13-14-се быуаттарҙа Йылан ырыуы башҡорттары Баҙы йылғаһы үҙәндәренә, Ағиҙел һәм Тере Танып йылғаларының түбәнге ағымына, Ыҡ һәм Сөн йылғаларының үрге ағымына күсеп ултыра. Бында улар Байлар, Бүләр, Гәрә, Йәлдәк, Йәнәй, Ҡырғыҙ, Таҙ, Ыуаныш исемле башҡорт ырыуҙары менән күрше була.
Йылан ырыуы, үҙ сиратында, Иҙел-Йылан, Ҡыр-Йылан, Эске-Йылан ырыуҙарына бүленә. Хәҙер Йылан ырыуы башҡорттары Башҡортостандың Борай, Дүртөйлө, Илеш, Йәрмәкәй, Саҡмағош, Туймазы, Шаран һәм Яңауыл райондарында, шулай уҡ Татарстандың Баулы районында йәшәй.
Йылан ырыуы башҡорттарынан күп кенә данлы шәхестәр сыҡҡан. Шулар араһынан Советтар Союзы Геройҙары: Йәрмәкәй районының Яңы Шах ауылынан летчик Ғәли Мәжитов, Туймазы районының Мулла ауылынан (ул хәҙер Октябрьский ҡалаһы эсендә ҡалған) данлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы Шәкирйән Ғәтиәтуллин, Шаран районының Шаранбаш-Князево ауылынан Мирхәй Фәрхетдинов. Бынан тыш Туймазы районының Үрге Бишенде ауылынан генерал-лейтенант Камил Ғәниев менән Йәрмәкәй районының Һыуыҡкүл ауылынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының һуңғы иҫәп яугиры 101 йәшлек Мөғин Нуғаев та шулай уҡ Йылан ырыуы башҡорттарының ғорурлығы булып тора.
Күптән түгел йылан башҡорттарынан сыҡҡан тағы бер герой асыҡланды: Туймазы районының Япрыҡ ауылынан полковник Ғәни Ғәлимов. Ул 1938 йылда Хәсән күлендә лейтенант дәрәжәһендә япондарға ҡаршы һуғышта батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Башҡорт батырының даны бөтөн Ҡыҙыл Армияға тарала. Хатта, уның ҡаһарманлығына һоҡланып, композитор А. Новиков “Лейтенант Галимов” тигән йыр яҙа.
2019 йылдың 8 ноябрендә Ғәни Ғәлимовҡа тантаналы рәүештә иҫтәлекле таҡтаташ асылды. 19-сы быуатта уның ҡарт ҡартатаһы Әбделвәхит Һатыҡаев та Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт иткән. Зауряд-сотник дәрәжәһендә булған. Ғәлимовтар нәҫеле ысын мәғәнәһендә башҡорт батырҙары булып тора. Ғәни Ғәлимов- тан тыш, капитан Әхәт Ғәли улы менән өлкән лейтенант Асаф Ғәбдрәхим улы Ғәлимовтар ҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Улар, илде һаҡлап, ошо оло яуҙа һәләк була. Тағы ла летчик, майор Рафик Ғәбдрәхим улы Ғәлимов та ошо нәҫелдең ғорурлығы булып тора.
Йылан ырыуы башҡорттары яҙыусы, шағирҙар менән дә дан тота. Улар араһында Туймазы районының Кәкребаш ауылынан сатирик шағир Тимер Арыҫлан, Шаран районының Бәзгәй ауылынан яҙыусы Йософ Гәрәй, Бишбүләк районының Яңы Бикташ ауылынан яҙыусы Ғабдулла Әхмәтшин, Йәрмәкәй районының Исламбаҡты ауылынан яҙыусы Йәүҙәт Ильясов, Йәрмәкәй районының Йәрмәкәй ауылынан яҙыусы Мөкәрәмә Садиҡова һәм башҡалар бар.
Сәнғәт эшмәкәрҙәренән РСФСР-ҙың халыҡ ар- тискаһы Гүзәл Сөләймәнова (Йәрмәкәй районы), режиссер Рифғәт Вәлиуллин (Туймазы районы), дәүләт эшмәкәре Фоат Хантимеров (Йәрмәкәй районының Усман-Ташлы ауылы), академик Фәйез Хафизов (Туймазы районының Иҫке Туймазы ауылы) ошо данлы ырыуы башҡорттарының арҙаҡлы вәкилдәре булып тора.