-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
10 Октябрь , 13:24

Тәүге ҡурайсы кем булды икән?

Үлән ҡурайға өрөп көй сығарған тәүге башҡорт кем булғандыр – уныһын тарих белмәй. Моғайын, ул кеше дәртле, моңло, ихлас булғандыр. Үлән көпшәне йырлатырға башы еткәс, оҫта ҡуллы уйлап табыусы булғандыр. Ул башҡортҡа беҙҙең көндәргә килеп етерлек музыка ҡоралын берәү ҙә ситтән килеп тоттороп, шулайтып яһа, былайтып уйна, тип өйрәтмәгән бит инде.

Тәүге ҡурайсы кем булды икән?
Тәүге ҡурайсы кем булды икән?

Тәүге ҡурайсы уйнатҡан музыка ҡоралы уның үҙе менән бергә юҡҡа сыҡмаған – тимәк, ул ырыуҙаштары араһында киң билдәле берәү булғандыр. Үҙе белгәнде башҡаларға ла өйрәткәндер.  Шулай булмаһа, ҡурай йәшәр инеме ни? Юҡ, тарих туҙаны аҫтында юғалып ятып ҡалыр ине.

Ҡурайҙың нисек халҡыбыҙға көй-моң сығанағы булып килеүе  тураһында  риүәйәт тә бар.
Яуыз хан бер башҡорт егетен әҙәм аяғы баҫмаған ҡарурман эсенә алып барып ташлата. Егеткә яңғыҙына бер ҙә рәхәт булмай. Бер заман ул моңло көй ишетеп ҡала ла шуны эҙләп китә. Көй бейек тау башынан ишетелә. Егет тауға менеп китә һәм көй сыҡҡан урынды барып таба. Башы һынған көпшәле үлән ел өргәндән сығара икән ул моңло ғына тауышты.

Егет ҡурай үләнен өҙөп ала ла ауыҙына ҡуйып өрөп ҡарай. Шулай итеп, ул көпшәнән ауаздар сығарырға өйрәнә. Көйҙәр сығара башлай. Был һөнәре егеткә тыуған еренә әйләнеп  ҡайтырға ярҙам итә.

Борон замандарҙан алып башҡорттар  ҡурайҙы сатыр сәскәле ҡурай үләненән  (реброплодник уральский) яһаған. Үлән метр ярымға тиклем оҙонлоҡҡа үҫә.  Сәскәһе аҡ, эсе ҡыуыш  була. Август-сентябрь айҙарына ҡурай үләне ҡорой, сәскәһе, япрағы ҡойола, һабағы һарғая. Нәҡ ошо ваҡытҡа тура килә ҡурай әҙерләү осоро.

Уны буйы 8–10 тотамлыҡ итеп ҡырҡып алып, нәҙек осонан биш уйым тишәләр. Уйымдарҙы уйыуҙың үҙ ҡағиҙәһе бар.

Тик үлән ҡурай тиҙ һына. Шуға башҡорттар уны металдан ҡойоп яһарға өйрәнгән. Хәрби походтарға еҙ, алюмин, көмөш ҡурай алып йөрөгәндәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ғәскәрҙәренең башлығы Ҡаһым түрә Парижға көмөш ҡурайын тартып барып ингән.

Ә беҙҙең замандарҙа инде оҫта Вәкил Шөғәйепов шпон ҡулланып ағас ҡурай яһау ысулын тапты.

Башҡорт ҡурайы тураһында мәғлүмәтте сит ил баҫмаларында ла осратырға була. Шуларҙың береһе 1913 йылда немец телендә баҫылған, ул –  “Real-Lexikon der Musikinstrumente, zugleich ein Polyglossar fuèr das gesamte instrumentengebiet“ (“Музыка ҡоралдарының реаль һүҙлеге, шулай уҡ бөтә инструменталь өлкә өсөн полиглоссарий”) тигән музыка ҡоралдары һүҙлеге. Һүҙлекте Берлинда тыуып үҫкән сәнғәт һәм музыка белгесе Курт Сакс (1881–1959)  төҙөп нәшер иткән.

Баҫманың 235-се битендә башҡорт халыҡ музыка ҡоралы ҡурай һәм уның нисек яһалыуы тураһында белешмә бирелгән. Ҡурай тураһындағы мәғлүмәттең “Русская музыкальная газета”ла 1896 йылда сыҡҡан мәҡәләнән алынғаны күрһәтелгән.

Полиглоссарий Интернет архивында һаҡлана.

Архивта Курт Сакстың башҡа китаптары ла бирелгән. Унан күренеүенсә, Сакс бөтә донъя музыка һәм бейеү сәнғәтенә бағышланған бик күп хеҙмәттәр яҙған.

Тәүге ҡурайсы кем булды икән?
Тәүге ҡурайсы кем булды икән?
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: