+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт ырыуҙары
20 Февраль 2021, 14:42

Туғанлыҡ ептәрен ҡайтанан бәйләүсе Әлфирә өләсәйемә ҙур рәхмәт!

Илебеҙ халҡы, дошманға ҡаршы яуға күтәрелеп, фронтта һәм тылда тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәтә. Шул көндән һуң күпме илау-һыҡтауҙар, күпме ҡан түгелә. Күпме яугирҙың ғүмерен өҙгән, кешеләрҙе туғандарынан айырған, балаларҙы етем иткән был яуыз һуғыш!

1941 йыл. 22 июнь. Йәйҙең иң матур таңында ҡанға туймаҫ Гитлер Рәсәйҙең сиген үтеп, илебеҙгә мәкерле рәүештә һуғыш аса. Ҡәһәрле һуғыш, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Илебеҙ халҡы, дошманға ҡаршы яуға күтәрелеп, фронтта һәм тылда тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәтә. Шул көндән һуң күпме илау-һыҡтауҙар, күпме ҡан түгелә. Күпме яугирҙың ғүмерен өҙгән, кешеләрҙе туғандарынан айырған, балаларҙы етем иткән был яуыз һуғыш!
Бөрйән районы Әтек ауылында йәшәүсе Әлфирә өләсәйем һөйләүенсә, Ишембай районы Ялтыран ауылында ғүмер итеүсе Ғәйшә өләсәй Кульчукова ла ошондай яҙмышлы кешеләрҙең береһе. 2019 йылдың октябрь айынаса ул атаһы - Байморатов Усман Шәйәхмәт улы һәм атаһы яҡлап туғандары тураһында бер нәмә лә белмәй йәшәй. Сөнки Усман олатай Байморатов (өләсәйемдең Шәйәхмәт олатаһы һәм Әминә өләсәһенең улдары) илебеҙгә дошман ябырылғас һуғышҡа китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул китеүҙән ҡайта алмай. 1942 йылдың 28 декабрендә Сталинград өлкәһе өсөн барған яуҙа батырҙарса һәләк була. Усман олатай яуға киткәндә Алтынбикә исемле ҡатыны , ике ҡыҙы - Татлыбикә һәм Ғәйшә ҡала. Тормош иптәше һуғышта һәләк булғас, Алтынбикә өләсәй ҡыҙҙарын алып үҙенең тыуған яғына ҡайта. Бик күп йылдар үтә, ҡыҙҙар үҫә, кейәүгә сығып балалар үҫтерә. Туғанлыҡ ептәре өҙөлә...
Әлфирә өләсәйем туғандар шәжәрәһен ныҡлап өйрәнгәндә, Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Байморатов Әхтәм ағаһы, Ләлә еңгәһе аша Ғәйшә инәйҙе таба һәм кәңәшләшеп барып күреп ҡайтырға ҡарар итәләр. Был осрашыуға өләсәйем, Сафия (өләсәйемдең бер туған һеңлеһе) һәм Азат Ҡолмәнбәтовтар, Хәмиҙә һәм Ильшат Байморатовтар, Ләлә һәм Әхтәм Байморатовтар бара. Уларҙы Ғәйшә өләсәйҙең балалары Фәрзәнә, Сәимә, Гүзәл инәйҙәр, Рәйес, Ильдус бабайҙар бик йылы ҡаршы алалар. Ғәйшә өләсәйҙең 80 йәшлек юбилейына атаһы яғынан туғандары менән танышыу, ейәндәренә “Үлемһеҙ полк” парадында ҡатнашыу өсөн эшләтеп алынған транспарант ҡәҙерле бүләк булды. Ғәйшә өләсәйҙең балалары менән күңелдәре булғансы һөйләшеп, туғандар араһында оҡшашлыҡтар табып, тағы ла осрашырға һүҙ бирешеп таралыша улар.
Аяуһыҙ һуғыш йылдары айырған туғанлыҡ ептәрен ҡайтанан бәйләүсе Әлфирә өләсәйемә ҙур рәхмәт!
Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй. Аяҙ күгебеҙ, яҡты киләсәгебеҙ, тыныс тормошобоҙ өсөн аяуһыҙ көрәшкән батырҙарыбыҙҙы – һуғыш һәм тыл ветерандарын – оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ. Беҙҙән һуң да киләсәк быуындар уларҙы белеп үҫергә тейеш. Улар беҙгә ысын батырлыҡ һәм тоғролоҡ өлгөһө.
Арыҫлан Ҡотлобаев, Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡыусыһы,
2020 йылда “Аманат” журналдында үткрелгән “Еңеү еңел бирелмәне” конкурсында ҡатнашыусы.
Читайте нас: