+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт ырыуҙары
30 Март 2022, 17:10

Генерал Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелеүгә ике йыл тулды

Теүәл ике йыл элек, 2020 йылдың 30 мартында илебеҙ Президенты мәшһүр генерал Миңлеғәли Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.  

“Ғәҙеллек тантана итте. Башҡортостан халҡының тырышлығы еңде”, - ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.

9 майҙа Башҡортостанға 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майорҙың Алтын Йондоҙо ҡайтты. Уны хәрби колоннала Өфө урамдары буйлап йөрөттөләр. Баш ҡаланың Совет майҙанында Алтын Йондоҙҙо ҡабул итеү тантанаһы үтте. Республика Башлығы Радий Хәбиров герой наградаһын мәңгелек һаҡлау өсөн Башҡортостан Милли музейына тапшырҙы. Республика Милли архивы бүлек мөдире Зөлфәр Ғәтиәтуллин.

Республикала 13 ноябрҙә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө билдәләнә. 1941 йылдың тап ошо көнөндә СССР-ҙың Оборона буйынса дәүләт комитеты милли формированиелар ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә.
Башҡортостанда “Генерал Шайморатов” ордены булдырылды. Беренсе награда дивизияның гвардия капитаны Мөғин Нагаевҡа бирелде. Икенсе орден менән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбделхәй Зарипов бүләкләнде. Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашып һәләк булғандарҙың ғаиләләренә лә ошо орден тапшырыла.

Генерал Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелеүгә ике йыл тулды
Генерал Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелеүгә ике йыл тулды
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: