+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт ырыуҙары
27 Декабрь 2019, 16:41

Гәрәй ырыуы

Гәрәй ырыуы башҡорттары Башҡортостандың төнъяҡ-көнбайыш өлөшөндә йәшәй. Улар төйәк иткән ерҙәр бөгөн республиканың Краснокама, Яңауыл, Ҡалтасы, Илеш, Тәтешле райондарына инә. Шулай ук Г әрәй башҡорттары хәҙерге Татарстандың Аҡтаныш районында йәшәй.

Унда Иҫке һәм Яңы Балтас, Иҫке Теләкәй, Шәрип, Ҡуян, Аҡтанышбаш, Ирмәш, Әзәкүл, Илсебай, Уразай, Таҡталасыҡ, Ямалы, Түбәнге Гәрәй ауылдарында Гәрәй ырыуы башҡорттары көн итә.
Гәрәй ырыуы башҡорттарының етәкселәре булып борон-борондар Мутин нәҫелдәре торған. Был данлыҡлы нәҫелде Гәрәй башҡорто Мөтә (Мөтиғулла) Йәнырыҫов башлап ебәргән. Уның уландарын Мутиндар тип атағандар. Ул Таҡталасыҡ ауылында йәшәй (хәҙерге Татарстандың Аҡтаныш районы). Ауылдың исеме - Таҡталасыҡ - уның килеп сығышы тураһында әйтеп тора. Ул Гәрәй башҡорттарының йәйләү урыны булған. Сөнки Аласыҡ һүҙенең бер мәғәнәһе йәйләүҙә көн итеү өсөн ҡабыҡ йәки ситәндән эшләнгән ҡаралтыны аңлата. Ә бында ауылдың исеме үҙе үк Таҡта аласыҡ икәнен әйтеп тора.
Артабан Гәрәй улусы старшинаһы вазифаһы Мөтә Йәнырыҫовтың улы Тимер Мутинға күсә.
1756 йылда Пруссия менән һуғыш башланғас Тимер Мутинды яуға киткән башҡорт ғәскәре (2500 яугир) башлығы Ҡыҙрас Муллаҡаевтың ярҙамсыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Шулай итеп, Т. Мутин 1755-1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы баҫтырылғандан һуң, Сенат Санкт-Петербургҡа килеп батшабикә Елизавета Петровнаға тоғролоҡҡа ант биреү өсөн башҡорттарҙан вәкилдәр ебәреү тураһында указ сығара. Әммә вәкилдәр өс йылдан һуң ғына, 1759 йылда ғына һайлана. Башҡорттарҙан 6 кеше, улар араһында Ҡаҙан даруғаһы башҡорттары исеменән Тимер Мутин вәкил булып Санкт-Петербургҡа бара.
Башҡорт вәкилдәре пайтәхеткә барыу форсаты тейгән саҡта халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләү сараһын күрергә тырыша. 1759 йыл Санкт- Петербургта булған саҡтарында һайланмыш башҡорттар Тимер Мутин инициативаһы менән Сенатҡа үтенес хатын яҙалар. Үҙҙәренең хатында улар башҡорт ерҙәрен баҫып алыуҙы тыйыу, бөтөн улустың (волостың) ризалығы менән генә купчийҙарҙы (ер һатып алыу тураһында килешеү) раҫлауҙы һорап, Сенатҡа мөрәжәғәт итә. Сөнки 1755-1756 йылғы башҡорт яуын баҫтырыуҙан файҙаланып, казактар башҡорт ерҙәрен баҫып ала башлай. Башҡорттарҙан һорап тормайынса, ялған купчийҙар менән аҫаба ерҙәрҙе үҙҙәренә яҙҙырыу осраҡтары күп була. Сенат 1759 йылдың 29 сентябрендә башҡорт вәкилдәренең үтенестәренә ҡолаҡ һала һәм башҡорт ерҙәрен баҫып алыуҙы ҡәтғи тыйыу тураһында указ сығара.
Тимер Мутинға Санкт-Петербургтан тыуған яҡтарына ҡайтырға насип булмай, ул 1759 йылдың декабрендә вафат була. Г әрәй улусында старшиналыҡ вазифаһы уның улы Аҙнағол Тимеровҡа күсә. Уның 1763 йылдан старшина булғанлығы документтарҙан билдәле. Ул 1773-1775 йылдарҙағы Бүгәсәү яуында ҡатнаша. 1774 йылдың ғинуарында Алабуға ҡәлғәһен (хәҙерге Татарстандың Елабуга ҡалаһы) ҡамауҙа тотҡан баш күтәреүселәр араһында була. 17 октябрь Ҡаҙан ҡалаһына властарға “ғәйебен” танырға (с повин ной) килә. Аҙнағолдо аманат сифатында Ҡаҙанда ҡалдыралар. Башҡорттар баш күтәрмәһен өсөн батша властары борон-борондан старшина, тархандарҙың үҙҙәрен йәки улдарын аманат рәүешендә тотор булған.
1816 йылда Аҙнағол Тимеров 11-се башҡорт кантонында йорт (юртовой) старшинаһы булып хеҙмәт итә. Уның командаһында Гәрәй улысының 8 ауылы, шул иҫәптән Үрге һәм Түбәнге Такталасыҡ ауылдары булған. 1798 йылда кантон идаралығы системаһы индерелгәс, улустар йорттарға (юрт) бүленә. Йорттар исем менән түгел, ә һандар менән билдәләнеп йөрөтөлә. Был осорҙа инде Аҙнағолдоң улы Әхмәҙей Аҙнағолов (Мутин) та йорт старшинаһы булып хеҙмәт итә. Уның ҡарамағында биш ауыл теркәлгән. 1816 йылғы ревизия (халыҡ иҫәбен алыу) буйынса Үрге Таҡталасыҡ ауылында 285 кеше (башҡорттар) көн иткән. Заманына күрә ҙур башҡорт ауылы булған. Түбәнгеһендә 52 башҡорт һәм 89 типтәр (килешеү буйынса килеп ултырғандар) иҫәпләнгән. Аҙнағолдың тағы бер улы Туҡтағол Мутин 11-се башҡорт кантонында зауряд-сотник булып хеҙмәт итә.
Милли хәрәкәт эшмәкәре Илдархан Мутин
Сәнғәт эшәмәкәре Мөхтәр Мутин
1917-1919 йылдарҙа Башҡортостан автономияһы өсөн көрәштә Мутиндар әүҙем ҡатнаша. Илдархан Ибраһим улы Мутин милли хәрәкәт етәкселәренең береһе була, Зәки Вәлидиҙең яҡын арҡаҙашы, офицер Ғүмәр Мутин 3-сө Башҡорт уҡсы полкында хеҙмәт итә. Күренекле сәнғәт эшмәкәре Мөхтәр Мутин Башҡорт драма театры үҫешендә ҙур роль уйнай, ул 1922-1924 йылдарҙа театрҙың баш режиссеры була.
Советтар Союзы Геройы Шәриф Сөләй­мәнов
Краснокама районы Яңы Ҡайынлыҡ ауылынан Советтар Союзы Геройы Шәриф Сөләймәнов Гәрәй башҡорттарының ғорурлығы булып тора. Арҙаҡлы йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Филүс Гәрәев шулай уҡ Гәрәй ырыуы башҡорттарынан. Ул Краснокама районының Иҫке Йәнйегет ауылында тыуған.
Халыҡ артисы йырсы Филүс Гәрәев
Бөгөн Гәрәй ырыуы башҡорттары үҙҙәренең данлы тарихы менән ҡыҙыҡһына, милли булмышты тергеҙергә ынтыла. Краснокама районының Аҡтанышбаш ауылы егете, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты хеҙмәткәре Радик Бәхтиев был йүнәлештә әүҙем эш башҡара. Ул Гәрәй ырыуы башҡорттары ойошмаһын етәкләй. 2016 йылда Радик Бәхтиев Татарстандың Таҡталасыҡ ауылында Мутиндарға бағышланған иҫтәлекле таш асты. Үҙе лә ошо данлы нәҫелдән. Быйыл Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе К. Толкачев, Таҡталасыҡҡа барып, Мутиндарҙы иҫкә алыу тантанаһында ҡатнашты.
Гәрәй ырыуы башҡорттары ойошмаһы етәксеһе Радик Бәхтиев
Азат Юлан, тарихсы.
Читайте нас: