+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт ырыуҙары
16 Ноябрь 2020, 16:47

Барҙым башҡорттарында ҡунаҡта

Пермь крайының Барҙым ауылы Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы хеҙмәткәрҙәренән торған делегацияны ҡабул итте.

Пермь крайының Барҙым ауылы Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы хеҙмәткәрҙәренән торған делегацияны ҡабул итте. Делегация Ғабдулла Туҡай исемендәге гимназияла урынлашҡан, октябрь айында ғына асылған башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеүгә йүнәлтелгән йәкшәмбе мәктәбендә булды.
Белем усағы “Туған тел – халыҡ йәне” тигән проект менән Башҡортостандың дәүләт һәм халыҡтар телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Республика Башлығы грантына ойошторолған конкурста ҡатнашып, еңгәйне. Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлмәһен йыһазландырыуға сертификат тапшырҙы.
Йәкшәмбе мәктәбе яңыраҡ ҡына асылһа ла унда 30 бала шөғөлләнә. Дәрестәр шәмбе һайын ике төркөмдә уҙғарыла: 3-сө, 4-се һәм 5-се, 6-сы синыфтар өсөн. Уларҙы Тәтешле районы Үрге Тәтешле 1-се мәктәбе уҡытыусылары Зилә Нуриханова, Лиза Фәтхуллина һәм Альбина Әүхәҙиева уҡыта.
“Дәрестәргә балалар ҙур теләк менән йөрөй, башҡорт алфавитын өйрәнделәр, туған телдә шиғырҙар, йырҙар өйрәнәбеҙ”, - ти проекттың етәксеһе Альбина Әүхәҙиева.
Пермь – Ғәйнә башҡорттары төйәге, Туҡтамыш Ишбулатов менән Исмәғил Тасимов тыуған ер. Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә бында башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, Уҫа даруғаһының Ғәйнә улусы старшинаһы Туҡтамыш Ишбулатовҡа арналған скульптура комплексы асылды. Комплекс шәхестең бюсынан һәм Ишбулатовтар нәҫеле шәжәрәһенән ғибәрәт.
Шулай уҡ Барҙымда “Пермь крайының мәҙәни байлығында Урал башҡорттары” тигән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Ул Ғәйнә ырыуы этнографияһына, крайҙа йәшәүсе башҡорттарҙың тарихы һәм киләсәгенә, уларҙың милли кейемдәренең үҙенсәлектәренә арналғайны.
Рәсәй фәндәр академияһының хәбәрсе-ағзаһы, академияның Урал бүлегенә ҡараған Пермь фәндәр үҙәге Тарих, археология һәм этнография бүлегенең этнологик тикшеренеүҙәр секторы етәксеһе, тарих фәндәре докторы Александр Черных түңәрәк өҫтәлдә Пермь башҡорттарының этник мәҙәниәте тураһында доклад менән сығыш яһаны һәм урындағы башҡорттарҙың милли кейемендә, айырыуса түбәтәйҙәрҙә сағылған биҙәктәрҙең уникаль булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте, уларҙы Матди булмаған ҡомартҡылар федераль каталогына индереү өҫтөндә эш алып барыуы тураһында әйтте.
Читайте нас: