Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары арҙаҡлы шәхестәре менән дә дан тота. Советтар Союзы Геройы Талип Нурҡаев (Баҡалы районы Үстем ауылы), спорт атлауы буйынса күп тапҡырҙар донъя чемпионы Әһли Күсемов (Баҡалы районы Иҫке Ҡатай ауылы) Ҡырғыҙ ырыуына ҡарай. Илеш районынан Ҡырғыҙ ырыуы вәкилдәре – күренекле башҡорт шағиры Ринат Хәйри (Урмәт ауылы), шағир һәм дәүләт эшмәкәре Роберт Миңнуллин (Шәммәт ауылы), Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Суфиян Поварисов (Төпәй ауылы), Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт академия театрының арҙаҡлы актеры Рәфил Нәбиуллин (Иҫке Хажи ауылы), Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы Иҙрис Кәлимуллин (Шәммәт ауылы), билдәле Рәсәй йырсыһы Алһыу Сафина (атаһы Рәлиф Сафин Уяндыҡ ауылынан). Әйткәндәй, Алһыу ата-бабаларының төбәген онотмай. Ул үткән йылдың декабрь айында Илеш районы Уяндыҡ ауылында ҡунаҡта булып китте.