+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт ырыуҙары
21 Октябрь 2020, 20:52

Шәжәрәһен белмәҫ элек үҙен татар тип иҫәпләй ине

Яңыраҡ Дилбәр апайҙың ҡыҙына мәктәптән шәжәрәһен төплө өйрәнеп, конкурсҡа әҙерләнергә тәҡдим итәләр. Фәхретдиновтар Өфөләге Милли архивҡа мөрәжәғәт итә һәм... аптырап ҡала.

Октябрьский ҡалаһының "Ынйылар" вокал ансамбле етәксеһе Дилбәр Нәзир ҡыҙы Фәхретдинова Туймазы районына килен булып төшкән. Ҡайныһы нәҫел ептәре тураһында һүҙ сыҡҡанда, татар милләтенән беҙ тигән булған.
Яңыраҡ Дилбәр апайҙың ҡыҙына мәктәптән шәжәрәне төплө өйрәнеп, конкурсҡа әҙерләнергә тәҡдим итәләр. Фәхретдиновтар Өфөләге Милли архивҡа мөрәжәғәт итә һәм... аптырап ҡала. Уның тормош иптәше, ҡайныһы, барыһы ла Ҡыр - Йылан ырыуына ҡараған булып сыға! Етмәһә, бер олаталары 1812 - 1813 йылдарҙа француздарға ҡаршы Ватан һуғышында ҡатнашҡан булған икән.
Читайте нас: