Бала сағым – шуҡ сағым
Минең бала сағым йәмле Дим буйында үтте. Йәйҙәрен тиҫтерҙәрем менән көнө буйы һыу инә, балыҡ тота, еләк йыя инек. Ҡорһаҡта йыш ҡына ас бүреләр олоһа ла бирешмәнек. Атай-әсәйгә хужалыҡ эштәрендә ярҙам итеп үҫтек. Ергә эйелгәнде ер ҡәҙерләр, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Шөкөр, атай-инәйем, ғөмүмән, нәҫелебеҙ бик уңған, уҡымышлы булды.
Өлкәндәр һөйләүенсә, мин сабый саҡтан уҡ бик теремек, шуҡ, телсән малай булғанмын. Тиҫтерҙәрем менән ауыл урамдарын, һыу буйҙарын ҡыҙырып үҫтем. Ниндәй генә уйындар уйнаманыҡ беҙ! Ҡыйыу, сос, тәүәккәл, хәтәр шаян да инем. Һәр уйынды башлап йөрөнөм. Мин айырыуса йәйәнән уҡ атыу, көрәш, һыбай йөрөү менән мауыҡтым.
Үҫмер сағымда инде йыр-моңға әүрәп киттем. Тиҙҙән мандолинала сиртергә, скрипкала уйнарға өйрәндем. Ҡайҙа барһам да – урманғамы, һыу буйынамы – һәр саҡ йырлап йөрөй торғайным.
Миңә донъялағы бөтөн нәмә лә ҡыҙыҡ ине. Шуға күрә тора-бара мине музыка ғына түгел, техника ла арбап алды. Ҙурая төшкәс инде сәғәт, теген машинаһы, сепаратор кеүек нәмәләрҙе йүнәтә торғайным.
«Хоҙай Тәғәлә Кәримгә һәләттәрҙе йәлләмәй биргән!» – тип әйтә торғайны туғандарым һәм яҡындарым.
Ил буйлап – ғилем туплап…
Мин башта ауыл мәҙрәсәһендә белем алдым. Мөғәллим ағай, ҡустым, уҡыуға шәпһең, зирәкһең, һиңә артабан төплөрәк ғилем алырға кәрәк, тип, миңә Ырымбур өйәҙендәге Ҡарғалы мәҙрәсәһенә барырға кәңәш итте. 1908 йылда атай-әсәйем, юл тоҡсайына әҙме-күпме ҡара икмәк, картуф, айран һалып, юл доғаһы уҡып, оҙатып ҡалды. Артабан инде, 1910-1911 йылдарҙа, даны киң таралған Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә ғилем эстәргә насип булды. Ике уҡыу йортонда ла фарсы, ғәрәп һәм Европа телдәрен ихлас өйрәндем.
«Аң-белем, мәғрифәт – Аллаһ Тәғәләнең кешеләргә биргән бүләге, оло ниғмәте», – тиер ине атай-әсәйем, шуға ла ғилем туплау минең тормошомда төп маҡсаттарҙың береһе булды. Белем алыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу, белеме барҙың ҡәҙере бар, тигән боронғолар ҙа. Ошо мәҡәл-әйтемдәр мине ғүмерем буйы оҙата барҙы.
Бер нисә йылдан аҡса эшләү, өҫтәмә ғилем туплау һәм донъя күреү ниәте менән Үзбәкстан тарафтарына юлландым. Фирғәнә янындағы шахтала, артабан Орск тимер юлында төрлө эштәр башҡарҙым.
Йөрөгән таш шымара, тиҙәр бит. Урыҫтар һәм үзбәктәр араһында йәшәү миңә был телдәрҙе камил үҙләштерергә булышлыҡ итте. Иң мөһиме – йылдан-йыл аң-зиһенем байый, ғилемем арта барҙы.
Бер ҡасан да юл йөрөүҙән ҡурҡып торманым. Ятҡан таш мүкләнә, тиҙәр бит. Ырымбур, Үзбәкстан яҡтарында тупланған белем аҙ һымаҡ тойолдо. Бер көндө таныш кешеләрҙән, Томск ҡалаһында данлыҡлы гимназия бар, тигән хәбәр ишетеп, артыҡ уйлап тормай, шунда киттем. 1917 йылда был уҡыу йортон уңышлы тамамларға насип булды. Урыҫтарҙа, ҡыйыулыҡ – ярты бәхет, тип юҡҡа әйтмәгәндәр шул.
Сәйәсәт юлынан
Рәсәйҙәге 1917 йылда булған түңкәрелештәр (революциялар) осоронда большевиктарҙың идеяларын ихлас яҡланым. Ни өсөнмө? Сөнки улар, ябай халыҡҡа ер, азатлыҡ бирәбеҙ, тигән әләмде күтәреп сыҡты.
1917-1922 йылдар Рәсәй өсөн бик ҡатмарлы осор булды. Әммә мин бер ҡасан да илдә барған ваҡиғаларға битараф булманым, ябай халыҡтың көнитмешен яҡшыртыу хаҡына һәр ваҡыт нәмәлер эшләргә тырыштым. Ошо сифаттарымды урындағы Совет етәкселәре иғтибарға алған, күрәһең. 1918 йылдың башында Ырымбур губернаһының хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайланылар, бер аҙҙан халыҡ мәғарифы бүлегенең мөдире вазифаһына тәғәйенләп ҡуйҙылар.
Граждандар һуғышында ҡатнашып, ил күргәнде кисерергә тура килде. Аҡтүбә фронтында 2-се интернационал полкы командиры, 1919 йылдан алып 2-се башҡорт-татар батальоны командиры булдым. 1920 йылдың февралендә М.В. Фрунзе менән Төркөстанға юлландым. 1920—1921 йылдарҙа Төркөстан фронтының сәйәси идаралығы башлығының урынбаҫары, бер үк ваҡытта ваҡытлыса Төркөстан Коммунистар фирҡәһенең үҙәк комитеты секретары вазифаһын үтәргә тура килде.
Артабан инде Бохара Халыҡ Совет Республикаһында РСФСР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле булдым, тиҙҙән шул уҡ республиканың Коммунистар партияһының үҙәк комитеты секретары итеп һайлап ҡуйҙылар.
Дипломат булып китеүем
1921 йылдың майында танылған дипломат, сәйәси эшмәкәр В. В. Куйбышев тәҡдиме буйынса мине Мәскәүгә РСФСР-ҙың Тышҡы эштәр буйынса халыҡ комиссариатына эшкә алдылар. Ярты йылда дипломатияның нимә икәнлеген, башҡа илдәр менән бәйләнеш урынлаштырыу юлдарын ярайһы уҡ төшөндөм. Ғәрәп, фарсы, рус, үзбәк телдәрен яҡшы белеүем дә тормош юлымды икенсе юҫыҡҡа бороп ебәрергә булышлыҡ иткәндер. Шул уҡ йылдың октябрендә оло ышаныс күрһәтеп, мине Ирандың Мәшһәд ҡалаһына генераль консул итеп ебәрҙеләр.
1923 йылдан алып Ирандың Решт ҡалаһындағы РСФСР-ҙың генераль консулы вазифаһын башҡарҙым, шул уҡ ваҡытта совет-фарсы ҡатнаш сик комиссияһында эшләнем.
1924 йылдың ғинуарында йәнә Мәскәүгә саҡыртып алдылар. Тышҡы эштәр буйынса халыҡ комиссариаты Ирандағы дипломатик эшмәкәрлегемде юғары баһаланы. В. В. Куйбышев, ҡулымды ҡыҫып: «Иранда беҙҙең өмөттәрҙе аҡланың. Рәхмәт, Кәрим әфәнде! – тине. – Һиңә тағы ла бик яуаплы миссия йөкмәтергә тип уйлаштыҡ. Хиджаз короллегендә СССР-ҙың генераль консулы итеп тәғәйенләргә ҡарар иттек».
Шулай итеп, 1924 йылдың 6 авгусында ғаиләм һәм Генераль консуллыҡ хеҙмәткәрҙәре менән бергә Джидда ҡалаһына килдек. 9 августа инде Хиджаз короле Хөсәйен бин Али әл-Хәшими менән Мәккә ҡалаһында осрашып, уға РСФСР Тышҡы эштәр буйынса халыҡ комиссариатының танытма грамотаһын тапшырҙым. Король, мине ихлас сәләмләп: «Илдәребеҙ араһында дуҫлыҡ һуҡмағын һалыу беҙҙең иңдә. Киләсәктә был һуҡмаҡ оло юлға әйләнһен, Ин шәә Аллаһ!» – тип, ҡулымды ҡыҫты.
1925 йылдың декабрендә Неджд әмире Ғәбдел Ғәзиз ибн Сәғүд Хиджаз короллеге менән һуғыш барышында Джидданы баҫып алды һәм 1926 йылдың башында ул үҙен Хиджаз, Неджд һәм ҡушылған өлкәләрҙең (1932 йылдан алып Сәғүд Ғәрәбстаны тип аталды) короле тип иғлан итте. Шулай итеп, яңы дәүләткә нигеҙ һалынды.
1926 йылдың 16 февралендә Советтар Союзы тәүгеләрҙән булып был дәүләтте таныны. Шул уҡ көндә үк мин королдең ҡулына СССР-ҙың рәсми нотаһын тапшырҙым.
Әлбиттә, яңы барлыҡҡа килгән дәүләттә эшләп китеүе, төрлө илдәрҙең дипломаттары менән бәйләнеш урынлаштырыуы анһат булманы. Иң мөһиме – минең менән король Ғәбдел Ғәзиз ибн Сәғүд араһында йылы дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре урынлашты. Ул минең мосолман булыуымды, ғәрәп телен һәм дини йолаларҙы һәйбәт белеүемде үҙ иткәндер, күрәһең.
Шөкөр, урындағы етәкселәр һәм ябай халыҡ менән дә тиҙ арала уртаҡ тел таптым. Тора-бара миңә хөрмәт йөҙөнән «ҡыҙыл паша» тип өндәшә башланылар. Был ҡушаматты аңлап ҡабул иттем – Совет дәүләте илсеһе тигән миссиямды ҙурлап ебәргәндәй булды ябай ғәрәп халҡы.
Король ибн Сәғүдте СССР-ҙың дуҫына әйләндереү, совет тауарҙарын бындағы баҙарға индереү, Одесса порты менән Сәғүд Ғәрәбстаны араһында даими пароход бәйләнешен булдырыу кеүек мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү төп бурыстарым ине. Әкренләп ике ил араһында даими сауҙа хеҙмәттәшлеге юлға һалынды.
1926 йылда минең инициатива буйынса I Донъя мосолмандары конгресында совет мосолмандары делегацияһы ла ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булды.
Сәғүд Ғәрәбстаны менән Советтар Союзы араһында мөнәсәбәттәр яйға һалынғас, 1928 йылдың сентябрендә мине Йемен короллегендә СССР-ҙың генераль вәкиле итеп тәғәйенләп ҡуйҙылар. Артабан инде, 1929—1931 йылдарҙа, ошо уҡ илдә СССР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле булдым.
Ҡайҙа эшләһәм дә, барлыҡ вазифаларымды ҙур яуаплылыҡ һәм намыҫ менән башҡарҙым, шуға күрә ғәрәп дәүләттәрендә абруйлы дипломат булдым. Шуның өсөндөр ҙә дәүләт башлыҡтары ла, ябай ғәрәп халҡы ла мине яратты, үҙ итте, һәр саҡ оло хөрмәт күрһәтте.
Дипломатик эшемде баһалап, Тышҡы эштәр министрлығы белемемде камиллаштырыу маҡсатында Мәскәүгә саҡыртып алды. 1932—1935 йылдарҙа Мәскәүҙә Ҡыҙыл профессура институтында ғилем тупланым.
1936—1937 йылдарҙа Сәғүд Ғәрәбстанында СССР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарҙым. Шулай итеп, ғәрәп илдәрендә 13 йыл дипломатик эштә булып, СССР менән Яҡын Көнсығыш араһында ныҡлы бәйләнеш урынлаштырыуға ирештем. Был бәйләнеш ике дәүләт өсөн дә отошло ла, файҙалы ла булды.
Һис тә фәстереү тип ҡабул итмәгеҙ: шәхси абруйым, намыҫлы эшем менән ғәрәп-фарсы донъяһында Совет Рәсәйенең ыңғай йөҙөн барлыҡҡа килтереү өсөн хәлемдән килгәнсә барыһын да эшләнем. СССР-ҙың Тышҡы эштәр министрлығында юҡҡа ғына «Кәрим Хәкимов ғәрәп илдәре буйынса иң яҡшы белгестәрҙең береһе» тип иҫәпләмәгәндәрҙер.
Ғаиләм хаҡында
Хәләл ефетем Хәҙисә Ғәйнетдин ҡыҙы (1903—1998) менән матур ғаилә ҡорҙоҡ. Шамил һәм Флора исемле ике бала тәрбиәләнек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Шамил улыбыҙ Сәғүд Ғәрәбстанында, ҡаты сирләп, 1925 йылда мәрхүм булды. Ҡыҙыбыҙ иһә балерина булып китте, байтаҡ йылдар Татар дәүләт опера һәм балет театрында эшләне. Артабан инде, минең арҡала 8 йыл буйы сәйәси тотҡонлоҡта булып, һаулығы ҡаҡшап, 1945 йылда ғына азат ителгән әсәһен (ҡатыным Хәҙисәне) һәм сирле ҡыҙын тәрбиәләй. Ошо сәбәпле Флора ҡыҙым театрҙан китергә мәжбүр була, әммә «Маяҡ» радиоһында хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә.
Бер туған ҡустым Халиҡ (1895–1975) Мәскәүҙә Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһын тамамлап, инженер-төҙөүсе булараҡ оҙаҡ йылдар ғилми-тикшеренеү институттарында эшләй. Техник фәндәр докторы, профессор булып таныла. Һеңлем Мәғниә иһә, (1900–1981) Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлап, ошо уҡ уҡыу йортонда студенттарға белем бирә. Әйткәндәй, күренекле башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшина уның яҡын әхирәте була.
Сәйәси золом ҡорбанымын
1920-1950 йылдарҙа Советтар Союзында социализм үҫешенә аҫтыртын аяҡ салыусыларға, йәғни «халыҡ дошмандарына» ҡаршы ҡот осҡос көрәш йәйелдерелә. СССР-ҙағы бик күп етәкселәр, ғалимдар, яҙыусылар сәйәси золом ҡорбанына әүерелә.
1937 йылда, репрессия ныҡ көсәйгән ваҡытта, минең исемгә Кремлдән хат килеп төштө. «Кәрим әфәнде! Һеҙҙе СССР хөкүмәте мөһим мәсьәлә буйынса һөйләшеүгә саҡыра» тиелгәйне унда. Нимә эшләргә?
Әлбиттә, тыуған илгә ҡайтып килеү ниәтемде король ибн Сәғүдкә еткерҙем. Мәскәүҙән килгән хатты уҡығас, ул:
— Кәрим әфәнде, СССР-ҙа репрессия ҡоторғандан-ҡотора бара. Минең күңелем һиҙә: һеҙҙе Кремль юҡҡа ғына саҡырмай. Әйҙә, беҙҙә ҡалығыҙ, – тине.
— Король әфәнде, мин тыуған илемә ғүмер буйы тоғро хеҙмәт иттем, Рәсәй алдында бер тамсы ла гонаһым юҡ. Юҡҡа борсолмағыҙ, – тинем.
Әммә король Әбдел Азиз ибн Сәғүдтең һүҙҙәре хаҡ булып сыҡты. Мәскәүгә ҡайтып етеүем булды, шунда уҡ мине һаҡ аҫтына алдылар. Йәнәһе, мин ғәрәп илдәрендә Совет иленә ҡарата аҫтыртын эш алып барғанмын... Ә бит Советтар Союзы минең тарафтан күпме ярҙам алды! Тыуған илемдең иҡтисади хәлен яҡшыртыу маҡсатында төрлө ғәрәп илдәре менән арымай-талмай хеҙмәттәшлек ептәрен һуҙҙым. Әлбиттә, был дәүләттәр ҙә Рәсәй тауарҙарын күпләп һатып алды.
Ҙур көс һалып урынлаштырылған иҡтисади-сауҙа бәйләнештәре тиҙҙән селпәрә килер тип кем уйлаған инде?.. 1937 йылдың 27 октябрендә, нахаҡ бәлә тағып, мине ҡулға алдылар һәм 1938 йылда сәйәси золом ҡорбаны иттеләр. Был ҡот осҡос хәбәрҙе ишеткәс, мине ныҡ ихтирам иткән король Әбдел Азиз ибн Сәғүд беҙҙең ил менән барлыҡ бәйләнештәрҙе ҡырҡа өҙә. Шунан бирле Советтар Союзы ғәрәп илдәренә юл ябыла...
Бары тик 1990 йылдар башында ғына ғәрәп илдәре менән заманында мин урынлаштырған бәйләнештәр тергеҙелә.
1956 йылдың 28 ғинуарында СССР Юғары суды ҡарары менән мине, бер ғәйебе лә юҡ, тип тулыһынса аҡлайҙар. Бына бит ул ғәҙеллек мин фани донъянан киткәс кенә тантана иткән. Мөһим ҡарар бик һуң ҡабул ителһә лә, рухым-йәнем риза булды: илем алдында йөҙөм яҡтырҙы, намыҫым таҙа икәнлегенә халҡым инанды.
Мине онотмағаның өсөн ҙур рәхмәт,
Ватаным!
Аллаға шөкөр, тыуған илемдә, ғәзиз Башҡортостанымда мине онотмайҙар. Тормош юлым һәм сәйәси-дипломатик эшмәкәрлегем тураһында 1960 һәм 1967 йылдарҙа рус һәм башҡорт телдәрендә китап нәшер иткән Мәғниә һеңлемдең ире журналист, минең тәүге биографым Лутфый Закир улы Ғәҙеловҡа һәм уның ҡәләмдәше Ф.Х. Ғүмәровҡа мең рәхмәт! Уларҙың тырышлығы менән минең турала ике китап донъя күрә. Онотолоуға дусар ителгән Кәрим Хәкимовты фәҡәт Лутфый Закир улы ҡайтарҙы тыуған иленә. Минең турала мәҡәләләр һәм китаптар донъя күргәс, ул байтаҡ йылдар тыуған ауылымда – Бишбүләк районының Дүсән ауылында – минең хөрмәткә музей булдырыу хәстәре менән янып йөрөй. Тырышлығы бушҡа булмай уның: 1969 йылдың 12 июлендә музейҙы асыу тантанаһы була.
Бер ҡыҙыҡлы фактты ла әйтеп китәйем әле: Япония тарихсыһы профессор Норихиро Наганава АҠШ-тың Колумбия университеты китапханаһында Л.З. Ғәҙеловтың «Кәрим Хәкимов» тигән китабына юлыға. Күп телдәр белгән ғалим башҡортса нәшер ителгән китапты уҡып сыҡҡас, минең шәхеснамәм менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. Артабан инде ул минең хаҡта байтаҡ ғилми мәҡәләләр яҙа.
Бынан тыш, Рәсәй дипломаты Олег Озеров, минең тыуыуыма 130 йыл тулыуға арнап, 2020 йылда «Карим Хакимов. Летопись жизни» тигән китап сығара. Уға ла оло рәхмәт һүҙҙәремде юллайым!
Йәнә минең юбилейҙарым уңайынан Рәсәйҙә байтаҡ ҡына фәнни-ғәмәли конференциялар ойошторолоп тора.
Драматург Нәжиб Асанбаевтың донъяны шаулатҡан «Ҡыҙыл паша» спектакле Башҡортостанда ғына түгел, бик күп ғәрәп илдәрендә лә күрһәтелә. Байтаҡ йылдар үткәс, яңы быуын актерҙары был тарихи тамашаны тергеҙгән. «Афарин, яҡташтарым! Ҙур рәхмәт һеҙгә!» – тиәһе генә ҡала инде миңә.
Башҡортостан Республикаһының Милли архивында минең шәхси фондым бар икән. Һәр документты ҡәҙерләп һаҡлаған, миңә арнап күргәҙмәләр ойошторған, мәҡәләләр яҙған, «Тыныслыҡ илсеһе» тип нарыҡланған махсус электрон журнал сығарған архив хеҙмәткәрҙәренә сикһеҙ рәхмәтлемен. Документтар, фотоһүрәттәр, мәҡәләләр, китаптар бар икән, тимәк, шәхес тураһында хәтер йәшәй, ил тарихы онотолмай.
Ҡыҫҡаһы, XXI быуатта йәшәйәсәк йәш быуынға әйтер һүҙем шул: кеше тормошонда иң беренсе урында төплө белем тора. Туған телегеҙҙән башҡа йәнә кәмендә өс-дүрт тел өйрәнегеҙ – йылдар үткәс, бының файҙаһын ныҡ тойорһоғоҙ.
Батыр булығыҙ, оялсандарға йәшәүе бик ҡыйын. Ололарҙы оло, кеселәрҙе кесе итеп ҡарағыҙ. Һеҙҙе тәрбиәләп үҫтергән атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәрегеҙҙең һәр һүҙен аҡыл һандығына һалып ҡуйығыҙ.
Башҡорт халҡы ғүмер буйы ил-йортон дошмандарҙан уяу һаҡлаған. Илгә ауырлыҡ килгәндә генә түгел, ғүмер буйы Ватан тойғоһо һәр саҡ күңелегеҙ түрендә булһын. Мин дә бар ғүмеремде һуңғы һулышыма тиклем Ватаныма арнаным. Иле барҙың – көнө бар! Иң мөһиме – Урал батыр васыятына һәр саҡ тоғро булығыҙ:
«...Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ;
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!..»
Бөйөк совет дипломаты, Мең ырыуы башҡорто Кәрим Хәкимовтың XXI быуат үҫмерҙәренә әйтер һүҙен һеҙҙең иғтибарға Нияз СӘЛИМОВ еткерҙе.