә. Сама менән биш һумға бер һыйыр һатып алырға мөмкин булған ул замандағы хаҡтар менән сағыштырғанда - был бик ҙур сумма.
Шулай итеп, башҡорт рудопромышленнигы һәм, хәҙергесә әйткәндә, олигархы Исмәғил Тасимов һәм уның иптәштәренең инициативаһы менән Рәсәйҙә тәүге тау эштәре буйынса уҡыу йорто асыла. Йәғни бөйөк Рәсәйҙә артабан бик күп урыҫ рудопромышленниктарын тәрбиәләп сығарған данлыҡлы уҡыу йортона башҡорттар нигеҙ һала.
Заманында ошо тау училищеһын тамамлаған академик Д.И.Соколов 1830 йылда уның тарихын яҙа. “Историческое и статистическое описание горного кадетского корпуса” тигән китабында ул Рәсәйҙә тау училищеһын асыуҙа башҡорттар сәбәпсе булыуын танып: “...по своенравию судьбы, башкирцы были виновниками нашего просвещения в деле горном. Они жертвовали на содержание предлагаемых ими школ по полуполушке (четверть копейки) с пуда руд своих”.
Һуңғы йылдарҙа Исмәғил Тасимовтың исеме ысын мәғәнәһендә Башҡортостанда ла һәм Санкт-Петербург ҡалаһында ла танылыу тапты. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең ҡарары менән Хәйбулла районының үҙәге Аҡъяр ауылындағы Тау колледжына Исмәғил Тасимов исеме бирелде. Исмәғил Тасимов нинциативаһы менән асылған Тау училищеһы хәҙер Г.В. Плеханов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт тау ниституты исемен йөрөтә. 2007 йылда ошо уҡыу йортонда Исмәғил Тасимовҡа бағышлап таҡтаташ асылды.
А.ЮЛАН.
Тасим Мәмәтов улдары Исмәғил һәм Мөхәмәтрәхим менән. Ө.М.Ҡобағошев һүрәте.