
Башҡорт сәнғәтен, мәҙәниәтен пропагандалаусы БСТ каналының ижади эшләгән хәбәрсеһе, тапшырыуҙарын тарихи мәғлүмәттәр менән байытып халыҡҡа еткергән Тарих, тел һөм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре Азат Ғәлиуллин Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итә.
“Конкурсҡа һуңғы ике йылда БСТ каналы эфирында сыҡҡан 5 төп эшемде тәҡдим иттем:
- «Башҡорт операһының шанлы үткәне, ә киләсәге бармы?»,
- «Башҡорт драматургияһының бөгөнгөһө»,
- «Салауат Юлаев йыйыны - 20»,
- «Һанлы халыҡ ижады»,
- «Круковский башҡорттары».
Бер циклға ингән махсус репортаждар серияһы башҡорт мәҙәниәтен һәм сәнғәтен пропагандалауға ҡоролған. Ижади эштәремде мин журналист булараҡ ҡына түгел, ә Почет билдәһе орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре күҙлеге аша ла үткәрҙем. Шуға ла улар фекерҙәргә бай һәм күп ҡырлы. Хеҙмәтем башҡорт әҙәбиәтенең классигы Шәйехзада Бабич исеме менән баһаланыуы маҡсатҡа ярашлы буласаҡ,”- ти, БСТ каналы хәбәрсеһе, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Почёт билдәһе орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының кесе ғилми хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистары союзы ағзаһы Азат Хәйҙәр улы үҙенең сәхифәһендә.
“Аманат” журналы биттәрендә сыҡҡан Сәлимә Ҡаранаеваның уның менән әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ һеҙгә, дуҫтар!
– Сәләм, Азат! Ҡайһы яҡтан булаһың? Үҙең менән таныштырып үт әле.
– Сәләм, Сәлимә! Хәйерле сәғәттә, «Йәншишмә» гәзитен яратып уҡыусылар! Сығышым менән Әбйәлил районы Әбйәлил ауылынанмын. Күбәләк ырыуы вәкиле булам. Өс бала араһында үҫкән кинйә малай мин. Атайым Хәйҙәр Ғәббәс улы бар ғүмерен ауыл хужалығын үҫтереүгә арнаһа, әсәйем Өлфә Әҡсән ҡыҙы һаулыҡ һаҡлау тармағында фиҙаҡәр хеҙмәт итеп, бөгөн икеһе лә – хаҡлы ялда. Ябай, әммә киң ҡарашлы кешеләр, үҙ эштәренең оҫтаһы улар. Әгәр әсәй халыҡты дауалаһа, атай – «техника табибы». Уның белмәгән нәмәһе юҡ. Ниндәй ҙә булһа машинаны һүтеп йыйыу уға бер ни тормай. Шуға ла ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр күп. Мин бәләкәй саҡта балалар баҡсаһы булманы. Шуға ла ваҡытым йә дауаханала, йә баҫыуҙа үтте. Тап шул күргән-белгәндәрҙе бөгөн телевидениела файҙаланам.
– Ижад кешеһе булырға тигән теләк бала саҡтан киләме? Ғөмүмән, кем булырға хыялландың?
– Эйе, шулай тип әйтергә була. Мәктәп йылдарында мине драма түңәрәгенән айырып алып булмай торғайны. Тәүҙә Әбйәлил районы Таштимер урта мәктәбендә – Мәүлиҙә Миһманова, унан һуң Гөлнара Мостафина театр сәнғәтенең үҙенсәлеге менән таныштырҙы. Әлбиттә, һөҙөмтәле эш башҡарҙылар, тип әйтә алам. Тап улар мине үҫтерҙе, сәхнәнән ҡурҡмаҫҡа, үҙемде дөрөҫ тоторға өйрәтте. Шуғалыр ҙа актёр булырға хыялландым. Әммә яҙмыш миңә тағы ла юғарыраҡ вазифа әҙерләгәненә тик шөкөр ҡылам.
– Ә беренсе сиратта үҙеңде кем тип һанайһың?
– Кеше. Аллаһтың нисек бар, шулай яралтҡан кешеһемен. Шуға ла төрлө осраҡта ла кешелек йөҙөн юғалтмау хәйерле.
– Мәктәптә нисек уҡының?
– Уртаса. Насар, тип әйтә алмайым. «Өслө»ләр ҙә эләктерә инем. Шулай ҙа 11-ҙе тамамланғанда алған өлгөргәнлек аттестатында – тик «дүрт»ле лә «биш»ле. Тимәк, тырышҡанмын. Мәктәп йылдарындағы ҙур ҡаҙанышым Әбйәлил районы хакимиәте башлығының премияһын алыу булғандыр. Ул төбәктең алдынғы уҡыусыларына ғына бирелә ине. Әйткәндәй, синыф етәксебеҙ, биология һәм химия уҡытыусыһы Хәмдиниса Өмөтҡужина ла дүрт йыл һуҙымында мине староста итеп юҡҡа ғына һайламағандыр. Үҫә төшкәс, шуны аңланым: билдә өсөн түгел, ә төплө белем алыр өсөн уҡырға кәрәк. Ғөмүмән, Таштимер ауылы мәктәбенең уҡытыусылар коллективына, ул саҡтағы директорыбыҙ Буранбай Мөхтәр улы Солтановҡа рәхмәтлемен.
– Ниндәй дәрестәр оҡшай торғайны?
– Бөтә дәрестәрҙе лә яраттым. Айырыуса химия фәнен үҙ иттем. Ундағы мәсьәләләрҙе сисеү үҙе бер ҡыҙыҡ шөғөл ине. Башҡорт әҙәбиәте шулай уҡ яратҡан дәрестәремдең береһе булды. Тыуған еремдең, аҫаба халҡымдың патриоты булараҡ, ярты төндә уятып һораһалар ҙа, әҙәбиәтебеҙ үҫеше тураһында шунда уҡ һөйләп бирә алам. Сөнки Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эшләһәм дә, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ла күп ваҡытымды үткәрәм. Фән үҫешенә күпмелер өлөш индереп ҡалдырғым килә. Әҙәбиәт менән бергә фольклорҙы ла өйрәнәм. Халҡыбыҙҙың аҫыл өлгөләрен халыҡҡа еткереү мөһим. Ә улар бик күп. Был өлкәгә һөйөү ғаиләнән килә. Бала саҡта атай-әсәйем Әбйәлил ере риүәйәт-легендалары менән таныштырыу маҡсатында йыш ҡына ҡырға алып сыҡты. Төбәктең ер-һыу атамаларын өйрәнә инем. Кесе Ватаныбыҙға ҡарата һөйөү төп эшемдә лә ныҡ ярҙам итә. Фәнни хеҙмәттәр яҙыуҙан тыш, республика район-ҡалаларында үткән конкурс-фестивалдәрҙә баһалама ағзаһы булараҡ та сығыш яһайым. Был халыҡ ижадын тағы ла нығыраҡ белергә, уның турала башҡаларға һөйләргә лә ярҙам итә.
– Бала саҡта һәр кем уйнап үҫә бит инде. Ә һинең айырыуса яратып уйнаған уйындарың ниндәй ине?
– Яратҡан уйындар күп булды. Тиҫтерҙәрем менән нимә генә ҡыландырманыҡ. Ул туптың ғына әллә нисәмә төр уйыны булды. Урамдан өйгә ҡайтып инмәй торғайныҡ.
– Ни өсөн тележурналист һөнәрен һайланың?
– Яҙмыш ҡушыуылыр инде. Шулай ҙа осраҡлы ғына һайланманы ул. Гәзит-журналдарҙы атай-әсәйем күпләп алдырыуы мине ошо тармаҡҡа алып килгәндер. Әйткәндәй, дәрестәрҙән һуң синыфташтарым менән бергә аҙнаһына өс тапҡыр почтаға йүгерә инек. Почтальондарға тиҫтәләрсә төр матбуғат баҫмаһын бер нисә рәткә теҙергә ярҙамлаштыҡ. Унан һуң күрше-күләнгә гәзит-журнал тарата инек. Шуға ла мин бөгөнгө ҡаҙаныштарымдың бер өлөшөн Әбйәлил ауылындағы почта бүлексәһе коллективынан да күрәм. Рәхмәтлемен. Журналистика өлкәһендәге тәүге аҙымдарым иһә «Осҡон» район һәм «Йәншишмә» республика гәзиттәре менән бәйле.
– Телевидениеға нисек барып эләктең?
– Кастинг аша. Үҙемде беренсе курста уҡ һынап ҡараным, әммә ундағы хеҙмәткәрҙәр: «Азат, һин әле бала ғынаһың», – тип төшөрөп ҡалдырҙы. Өсөнсө курста уҡығанда йәнә Телеүҙәккә барырға баҙнат иттем. Һәм бөгөн республиканың төп телеканалында эшләүемә – 14 йыл, Аллаға шөкөр!
– Азат, һине урамда таныйҙармы?
– Эйе, булғылай. Исемемде ҡапыл хәтерҙәренә төшөрмәһәләр ҙә, туҡтатып һаулыҡ һорашып, хәл-әхүәлде белешеп үтәләр. Сюжеттарҙағы ҡайһы бер геройҙар менән яҡынлашып та китәһең. Туғаным, ҡустым, тип өндәшһәләр, күңел ныҡ үҫеп китә.
– Ғаилә хәлең нисек?
– Өйләнгәнмен. Кәләшем – балалар табибы. Белорет районынан. Ул үҫтерәбеҙ.
– Донъяла иң яратмаған нәмәң?
– Ялғанлыҡ. Ярамһаҡланыу. Ике йөҙлөлөк. Кешелек сифаттарынан бигерәк тә ошоларҙы үҙ итмәйем. Ғөмүмән, был донъяның ҡәҙерен белеп йәшәүгә ни етә?! Ниндәй генә хәлгә тарыһаң да, кеше булып ҡалыу мөһим. Сөнки бөгөн унан да ҡиммәт нәмә юҡ.
– Гәзит уҡыусыларына ниндәй теләгең бар?
– «Йәншишмә» гәзитен яратып уҡыған замандаштарыма тик уңыштар ғына теләйем. Күберәк китап уҡығыҙ, ул кешегә шәхес булып формалашырға мөмкинлек бирә. Фекерләү ҡеүәһен дә арттыра. Коллективҡа иһә ижади бейеклектәр юлдаш булһын.
– Яуаптарың өсөн ҙур рәхмәт, Азат! Уңыштар һиңә!