+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт ырыуҙары
20 Апрель 2021, 17:36

Дыуан һәм Дыуанай ырыуҙары

Дыуан һәм Дыуанай ырыуҙарын бер тамырҙан сыҡҡан ырыуҙар тип иҫәпләй тарихсылар. Билдәле булыуынса дыуан ырыуы Әйле ырыуҙар берләшмәһе составына ингән булған. Әйткәндәй, “Дыуан” этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, монголдарҙа һәм үзбәктәрҙә лә билдәле.

Дыуан башҡорттары 13 быуат — 14 быуат башында Ағиҙел йылғаһының урта ағымында урынлаша. Артабан улар Әй йылғаһы буйына күсенә, бында улар ҡатай, ҡошсо, әйле башҡорттары менән күрше йәшәй. Дыуандарҙың бер өлөшө Табын ырыуҙары төркөмдәре менән Инйәр йылға тамағында төпләнә.
Башҡортостан Рус дәүләте составына ингәндән һуң, дыуандарҙың ерҙәре Дыуан улысын тәшкил итә. Хәҙерге көндә дыуан башҡорттары биләгән ерҙәр Башҡортостандың Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Нуриман райондарына инә. Ә инде Дыуан районы ошо ырыуҙың исемен йөрөтә. Әйткәндәй, 1917 йылда Башҡортостан автономияһы ойошторолғас, ул 13 кантонға бүленә, шул иҫәптән Дыуан кантоны булдырыла. 1919 йылда Ҡошсо кантоны менән берләштерелеп, Башҡортостандың Дыуан-Ҡошсо кантонын тәшкил итә. 1922 йылда Оло Башҡортостан барлыҡҡа килгәс, республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәге ҙур Дыуан кантонына берләштерелә.
Дыуан ырыуы башҡорттарынан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр ҙә байтаҡ. Улар Башҡортостан тарихында яҡты эҙ ҡалдырғандар. Шулай араһынан билдәле архитектор, сәнғәт белгесе, СССР‑ҙың Төҙөлөш һәм архитектура акад. мөхбир ағзаһы, сәнғәт ғилеме докторры һәм профессор, РСФСР‑ҙың атҡ. архитекторы Барый Ғибат улы Кәлимуллин (Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылынан). Ул башҡорт халыҡ төҙөлөш сәнғәте өлкәһендәге фәнни тикшеренеүҙәргә, ауылдарҙы планлаштырыуға, Башҡортостандың ҡала төҙөлөшөнә нигеҙ һала. Данлыҡлы летчик, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Ҡәниф улы Латипов (Дыуан районы Яңы Мишәр ауылынан), билдәле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камал (Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылынан).
Дыуанай исемле ҙур булмаған башҡорт ырыуының да үҙенсәлекле тарихы бар. Дыуанайҙар 13 быуаттан Ыҡ, Ағиҙел һәм Сәрмәсән йылғалары буйына килеп төпләнеп, ҡаңлы, ҡаршын ырыуы башҡорттары менән күрше йәшәгәнлеге билдәле. Башҡортостан Рус дәүләте составына ингәндән һуң, дыуанайҙарҙың ерҙәре Дыуанай улысын тәшкил итә. Хәҙерге көндә дыуанай башҡорттары биләгән ерҙәр Башҡортостандың Бөрө, Благовар, Кушнаренко, Мишкә һәм Саҡмағош райондарына инә.
Дыуанай башҡорттарынан Башҡортостан сәнғәте һәм әҙәбиәтенә ҙур өлөш индергән шәхестәр сыҡҡан. Шулай араһынан билдәле яҙыусы, романдар авторы Әкрәм Вәли (Саҡмағош районы Аблай ауылынан), моңло тауышлы йырсы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Илфаҡ Смаҡов (Саҡмағош районы Рапат ауылынан), талантлы актриса, шағирә, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәғиҙә Янбулатова (Кушнаренко районы Баҡай ауылынан).
Азат ЮЛАН
Читайте нас: