Халҡыбыҙҙың милли гимны булған “Урал” йырында йырланғанса, “Аямаған йәнен, түккән ҡанын, һис бирмәгән башҡорт Уралын!”.
Уралтауҙың ике яғында ла йәйрәп ятҡан боронғо ерҙәренә хужа булып, 40-тан ашыу башҡорт ырыуы, Аллаға шөкөр, бөгөн дә үҙ аҫаба ерендә көн итә.
Ә һеҙ балалар, үҙегеҙҙең ҡайһы ырыуға ҡарағанығыҙҙы беләһегеҙме? Шәжәрәгеҙ бармы? Булмаһа, атай-олатайҙарығыҙҙан, әсәй-өләсәйегеҙҙән, уҡытыусыларығыҙҙан һорашып, шәжәрәгеҙҙе төҙөгөҙ, ырыуығыҙҙы асыҡлағыҙ.
Был картаны иғтибар менән ҡарап, ҡайһы ырыуҙың ҡайһы төбәктә йәшәгәнен өйрәнегеҙ.
Һәр аҫаба башҡорт үҙенең ырыуын һәм шәжәрәһен белергә тейеш!