+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт ырыуҙары
9 Декабрь 2021, 16:27

Буҙа эскән, сырхау белмәҫ

Буҙа – халҡыбыҙҙың шифалы эсемлектәренең береһе. Туҡлыҡлы ла, һаулыҡҡа ла файҙалы. Күп сирҙәрҙән дауа. Витамин һәм минералдарға бай был ризыҡ ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервылар системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта. Буҙа менән һыйлау –  ҡунаҡҡа айырыуса хөрмәт күрһәтеү билдәһе лә булған. Буҙа әҙерләүҙең бер нисә ысулын тәҡдим итәбеҙ:

Буҙа эскән, сырхау белмәҫ
Буҙа эскән, сырхау белмәҫ

Буҙа әҙерләүҙең бер ысулы.
Геркулес ярмаһы - 4 стакан, талҡан - 2 стакан, аҡ май- 5-6 ҡалаҡ, әҙ генә туң май кәрәк буласаҡ.
1. Иң тәүҙә духовкала геркулесты ҡыҙҙырып алабыҙ. Был мөһим, сөнки зыянлы тип һаналған фитин кислотаһы юҡҡа сыға. Шунан блендер, йә иһә ит үткәргес аша үткәрәбеҙ. Аҡ майҙы, иретелгән туңмайҙы ҡушып бутайбыҙ.
2. Магазинда һатылған йә үҙегеҙ эшләгән талҡан онон һалҡын һыуға һалып болғатабыҙ ҙа утта бешерәбеҙ. Ҡайнап сыҡҡас, өҫтөнә ҡайнар һыу өҫтәйбеҙ. Был масса ҡуйы ғына кеҫәл кеүек килеп сыға.
3. Майлы геркулес оно менән талҡан кеҫәлен бергә ҡушабыҙ, өҫтөнә 3 литр самаһы ҡайнар һыу ҡоябыҙ ҙа яҡшылап бутайбыҙ.
4. Ҡалын сепрәк менән урап, йылы урынға бер тәүлеккә ҡуябыҙ.
5. Бер тәүлектән һуң ул тағы ла ҡуйыра, тағы ла шыйыҡлап, ҡайнар һыу өҫтәйбеҙ, тик үтә лә шыйыҡ булырға тейеш түгел.
6. Иләк аша ошо массаны һөҙәбеҙ ҙә, йылы урынға ҡуябыҙ. 1-2 тәүлектән ул ҡабарып сыға, әҙ генә шәкәр өҫтәйбеҙ. Әҙер буҙаны һалҡын урында һаҡлайбыҙ. Әсеп китһә, шәкәр ҡушып тағы ҡабартып алабыҙ.

Буҙа эшләүҙең тағы ла бер ысулы:

23 г аҡ май, 125 г һоло ярмаһы, 6 г он, 32 г әсетке, 85 г шәкәр ҡомо, самалап һыу.
   Ваҡланған һоло ярмаһын йыуып, 10-30 минутҡа ебетергә ҡуйығыҙ. Һыуын һарҡытып, елһеҙ урында киптерегеҙ ҙә төйөгөҙ. Төйөлгән һоло онона еңелсә ҡыҙҙырылған бойҙай оно, ҡайнар аҡ май һалып болғатығыҙ. Уға ҡайнап торған һыу һалып, ҡуйы шыйыҡса барлыҡҡа килгәнсе туҡығыҙ ҙа ярты сәғәткә йылы урынға ҡуйып тороғоҙ. Ошо ваҡыт үткәс, тағы ҡайнар һыу ҡойоп, яҡшылап иҙегеҙ. Унан ҡабарһын өсөн әсетке, шәкәр ҡомо һалып, ябып тороғоҙ. Ҡабарып сыҡҡас иҙмәне, ҡайнатылған йылы һыу менән шыйыҡлатып, һөҙөгөҙ. Шунан буҙаны, әсеһен өсөн, ябып тороғоҙ. Әҙер буҙа ҡуйы ғына, әскелтем, иретелгән һары май төҫөндә була.

                                                                 Әбйәлилсә буҙа
   Бик борондан быуын-быуындан күсә килгән был ризыҡты Әбйәлилдәр шартына килтереп эшләй белә.
Буҙа әҙерләү өсөн яҡшы һоло ашлығы кәрәк. Тәүҙә уны һуғып, ҡабығынан айырып алаһың. Магазиндарҙа таҙа һоло ла һатыла. Ошо һолоно йыуып, киптереп, бер аҙ ҡурырға. Шунан килелә төйөргә кәрәк. Әгәр ярма булһа, төймәһәң дә ярай. Бигерәк файҙалы иткегеҙ килһә, һолоно йыуғас та, бер тәүлек йылы урында тотоп, аҙ ғына шыттырып алаһың. Шунан ғына ҡураһың.
   Әҙер һоло өҫтөнә (бер биҙрә буҙа өсөн ике килограмдай һоло кәрәк) һыйырҙың бер сынаяҡтай иретелгән эс майын эҫе көйөнсә ҡойоп болғатаһың. Ошо ярмаға ҡайнап торған һыу ҡойоп, ҡуйы ҡаймаҡ кеүек булғас, бер аҙға йылы урынға ултыртып тораһың. Бер аҙ һыуынғас, ярты сынаяҡ өҫтөндәй икмәк сүпрәһе йәки магазинда һатылған буҙаны ҡойоп, ике аш ҡалағы шәкәр ҡомо һалып бутап, бер аҙ ҡайнап һыуытылған һыу өҫтәргә. Шыйыҡлап, йылы урынға ултыртып ҡуйырға. Бер тәүлектән ул ҡабарып сыға.
   Тишекле сүмес аша һөҙөп, ярмаһын айырып алырға ла, тағы ла бер аҙ шәкәр өҫтәп, йылы урынға ултыртып ҡуйырға. Бер тәүлектән буҙа эсергә әҙер була. Теләгән кеше туң май урынына аҡ май ҡуша ала.
   Буҙаны һапырып (шапырып), болғатып торһаң, тәмлерәк була. Күперектәр буҙаның төбөнә тиклем төшөп, бызырлап торорға тейеш. ( Был рецепты Әбйәлил районы, Һәйетҡол ауылынан Бибиямал Әбдрәхим ҡыҙы Батталованың (1911 йыл тыуған) һөйләгәндәрен ейәнсәре Гөлназ яҙып алған.)

Учалыса буҙа


   Буҙа учалыларса тағы ла еңелерәк эшләнә. Өс литр һыу, 07 гр банка геркулес, бәләкәй ҡалаҡ аҡ май, өс-дүрт ҡалаҡ шәкәр ҡомо һалаһың да, бер сәғәт бешерәң. Һыуынғас, бер стакан буҙа әсеткеһе ҡушып болғайһын. Икмәккә тигән ҡомалаҡты ла ярты сынаяҡ һалырға мөмкин. Әсетергә ҡуяһың. Ҡабарып сыҡһа, эре иләк аша һөҙәһең. Буҙа әҙер. Эсер алдынан шәкәр ҡомон самалап, тәм өсөн өҫтәйһең.
   Ҡайһы берәүҙәр эҫеләй һөҙә лә, шунан әсетке һала. Ҡуйыраҡ булһа, һыу өҫтәп ебәрергә лә була.

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Буҙа эскән, сырхау белмәҫ
Буҙа эскән, сырхау белмәҫ
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: