Мең ырыуы биләгән территория Башҡортостандың Ауырғазы, Баҡалы, Бишбүләк, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Бәләбәй, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Шишмә, Әлшәй райондарына инә. Бынан тыш меңдәр күрше Татарстандың Минзәлә, Сарман, Туҡай райондарында йәшәй. Хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Красногвардейск районы ерҙәрен дә Мең башҡорттары төйәк иткән.
Тарихсылар билдәләүенсә, меңдәрҙең тамырҙары беҙҙең эраның икенсе мең йыллығы башында Һырдаръя йылғаһы тамағына һәм Арал буйына күсеп ултырған Көньяҡ Себер, Алтай һәм Урта Азияның төрки ҡәбиләләренә барып тоташа.
Мең башҡорттары 16-сы быуаттың уртаһында Башҡортостандың урыҫ дәүләтенә ҡушылыуы барышында әүҙем ҡатнаша. Был дәүерҙә мендәрҙе арҙаҡлы Ҡәнзәфәр бей етәкләй. Ул меңдәрҙең Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшенә етәкселек итә. Тарихи сығанаҡтар буйынса, Ҡәнзәфәр бей мең ырыуы башлыҡтары Томан, Урман, Ҫыблыҡ менән бергә мең башҡорттарының Урыҫ дәүләте составына инеү шарттары тураһында һуң һөйләшеүҙәр алып барған. Килешеү төҙөлгәндән һуң мең башҡорттары батшанан үҙ ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғын раҫлаған жалованный грамота ала.
Ҡәнзәфәр бейгә тархан дәрәжәһе бирелә. Урыҫ дәүләтенә ингәс, Мең ырыуы ерҙәре Нуғай даруғаһының Мең улысын тәшкил итә. 18-се быуат уртаһында мең башҡорттары 477 хужалыҡ (двор) тәшкил итә.
1888 йылда Өфөгә тиклем тимер юл һалынғас, мең башҡорттары әүҙем рәүештә ҡымыҙ һатыу кәсебенә күсә, бынан тыш бөтөн Рәсәйҙән ҡымыҙ менән дауаланыу өсөн тимер юл буйындағы мең башҡорттары ауылдарына кешеләр ағыла башлай.
Мең ырыуынан башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре лә сыҡҡан. 19-сы быуаттың данлы башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла - Илкүл-Мең ырыуы башҡорттарына ҡараған Туҡһанбай ауылынан (хәҙерге Миәкә районы). Данлыҡлы дипломат, 20-се йылдарҙа Сәғүд Ғәрәбстанында Совет илсеһе булып эшләгән Кәрим Хәкимовты ғәрәптәр “ҡыҙыл паша” тип йөрөтәләр. Кәрим Хәкимов - Ҫарылы-мең башҡорттарынан. Уның тыуған ауылы Дүсән бөгөн Бишбүләк районында урынлашҡан. Үкенескә ҡаршы, Ҫарылы-мең ырыуы башҡорттары, татарса уҡытыу сәбәпле, үҙҙәрен татар тип иҫәпләп йөрөгәндәр. Бөгөнгө көндә тарихи хәтер ҡабаттан ҡайта. Ҫарылы-мең башҡорттарының тарихи-мәҙәни үҙәге эшләп килә.
Данлыҡлы яҙыусы, “Һауыр ҡумта”, “Думбыра сыңы”, “Каруан” исемле күләмле тарихи романдар авторы Әхиәр Хәкимов та - Мең ырыуы башҡорттары вәкиле. Ул тыумышы менән Дәүләкән районы Яңы Йәнбәк ауылынан. Был төбәктә Өршәк-Мең ырыуы башҡорттары йәшәй.
Һанай китһәң, мең башҡорттарынан сыҡҡан аҫыл улдар һәм ҡыҙҙар бихисап. Советтар Союзы Геройҙары Хоҙат Булатов (Әлшәй районының Себенле ауылы), Солтан Бикәев (Әлшәй районының Әбдрәшит ауылы), Мостафа Ғәзизов (Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылы), дәүләт эшмәкәрҙәре Зиннәтулла Булашев (Өфө районының Ҡарашиҙе ауылы), Башҡортостандың элекке Эске эштәр министры, милиция генерал-лейтенанты Әнәс Хәсәнов (Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылы), билдәле ғалимдар Фәнил Фәйзуллин (Өфө районының Яңы Ҡарашиҙе ауылы) һәм Розалия Солтангәрәева (Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылы), журналистар Лариса Абдуллина (Дәүләкән районының Мәкәш ауылы), Нил Дистанов (Бүздәк районының Киҫкәйылға ауылы), сәнғәт эшмәкәрҙәре Светлана Хәкимова (Әлшәй районының Иҫке Сәпәш ауылы), Рәмилә Сәлимгәрәева (Дәүләкән районының Хөсәйен ауылы), Венер Камалов (Миәкә районының Исламғол ауылы), Хәлисә Мөҙәрисова (Иглин районының Меңъетәр ауылы) һәм башҡалар.
Шулай итеп, Мең ырыуы башҡорттары бай тарихы менән дә, бөгөнгө арҙаҡлы шәхестәре менән дә дан тота.
1. Мең ырыуы ерҙәре картаһы.
Ҡәнзәфәр бей. Ф. Ф. Исламов һүрәте. Ябалаҡлы ауылында йыйын. 20-се быуат башы фотоһы. Ҡара Яҡуп ауылынан бай башҡорт ғаиләһе. Круковский фотоһы. 1908 йыл. Ҡара Яҡуп ауылының бер төркөм ир-уҙаманы. Круковский фотоһы. 1908 йыл. Ҫыбы-мең ырыуының Күсем аймағы башҡорто. Күсем ауылы. С. Руденко фотоһы. 1916 йыл. Мифтахетдин Аҡмулла һүрәте.