-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт ырыуҙары
14 Октябрь 2020, 15:45

Рәсәй төбәктәренә – башҡорт әҙәбиәте

Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәренә туған телдә китаптар ебәрелде

Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхана тарафынан милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәренә туған телдә китаптар ебәрелде.
Башҡортостанға күрше урынлашҡан 7 төбәк: Силәбе, Ҡурған, Һамар, Ырымбур, Һарытау өлкәләре, Пермь крайындағы китапханаларға һигеҙ мең дананан ашыу китап оҙатылды. Сара “Рәсәй халҡы берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортостан халыҡтарын үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә бойомға ашырылды, ти, Милли китапхана директоры Юлдаш Ураҡсин.
Акцияның маҡсаты – илебеҙ төбәктәрендәге милләттәштәребеҙгә рухи-мәҙәни ярҙам күрһәтеү. Китаптар араһында башҡорт классиктары әҫәрҙәре, фәнни китаптар, һүҙлектәр һәм балалар әҙәбиәте бар. Исемлектә бөтәһе 86 китап. Улар Рәсәй төбәктәрендәге 18 китапханаға бүленгән.
Читайте нас: