+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт ырыуҙары
30 Март 2021, 12:45

Юрматы ырыуы

Юрматы – данлы башҡорт ырыуҙарының береһе. 13—14 быуаттарҙа юрматылар Ялан Зәй һәм Шишмә йылғалары (Кама йылғаһы ҡушылдыҡтары) буйында йәшәйҙәр. 15 быуатта Юрматы ырыуының төп өлөшө көньяҡ‑көнсығышҡа күсенә... дауамы:

Күсенгәс Ағиҙел йылғаһы бассейны ерҙәрҙе: Ашҡаҙар, Егән, Ҡуғанаҡ, Стәрле, Тәйрүк, Һуҡайлы, Һәләүек йылғалары үҙәндәрен, Нөгөш йылғаһы уң яҡ ярын, һәм Өршәк йылғаһының һул ярын биләйҙәр. Ырыу башлығы Тәтегәс бей үҙенең арҡаҙаштары юрматыларҙың түбә башлыҡтары Ҡармыш, Илсектимер, Аҙнай бейҙәр менән бергә 16 быуаттың икенсе яртыһына Рус дәүләтенә ҡушылыу тураһында батша Иван Грозныйҙан грамота алалар. Юрматы башҡорттарының ерҙәре дүрт өлөшкә: Ҡармыш, Тәтегәс, Илсектимер, Аҙнай түбәләренә бүленәләр. Һуңынан улар Ҡармыш, Илсектимер, Аҙнай улыстарын тәшкил итә.
17 быуаттыта юрматыларҙың бер өлөшө Кесе Уран, Туҡ йылғалары үрге ағымына күсенә. Юрматы башҡорттары йәшәгән территория хәҙерге көндә Башҡортостандың Ғафури, Ишембай, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ һәм Фёдоровка райондарына, Ырымбур өлкәһенең Беляев, Красногвардейский һәм Новосергиев райондарына, Һарытау өлкәһенең Перелюб районына инә.
Юрматылар борон-борондан башҡорт халҡының ижтимағи тормошонда мөһим роль уйнағандар. Улар араһынан арҙаҡлы яу етәкселәре, милли хәрәкәт эшмәкәрҙәре, данлы яугирҙар сыҡҡан.
1735–1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе Килмәк Нурышев юрматы башҡорттарынан. Уны халыҡ батыр һәм абыҙ, йәғни уҡымышлы тип йөрөтә. Килмәк батыр 1704–1711 йылдарҙағы Башҡорт ихтилалы ваҡытында баш күтәргән башҡорттарҙың илселеге составында Ҡырымда төрөк солтаны һәм Ҡырым ханы менән һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша.
Дөйөм башҡорт йыйынын үткәреү инициаторҙарының береһе (йыйын 1734 йылдың декабернәд уҙғарыла), унда яңы ихтилал башлау тураһында ҡарар сығарыла. Нуғай даруғаһында 3 меңлек отряд йыя, 1735 йылдың июнендә көрәш башлай. Июль башында Ергән тауынан көньяҡтараҡ Чириков командаһын тар‑мар итә. Шул уҡ йылдың сентябренән алып Аҡай Күсемов менән берлектә Өфө янында һуғыша.
1736 йылдың 29 июнендә Ыҡ йылғаһы буйында Килмәк батыр отряды А.И.Румянцев етәкселегендәге батша ғәскәренә һөжүм итеп, уны тар‑мар итә. Килмәк батыр 1737 йылдың февраль башында Табын ҡәлғәһендә ҡулға алына һәм Өфөгә, унан — Минзәләгә ҡәлғәһенә, 1738 йылда С.‑Петербургҡа оҙатыла. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
1740 йылда башҡорт ихтилалын икенсе юрматы башҡорто етәкләй, уның исеме Миңлеғол Юлаев була. Әммә ул халыҡ араһында Ҡараһаҡал исеме менән таныла. Ҡараһаҡал шулай уҡ Килмәк Нурышев кеүек уҡымышлы кеше була, ул хажға барып ҡайтҡан һәм әүлиәлек сифаттарына эйә булған. 1740 йылдың башында Ҡараһаҡал баш күтәреүселәр тарафынан башҡорт ханы Солтангәрәй тип иғлан ителә.
Ғәскәр туплап батша карателдәренә ҡаршы һуғыша. 1740 йылдың йәйендә ҡанлы һуғышта яраланған Ҡараһаҡал иҫән ҡалған яуҙаштары менән Ҡаҙаҡ далаһына китә. 1749 йылда шунда вафат була. Уның хөрмәтенә башҡорт ҡурайсылары Ҡараһаҡал маршын сығара.
1812 йылғы Ватан һуғышында юрматыларҙан Ҡаһым түрә исемле яу башлығы таныла. Уның ысын исеме Ҡасим Мырҙашев. Ул тыумышы менән хәҙерге Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылынан. Ҡаһым түрә француз яуынан ҡайтып барғанда 1813 йылда вафат була. Уның яуҙаштары оло ҡайғынан “Ҡаһым түрә” исемле йыр сығара. Бөгөнгө көндә уның хөрмәтенә тыуған ауылы Айыусыла һәйкәл ҡуйылған.
1917–1919 йылдарҙа Башҡортостан мөхтәриәте өсөн көрәштә юрматына башҡорттары алғы сафта була. Автономия өсөн хәрәкәтте юрматы башҡорто Әхмәтзәки Вәлиди етәкләй (Ишембай районы Көҙән ауылынан). Был көрәштә юрматыларҙан байтаҡ арҙаҡлы шәхестәр ҡатнаша. Ишембай районы Кинйәбулат ауылынан Әүхәҙей Ишмырҙин Вәлидиҙең тоғро дуҫы һәм уң ҡулы була. Башҡорт ғәскәрҙәрен ойоштороу эше менән туранан-тура Әүхәҙей Ишмырҙин шөғөлләнә.
Ишембай районы Тирмәнйылға ауылынан Һиҙиәтулла Сәғәҙиев 1919 йылда Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә, һуңынан Башҡортостандың мәғариф комиссары була. Ырымбур өлкәһе Мерәҫ ауылынан Кәрим Иҙелғужин дәүләт эшмәкәре булып таныла, “Башҡортостан” гәзитенең мөхәррире булып эшләй, һуңынан республиканың мәғариф комиссарлығын етәкләй.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда юрматылар легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивимзияһында ҡаһарманлыҡтары менән дан ҡаҙана. Федоровка районы Оло Сытырман ауылынан Ғәбит Әхмәров, Стәрлебаш районы Өмөтбай ауылынан Сафа Хәсәнов Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Юрматы башҡорттарынан арҙаҡлы яҙыусы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Булат Рафиҡов. Ул тарихи романдар авторы, шул иҫәптән “Ҡараһаҡал” романын яҙған. Билдәле тарихы, тарих фәндәре докторы Рим Йәнғужин шулай уҡ юрматы башҡорттарының данлы Айыусы ауылынан.
Читайте нас: