-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт ырыуҙары
13 Февраль 2020, 15:14

Ҡырғыҙ

Тарихсылар билдәләүенсә, Ҡырғыҙ башҡорттарының тамырҙары Алтайҙа һәм Урта Азияла көн иткән боронғо төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Ҡырғыҙ” исемен бөгөнгө ҡырғыҙ халҡы менән генә бәйләргә ярамай. Ҡырғыҙ исеме ҡаҙаҡтарҙа, тываларҙа, үзбәктәрҙә лә билдәле.

Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ырыуҙарының береһе Ҡырғыҙ тип атала. Был ырыу, үҙ сиратында, ике ырыуға бүленә. Береһе Ҡаҙыҡай-Ҡырғыҙ тип аталһа, икенсеһе Тәңкәй-Ҡырғыҙ исемен йөрөтә.
13-14-се быуаттарҙа Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары Сөн һәм Ыҡ йылғалары буйына һәм Ыҡ менән Өҫән йылғалары ҡушылған урында таралып ултыра, бында улар Гәрәй, Йылан, Йәнәй һ.б. башҡорт ырыуҙары менән күрше була.
Хәҙерге көндә Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары биләгән территория Башҡортостандың Баҡалы, Илеш, Краснокама, Туймазы, Шаран райондарына һәм күрше Татарстандың Аҡтаныш, Аҙнаҡай, Ютазы, Баулы, Туҡай райондарына ҡарай.
Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары арҙаҡлы шәхестәре менән дә дан тота. Советтар Союзы Геройы Талип Нурҡаев (Баҡалы районы Үстем ауылы), спорт атлауы буйынса күп тапҡырҙар донъя чемпионы Әһли Күсемов (Баҡалы районы Иҫке Ҡатай ауылы) Ҡырғыҙ ырыуына ҡарай. Илеш районынан Ҡырғыҙ ырыуы вәкилдәре – күренекле башҡорт шағиры Ринат Хәйри (Урмәт ауылы), шағир һәм дәүләт эшмәкәре Роберт Миңнуллин (Шәммәт ауылы), Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Суфиян Поварисов (Төпәй ауылы), Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт академия театрының арҙаҡлы актеры Рәфил Нәбиуллин (Иҫке Хажи ауылы), Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы Иҙрис Кәлимуллин (Шәммәт ауылы), билдәле Рәсәй йырсыһы Алһыу Сафина (атаһы Рәлиф Сафин Уяндыҡ ауылынан). Әйткәндәй, Алһыу ата-бабаларының төбәген онотмай. Ул декабрь айында Илеш районы Уяндыҡ ауылында ҡунаҡта булып китте.
Беларусь Республикаһының сит ил эштәре буйынса министры Урал Латипов та шулай уҡ – Ҡырғыҙ башҡорттарынан, тыумышы менән Баҡалы районының Яңы Ҡатай ауылынан. Ул 2001-2004 йылдарҙа Белорусь Республикаһы Президенты хакимиәтен етәкләне.
Шулай итеп, Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары бөгөн төрлө өлкәлә хеҙмәт иткән, юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән ырыуҙаштары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Ул шәхестәр дөйөм башҡорт халҡының ғорурлығы булып тора.
Азат ЮЛАН, тарихсы.
ҺҮРӘТТӘРҘӘ:
1.Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары йәшәгән территория;
2.Талип Нурҡаев;
3.Әһли Күсемов;
4.Ринат Хәйри;
5. Рәфил Нәбиуллин
6.Роберт Миңнуллин;
7.Суфиян Поварисов;
8.Иҙрис Кәлимуллин;
9.Алһыу Сафина;
10.Урал Латипов.
Читайте нас: