Билдәле шәхестәрҙең бала сағы
Факиһа Туғыҙбаева
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаева 1950 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Бәләкәй Ҡаңны ауылында тыуа.
Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын “Башҡортостан пионеры” (“Йәншишмә”) гәзитендә башлай. 1979 йылдан алып, байтаҡ йылдар “Пионер” (“Аманат”) журналында эшләй. 1991–2011 йылдарҙа “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире була. Егерменән ашыу китап авторы.
– Факиһа апай, бала сағығыҙ, мәктәп йылдарығыҙ тураһында һөйләп үтегеҙ әле?
– Атайым Һаҙый Мөхәмәтвәли улы – 1898, әсәйем Саҙиҡа Шәйәхмәт ҡыҙы 1913 йылда тыуған. Яҙмыш уларҙы икеһе лә тол ҡалған аяныслы мәлдәрендә осраштыра. Әсәйемдең Кәфиә менән Зәкиә исемле ҡыҙҙары, атайымдың Зөфәр исемле улы була. Мин үҫкәндә улар ҙур ине инде. Кәфиә апайым һауынсы, Зәкиә апайым элеваторҙа йөк ташыусы булып эшләй
торғайны.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атайым фронтҡа китә. “Ҡан хәтере” исемле поэмам нәҫелем, атайым тураһында. Атайым һуғыштан ҡаты сирләп ҡайта. Ул үлгән 1954 йылда беҙҙең өй төндә янып китә. Уныһын яҡшы иҫләйем: миңә – 4 йәш, ҡустым Исламморатҡа – 2 йәш, янған өйөбөҙгә икәүләп ҡарап торабыҙ. Аяғымдың бер бармағы ныҡ итеп беште, янғындың уты сәсрәп. Шулай, өйөбөҙ күҙ алдында янды ла бөттө. Көҙ етеп килә, ә беҙ кешелә йәшәйбеҙ. Ахырҙа әсәйем менән Ҡаңны-Төркәйгә күсеп килдек. Тирә-яҡта – сыуаштар. Селинка тигән ауылдан мунсаға тигән бура һатып алып, өй итеп һалып индек. Ҡустым менән шул өйҙә үҫтек. Әсәйем ауыл дауаханаһында санитарка булып эшләне, уның тырышлығы арҡаһында ризыҡ ҡытлығын күрмәнек. Әйткәндәй, ул хәлле кешенең ҡыҙы булған, ата-әсәһен һөргөнгә ебәреп бөткәндәр.
Артабан – мәктәп йылдары. Ҡаңны-Төркәй мәктәбен 1927 йылда яҙыусы Хәким Ғиләжевтың атаһы, Ауыл советы рәйесе Ғабдрахман Ғиләжев ауылдаштар көсө менән берлектә, һалдыр ған. Ул ике ҡатлы, ярайһы уҡ ҙур ғына. Төп мәктәп булғанлыҡтан, күрше-тирә урыҫ ауылдарынан килеп уҡынылар. Ошо мәктәптә мин тик яҡшы билдәләренә генә уҡып, урта белем алдым. Мәктәптә төп белем башҡортса бирелде. Тик урыҫ теленән уҡытыусыбыҙ, нишләптер, йыш-йыш алышынып торҙо. Урыҫ балалары ла башҡортса уҡыны. Бөтөнөбөҙ ҙә башҡортса ғына аралаштыҡ.
Кәфиә апайым бер ҡыҙыҡ хәлде гел генә хәтерләй торғайны. Мин беренсе синыфта уҡып йөрөйөм икән. Әсәйем хәреф танымағас, өйҙә дәрес әҙерләтеүсе кеше юҡ. Нишләргә? Ә минең менән уҡытыусы балалары уҡый. Улар мәктәпкә Әлифбаны үтеп килгән. Шунан мин апайыма: “Апай, үҙемә тигән шәкәрҙе һиңә бирәм, өйрәт инде мине хәреф танырға”, – тип әйтәм, ти.
Өҫ-башыбыҙ әллә ни шәптән түгел, шул уҡ ваҡытта үтә хөрт тә булманы. Етем балаларға тип, мәктәп үҙе әллә ҡайҙан юллап кейем дә бирҙе.
– Шиғриәт донъяһына тәүге аҙымдарығыҙ ҡасаныраҡ башланды?
– Алтынсы синыфта уҡығанда Ҡаңны-Төркәй урта мәктәбенә уҡытырға йәш шағирҙар – Самат Ғәбиҙуллин менән Барый Ноғоманов килде. Улар әҙәби түңәрәк ойоштороп ебәрҙе. Бөтөнөбөҙ йыйылышып, шағир булырға тырышып киттек, шикелле. Дәррәү уҙышып, ижад иттек.
Самат, Барый ағайҙар, яҙғаныбыҙҙың оҡшамаған ерен төҙәткеләп, матурлап ҡуя. Өйрәнсек булһа ла, шиғырҙарыбыҙҙы “Башҡортостан пионеры” гәзитенә ебәрә башланыҡ. Редакциянан беҙгә хаттар яуа ғына. Уларҙы беҙ бик шатланып уҡый торғайныҡ. Тора-бара, мин “Совет Башҡортостаны” гәзитенә лә яҙыша башланым.
…Хәтерләйем, ап-аҡ ҡар яуа. Мин мәкенән, Сәрмәсәндән көйәнтәләп, һыуҙан ҡайтып киләм.
Беҙҙең ауылда, урамға яңғырап торған громкоговоритель бар ине. Шунан шағирҙарҙың шиғыр
уҡығанын ишетәм. Ҡолағымды ҡарпайтып, быларҙы тыңлайым. Рәми Ғарипов ҡәләмдәше Баязит Бикбайға арналған “Ҡарлуғас” шиғырын уҡый. Һәм шул шиғырҙы беренсегә ишеткәндән алып, күңелемдә Рәми Ғарипов йәшәй.
– Ижад башында, мәктәп осоронда инде, мәҙәк хәлдәргә юлыҡҡанығыҙ булдымы?
– Булды! Бер мәл, “Башҡортостан пионеры”нда псевдоним менән фельетон (исемен хәтерләмәйем) баҫылып сыҡты. Ул малайҙарҙың шуҡлығы тураһында ине. Фельетонды мин яҙмаһам да, шиғыр яҙғас, барыһы ла мин тип уйлаған. Бының өсөн малайҙарҙан, үәт, миңә эләкте! Бер аҙҙан “Башҡортостан пионеры”нан хат килеп төштө. Минән бер синыф алда уҡыған Фатихҡа Рәхмәт хаты булып сыҡты был. Шулай итеп, мин – туҡмаҡ, ә теге малай Рәхмәт хаты алды.
Тағы бер ҡыҙыҡты ла һөйләйем әле. Тәлғәт исемле бик шуҡ малай уҡый торғайны беҙҙең мәктәптә. Уның тәртип боҙоуҙарына ҡарата яҙылған шиғырымды громкоговорителдән уҡығайным.
“Атайым йоҡлап ята ине. Шиғырҙы ишетеп, уянып китте. Тыңлап ята торғас, уның күҙҙәре асыла бара, асыла бара. Ахырҙа, ҡаштарын төйнәп, тороп ултырҙы. Ҡурҡышымдан тиҙ генә урамға сығып ҡастым,” – тип һөйләне был малай миңә аҙаҡтан.
Синыфыбыҙҙа өс отличник булдыҡ. Икәүһе – уҡытыусы балаһы, мин бер үҙем – ярты етем. Үҙем тырыш булғанмындыр инде.Уҡыуға хөрт уҡыусыларҙы күреп, былар нишләп аңламай икән, нишләп насар беләләр икән, тип, шаҡ ҡата торғайным.
Университетҡа уҡырға киткәндә: “Һине математик булыр, тип өмөтләнгәйнем,” – тип, уҡытыусым Зәйтүнә апай, үпкәләп тороп ҡалды. Ә мин, филологияны һайланым. Хәйер, математикаға ылығыуым да аңлашыла, сөнки шиғыр яҙыу өсөн математиканың булышлығы ифрат ҙур икәнен тойомланым. Сөнки шиғырҙың үлсәме теүәл, логикаһы булырға тейеш. Университетҡа уҡырға исеме ярайһы таныш шағирә булып килдем, ҡәләмемде ташламаным.
– Балалар әҙәбиәтенә, матбуғатына алып килгән хеҙмәт юлығыҙ нисек башланды?
– 1972 йылда “Башҡортостан пионеры” гәзитендә яуаплы секретарь булып эшләгән Сафуан ағай Әлибаев мине эшкә саҡырҙы. Миңлеғәле Яҡупов баш мөхәррир ине. Бүлек мөдире булып эшләй башланым. Минең ҡул аҫтында Тимер Йосопов, Зөһрә Ҡотлогилдина, Йомабикә Ильясова, Таңһылыу Ҡарамышева, Мәхмүт Һибәтовтар эшләп алды. Ул заманд “Башҡортостан пионеры” гәзите менән “Пионер” журналы редакциялары Коммунистик урамдың 45-се һанлы йортонда урынлашҡан ине. “Пионер”ҙа ул мәлдә яҙыусы-фронтовик Шәриф Бикҡол баш мөхәррир ине.
Ниһайәт, беҙгә Матбуғат йортонан урын бирҙеләр. Һәр беребеҙгә айырым бүлмә. Хөрриәт!
Ике редакция бер коллектив булып, дәртләнеп эшләйбеҙ. Динис Бүләковты – “Пионер”ҙың, ә Сафуан Әлибаевты “Башҡортостан пионеры”ның баш мөхәррирҙәре итеп тәғәйенләнеләр. 1979 йылда “Пионер” журналына эшкә күстем. Динис Бүләков, Венер Йәнбәков, Зиннәт Әминев, Рита Мөхәмәҙиева, Искәндәр Ниғмәтйәнов, Хәмит Насыров, һин – Зөбәржәт Ғәзизова, бөтөнөбөҙ бергә, бер туғандай, дуҫ-татыу, илһамланып эшләнек. Уҡыусыларҙан көн дә тоҡлап хаттар алдыҡ, уларға кәңәш-яуаптар яҙҙыҡ. Подписка мәсьәләһе, журналға материалдар туплау өсөн төрлө райондарға командировкаларға сыҡтыҡ. Журнал уҡыусы балалар, яҙыусылар менән өҙлөкһөҙ бәйләнеш тоттоҡ.
– Һеҙ – “Аҡбуҙат” журналын ойошторған кеше. Ул нисек, ниндәй шарттарҙа донъя күрә башланы?
– Булат ағай Рафиҡов – “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире – мине саҡыртып алды. “Кес-
кәйҙәргә тәғәйенләнгән журнал юҡ. “Ағиҙел”дә балалар өсөн махсус бит асайыҡ,” – тип, материалдар йыйыу, авторҙар менән эшләү, ойоштороу эштәрен миңә йөкмәтте. Номер һайын материал әҙерләй башланым. Даими авторҙар йыйылып китте. Тәүге авторҙарыбыҙ Гөлнур Яҡупова, Зарема Әхмәтйәнова, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Нәжиә Игеҙйәнова булды. Яҙыусылар Союзы мине балалар секцияһы рәйесе итеп һайлап ҡуйҙы.
Ә 1990 йылда кескәйҙәр өсөн “Аҡбуҙат” журналын ойоштороу эшен миңә ышанып тапшырҙылар. Өр-яңы журнал өсөн материалдар, авторҙар, коллектив тупланым, хеҙмәткәрҙәр өсөн эш урындары булдырыуҙы хәстәрләнем. Шулай итеп, 1991 йылдың ғинуарында 22 мең тираж менән журналдың тәүге һаны сыҡты.
– Һәм Һеҙ, Факиһа Һаҙый ҡыҙы, “Аҡбуҙат”ҡа 20 йыл етәкселек иттегеҙ, балалар өсөн нәшер ителгән баҫманың йөкмәткеһенә, биҙәлешенә юғары талаптар ҡуйып, кескәйҙәрҙең яратҡан журналына әйләндерҙегеҙ. Бөгөн дә ижад өҫтөндә булыуығыҙ ҡыуандыра. Яңыраҡ донъя күргән “Һандуғастың тыуған иле” китабығыҙ – балаларға сираттағы матур бүләк ул.
Бар ғүмерен башҡорт әҙәбиәтенә, балалар матбуғатына хеҙмәт итеүгә бағышлаған, кескәй уҡыусылар донъяһын нескә тойоусы оло йөрәкле шағирәбеҙ, Һеҙгә һоҡланабыҙ, уҡыусыларыбыҙҙың ихтирамын һәм һөйөүен еткерәбеҙ!
Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Зөбәржәт ЯҠУПОВА әңгәмәләште.
(2020 йылда “Аманат” журналының 1-се һанында баҫылған был мәҡәлә Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаеваның 70 йәшлек юбилейына арналған ине. Был яҙмамды уның яҡты рухына бағышлайым. Изге күңелле, саф йөрәкле, ихлас Факиһа апайыбыҙҙың йәне йәннәттә, урыны ожмах түрҙәрендә булһын!)