+6 °С
Ясна
Башҡорт тарихы
18 Июнь , 04:45

Был мәшһүр ҡобайырҙа — Урал батырыбыҙ рухы!

Был мәшһүр ҡобайырҙа — Урал батырыбыҙ рухы!Был мәшһүр ҡобайырҙа — Урал батырыбыҙ рухы!
Был мәшһүр ҡобайырҙа — Урал батырыбыҙ рухы!

«Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосы 1910 йылда ул ваҡытта мөғәллим булған, һуңынан Башҡортостандың халыҡ сәсәне, билдәле фольклорсы-ғалим, драматург, йәмғиәт эшмәкәре булып танылған Мөхәмәтша Буранғолов (1888-1966) тарафынан элекке Ырымбур губернияһының Орск өйәҙе, хәҙерге Башҡортостан Респуб­ликаһының Баймаҡ районы Иҙрис ауылында йәшәгән Ғәбит Арғынбаев (1856— 1921) менән Икенсе Этҡол ауылында йәшәгән Хәмит Әлмөхәмәтов (1861-1923) исемле ике ҡурайсы-сәсәндән яҙып алынған.
«Урал батыр» ҡобайыры текстының ҡулъяҙмаһы М. Буранғолов тараһынан машинкала латин графикаһында 1941 йылда баҫылған. Шул килеш ул ҡомартҡы әлеге көндә Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Ғилми архивында һаҡлана.
2014 йылда шул вариантта эпос факсимиль, архив тәүсығанағы рәүешендә китап итеп нәшер ителә. Шул китаптың биттәренән фотокүсермәләрен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Автор:
Читайте нас