Был байрам көнө ғаилә һәм туғанлыҡ ептәрен нығытыр өсөн барлыҡҡа килгән.
Апай-ағайҙарҙы ғына түгел, ә ҡусты-һеңлеләрҙе лә ҡотлап үҙегеҙҙең һөйөүегеҙҙе күрһәтегеҙ, йылы һүҙ - йән аҙығы икәнен онотмайыҡ, дуҫтар!
Ғаиләгеҙ ныҡ булһын, нәҫелегеҙ артып торһон, туғанлыҡ ептәре ныҡ булһын!
Әйҙәгеҙ, дәррәү генә яҙышып алайыҡ: һеҙҙең ғаиләлә нисә бала үҫә, үҙегеҙ нисәнсе бала, ниндәй ырыуҙан (кем "Аманат" журналын уҡып бара - шул кеше үҙенең ырыуын белә). Комментарийҙа изге теләктәрегеҙҙе лә ҡушып ғаиләгеҙ тураһында яҙабыҙ, фотолар ҙа ҡуйырға онотмайбыҙ!