Башҡорт википедияһы 1-30 сентябрҙә «Башҡорт исемдәре 202» тигән яңы конкурс ойоштора. Унда республиканың белем биреү учреждениелары уҡыусылары ҡатнаша ала.
Башҡорт теленең һүҙ байлығын өйрәнеү, башҡорт исемдәренең тылсымлы серен асыҡлау, интернетта башҡорт теле даирәһен артабан үҫтереү, исемдәр аша халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре, шәхес исемдәре менән бәйле республиканың ер-һыу атамалары, тарихи-мәҙәни объекттары тураһында мәғлүмәтте барлыҡ донъяға еткереү маҡсатында уҙғарыла.
Конкурс Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырылған проект сиктәрендә ойошторола һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән «Башҡорт тарихы йылы» проектының бер өлөшө булып тора. Тематик йылға йомғаҡ яһағанда конкурс һөҙөмтәләре лә иҫәпкә алына.
«Проект күптән әҙерләнгән, ләкин быйыл ғына тематик йылдан файҙаланырға һәм уҡыусыларҙың Башҡорт Википедияһының ижади эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныуын үҫтерергә хәл иттек. Республикабыҙҙың һәләтле балаларға бай икәнен беләбеҙ, шуға Википедия проекты сиктәрендә уларҙы ижади һәм белем биреү ирекмәнлегенә йәлеп итеү теләге бар», – ти конкурсты ойоштороусы, журналист һәм ирекмән З. Әйле.
Конкурстың бүләк фонды – 120 мең һум. Әүҙем ҡатнашыусыларҙы, яҙылған һәм талаптарға тап килгән мәҡәләләр һанына ҡарап, Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн башҡорт телендәге матбуғат баҫмаларына («Аҡбуҙат», «Йәншишмә», «Аманат», «Йәшлек», «Шоңҡар») яҙылыу, OZON интернет-магазины сертификаттары, виртуаль миҙалдар һәм портфолиоға дипломдар көтә.
Конкурсты ойоштороусылар — «Викимедиа РУ» Энциклопедик белем таратыуға булышлыҡ итеү буйынса коммерцияға ҡарамаған партнерлығы; Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды; Мәғариф һәм фән министрлығы; Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы; Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы; Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды; «Башҡортостан Викимедиасылары».