+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт ырыуҙары
19 Август 2020, 15:42

Йәлдәк ырыуы

Төньяҡ‑көнбайыш башҡорттарына ҡараған ырыуҙарҙың тағы береһе Йәлдәк тип атала. Йәлдәк башҡорттары бөгөн Башҡортостанда ике өлөшкә бүленеп урынлашҡан. Уларҙың күпселек өлөшө хәҙерге Борай, Бүздәк, Дүртөйлө, Илеш һәм Саҡмағош райондарына йәшәһә, икенсе өлөшө Төньяҡ Башҡортостанда төйәкләнгән. Улар йәшәгән биләмә бөгөн Ҡариҙел, Мишкә, Благовещен һәм Нуриман райондарына инә.

Йәлдәк башҡорттары өс ырыуға бүленә: Бүре‑Йәлдәк, Ҡыр‑Йәлдәк һәм Өфө‑Йәлдәк. Һуңғыһы Өфө (Ҡариҙел) йылғаһы буйын төйәк иткән. Йәлдәктәрҙең тамғалары ла һаҡланған. Был ырыуҙың төп тамғалары булып ике ҡабырға, әүернә һәм һәм һәнәк һанала.
Тарихсылар фекеренсә, Йәлдәк башҡорттары 13–14 быуаттарҙа Ағиҙел йылғаһының һул яры буйлап урынлашҡан һәм Ҡыпсаҡ ырыуы йоғонтоһон кисергән. 15–16 быуаттарҙа йәлдәктәрҙең
бер өлөшө төньяҡҡа Тере Танып йылғаһының һул ярына, артабан Өфө йылғаһының урта ағымына күсенә һәм Йылан, Ҡаңлы, Таҙ, Ун ырыуы башҡорттары менән күрше булып йәшәй, һуңынан улар йәлдәк башҡорттарының Өфө‑Йәлдәк ырыуын тәшкил итә.
Хәҙерге көндә Йәлдәк башҡорттары Борай районының – Борай, Дүсмәт, Мостафа, Үтәгән, Шишмә‑Борай, Камил, Яңы Йәлдәк, Сармаш ауылдарында, Илеш районының Үрге Манчар, Иләкшиҙе,
Түлегән, Бишҡурай, Кесе Бишҡурай, Ташшишмә ауылдарында, Саҡмағош районының – Үрге Аташ, Ҡарғалы, Имәнлеҡул, Яңы Ҡот, Ҡараерек ауылдарында, Ҡариҙел районының Үрештамаҡ, Үреш-Битулла, Нуғай һәм башҡа ауылдарында йәшәй.
Йәлдәк башҡорттарынан сыҡҡан иң данлыҡлы шәхес, әлбиттә, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев. Ул 1922 йылда Илеш районының Иләкшиҙе ауылында тыуған. 1944 йылдың авгусына тиклем 76‑сы гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья командиры гвардия капитаны Муса Гәрәев 164 хәрби осош яһай, батырлыҡтары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1945ьйылдың 23 февралендәге Указына ярашлы, Лениньордены һәм “Алтын Йондоҙ” миҙалы менән бергә Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Ә инде 1945 йылдың мартына тиклем хәрби осоштары 207‑гә барып етә. 1945 йылдың апрелендә ул икенсе тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Муса Гәрәев йәлдәктәрҙең генә түгел,
бөтөн башҡорт халҡының, Башҡортостандың ғорурлығы булып тора.
Йәлдәк ырыуы башҡорттарынан арҙаҡлы фән эшмәкәрҙәре лә сыҡҡан. Шулар араһынан күренекле башҡорт телсеһе, филология фәндәре докторы, профессор Ҡасим Әхмәров. Ул 1900 йылда Борай ауылында тыуған. Троицк ҡалаһында арҙаҡлы дин әһеле, мәғрифәтсе әүлиә Зәйнулла ишан Рәсүлевтың “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә белем ала. Ҡасим Әхмәров үҙенең ғүмерен башҡорт телен өйрәнеүгә бағышлай, ғүмеренең ахырынаса Өфөлә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. Йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт яҙа. Шул иҫәптән, урыҫ‑башҡорт һүҙлеге, башҡорт әҙәби теленең һүҙлеге, башҡорт-урыҫ һүҙлеген төҙөй. Бынан тыш – ул мәктәп уҡыусылары өсөн башҡорт теле дәреслеге авторы.
Борай ауылынан тағы бер күренекле Йәлдәк ырыуы вәкиле, Башҡортостан китап палатаһының (Матбуғат архивының) тәүге директоры Мөбәрәкйән Әмиров. Ул Башҡортостан китапханаларының, Башҡортостан китап палатаһының үҫешенә ҙур өлөш индерә. Республиканың матбуғат архивына 30 йыл етәкселек итә.
Билдәле биолог- генетик, Башҡортостан фәндәр академияһы академигы, профессор, биология фәндәре докторы, Биохимия һәм генетика институты директоры Эльза Камил ҡыҙы Хөснөтдинова ла – шулай уҡ йәлдәк башҡорто. Уның тамырҙары Илеш районы Үрге Манчар ауылынан. Уның атаһы – күренекле педагог, ғалим, профессор Камил Әхиәров.
Йәлдәк башҡорттарынан арҙаҡлы сәнғәт эшмәкәрҙәре лә сыҡҡан. Шуларҙың береһе күренекле композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Тәлғәт Шәрипов. Ул 1928 йылда Саҡмағош районы Имәнлеҡул ауылында тыуған. Композитор матур йырҙары менән халыҡ күңелен яулай. Уның бер‑бер артлы күп кенә йырҙар йыйынтығы донъя күрә. Тәлғәт Шәрипов башҡорт йыр сәнғәтендә юйылмаҫ яҡты эҙ ҡалдырған.
Азат ЮЛАН, тарихсы.
2 Өфө-Йәлдәк башҡорттарының аҫаба ерҙәре.
3 Осоусы, герой Муса Гәрәев.
4 Ғалим, телсе Ҡасим Әхмәров.
5 Ғалим, биолог Эльза Хөснөтдинова.
6 Ғалим, педагог Камил Әхиәров.
7 Композитов Тәлғәт Шәрипов.
Ырыу тамғаһы
Читайте нас: