-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт ырыуҙары
27 Декабрь 2019, 18:47

Юрмый ырыуы

Юрмый ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә бөгөн Татарстан Республикаһының Әлмәт, Лениногорск, Бөгөлмә, Аҙнаҡай һәм Мөс­лим райондары урынлашҡан. Был ырыуҙың биләмәһенең күп өлөшө элек Минзәлә өйәҙенә ҡараған, шуға ла уларҙы Минзәлә башҡортта­ры тип атайҙар. 1920 йылда Юрмый ырыуы ерҙәренең күпселек өлөшө Татарстанға бирелгән. Ә Башҡор­тостанда иһә юрмый башҡорттары Баҡалы районында йәшәй.

Урманай, Һөйөндөк, Урсай, Әзмей, Мостафа, Саҡат, Ҡамышлытамаҡ ауылдары Юрмый ырыуына ҡарай.
Татарстанда ҡалған Юрмый ыры­уы башҡорттарының киң билдәле ауылы, әлбиттә - Аҙнаҡай. Башҡорт ауылы икәнлеген исеме үк әйтеп тора. Ул ауыл Аҙнаҡай районының үҙәге булып тора. Әлмәтмулла исемле тағы бер юрмый башҡорттары ауылы Әлмәт районына исем биргән.
Арҙаҡлы башҡорт ғалимы Ризаитдин Фәхретдинов.
Юрмый ырыуы башҡорттарынан күп кенә арҙаҡлы шәхестәр сыҡҡан. Шуларҙың иң бил­дәлеһе - мәшһүр башҡорт ғалимы, дин әһеле Ризаитдин Фәхретдинов. Ул 1859 йылда Кисеүсат исемле юрмый башҡорттары ауылында тыуған (хәҙерге Татарстандың Әлмәт районы). 1912 йылда бирелгән паспортында ла Кисеүсат ауылы башҡорто тип яҙылған (һүрәтте ҡарағыҙ).
Ризаитдин Фәхретдиновтың паспорты.
1891 йылда Өфөгә күсеп килә. Бында ул Рәсәй мосолмандары диниә назаратында эшләй. Арҙаҡлы башҡорт зыялылары Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Зәйнулла Рәсүлевтар менән хеҙмәттәшлек итә.
Ике башҡорт ғалимы Ризаитдин Фәхретдинов менән Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев 1895 йылда венгр ғалимы А. Вамбериҙы Башҡортостан буйлап оҙатып йөрөй, уға башҡорт теле буйынса материалдар йыйыуҙа ярҙам итә.
1917 йылда Ризаитдин Фәхретдин ихлас күңел­дән Башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушыла. 1917 йылдың декабрендә Ырымбурҙа Каруанһарайҙа үткән 3-сө Дөйөм Башҡорт ҡоролтайында әүҙем ҡатнаша. Башҡортостан автономияһының Кесе ҡоролтайына (парламентына) ағза итеп һайлана.
Ризаитдин Фәхретдиновтың Ғабдрахман һәм Ғәбделәхәт исемле улдары ла автономия өсөн көрәштә ҡатнаша. Ғәбделәхәт Фәхретди­нов 1917 йылдың көҙөндә Ырымбур губернаһы башҡорттары исеменән Рәсәй ойоштороу йы­йылышына депутат итеп һайлана.
Милли хәрәкәт эшмәкәре, яҙыусы Ғабдрахман Фәхрет­динов.
Өлкән улы Ғабдрахман Фәхретдинов мил­ли хәрәкәт етәкселәренең береһе була. 1918 йылдың авгусында Башҡортостан хөкүмәтенең мәғлүмәт бүлеге мөдире булып эшләй. Бер үк ваҡытта “Башҡортостан хөкүмәтенең теле” гә­зитенең мөхәррире була.
1919 йылда Ғабдрахман Фәхретдинов Башҡорт Совет Республикаһының Социаль тәьминәт халыҡ комиссары вазифаһын башҡара. 1920 йылдан Башҡортостандың Дәүләт нәшриәтендә эшләй. 1923-1924 йылдарҙа БАССР Хөкүмәтендә (Башсовнарком) тәржемәсе була. Хөкүмәт ҡарарҙарын, бойороҡтарын башҡортсаға тәржемә итеү эше менән шөғөлләнә.
20-се йылдар башында Ғ. Фәхретдинов башҡорт халҡының тарихын өйрәнә, материалдар туплай. Ошо эштең һөҙөмтәһе булып, 1925 йылда, уның “Башҡорт тарихы” тигән китабы донъя күрә. Был хеҙмәтендә ул боронғо дәүерҙәрҙән алып хәҙерге көндәргә, йәғни Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы барлыҡҡа килгән ваҡытҡа тиклем башҡорт халҡының тарихына байҡау яһай.
Күренекле башҡорт яҙыусыһы һәм дәүләт эшмәкәре Афзал Таһиров.
Юрмый башҡорттарынан сыҡҡан тағы бер күренекле шәхес - яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре Афзал Таһиров. Ул 1890 йылда Бөгөлмә өйәҙе­нең Абдрахман ауылында (хәҙерге Татарстандың Әлмәт районы) тыуған. 1931 йылда Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Коми­тетының рәйесе итеп һайлана. 1934 йылда Башҡортостан Яҙыусылар со­юзын ойоштора һәм уның тәүге рәйесе итеп һайлана, “һалдаттар”, “Ҡыҙылгвардиясылар”, “Ҡыҙылармиясылар” исемле роман-трилогия яҙа.
Яҙыусы, драма­тург Фазыл Туйкин.
Яҙыусы, драматург Фазыл Туйкин да - шулай уҡ Юрмый ырыуы башҡорттарының күренекле вәкиле. Ул 1887 йылда Бөгөлмә өйәҙенең Зәй-Ҡаратай ауылында тыуған (хәҙерге Татарстандың Лениногорск районы). Ул күп кенә әҫәрҙәр яҙа. Башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен туплай. Фазыл Туйкиндың иң күренекле әҫәре 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарына бағышлана. 1812 йылда “Ватан ҡаһармандары” исемле тарихи-пьеса яҙа. Унда башҡорт яугирҙарын данлай. Уның ағаһы Кәбир Туйкин да яҙыусы булараҡ таныла.
Советтар Сою­зы Геройы Фәйзулла Әһлединов.
Советтар Союзы Геройы Фәйзулла Әһлединов та - юрмый башҡорттарынан. Ул 1915 йылда Минзәлә өйәҙенең Һаҫыҡкүл ауылында (хәҙере Татарстандың Аҙнаҡай районы) тыуған. Һуғыш ваҡытында взвод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. 1943 йылда Днепрҙы сыҡҡан­да күрһәткән батырлығы өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Шулай итеп, Юрмый ырыуы башҡорттары үҙенең күренекле шәхестәре менән дан тота. Улар - башҡорт халҡының тарихында яҡты эҙ ҡалдырған ир-уҙамандар.
Азат ЮЛАН, тарихсы.
Читайте нас: