Баш ҡалабыҙҙағы «Торатау» Конгресс-холында «Арт-Ҡоролтай. Балалар» форумы үтте. Балаларҙың һәләтен үҫтереү, уларға киң мөмкинлектәр асыу, һөнәр һайларға йүнәлеш биреүгә йүнәлтелгән сара икенсе тапҡыр ойошторолдо. Әлеге ҙур форум «Арт-Ҡоролтай» форум хәрәкәтенең бер өлөшө булып тора.
Мәҙәни форумға ярашлы, был көндө 1–нән 8 июнгә тиклем дауам итәсәк «Тамырым – башҡорт» төбәк-ара балалар һәм үҫмерҙәр форумы тантаналы асылды. Ул Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Свердловск, Төмән өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округы – Югранан, Пермь крайынан йыйылыусы 60-лап уҡыусыны берләштерҙе. Йәш делегаттарға һигеҙ көнлөк бай программа әҙерләнгән. Улар музейҙа буласаҡ, театрҙа спектакль ҡараясаҡ, «Шүлгәнташ» мәмерйәһенә сәйәхәткә лә барасаҡ. Форумда уларҙы республика мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина сәләмләп, бөтөн төбәктә эшләгән башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәренә рәхмәт белдерҙе. Был сарала милләттәштәребеҙ төрлө тематик майҙансыҡ, оҫталыҡ дәресендә булып, белемен арттырҙы, тележурналистика, кино сәнғәте өлкәһендә лә үҙҙәрен һынап ҡараны, «Мәргән уҡсы» хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллиндан уҡ атыу, Рәйес Низаметдиновтан ҡурай, ҡумыҙ уйнау серҙәренә лә төшөндө.
– Бында Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән, Александровск, Ҡыуандыҡ, Гай районынан, ҡаланың үҙенән яҡшы уҡыған, төрлө сара, конкурста яҡшы һөҙөмтә күрһәткән, әүҙем булған уҡыусыларҙы ғына алып килдек. Форум ҡыҙҙар һәм малайҙарға үҙҙәрен күрһәтергә, ниндәйҙер оҫталыҡҡа өйрәнергә ярҙам итә. Балаларға бик оҡшаны. Шундай сараларҙы йышыраҡ ойоштороп, балаларҙы күберәк алып килергә мөмкинлек булһа, бик яҡшы булыр ине, – ти Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Ейәнсура ауылындағы йәкшәмбе мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфирә Бабамөхәмәтова.
Сорғот ҡалаһындағы йәкшәмбе мәктәбе уҡытыусыһы, Юграның башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Гөлсирә Камил ҡыҙы Әбдрәшитова уҡыусылары менән республикала үткәрелгән бер саранан ла ситтә ҡалмай. Үҙҙәре лә Башҡортостандан килгән ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы ала.
Форум барышында балалар сәнғәт мәктәптәре һәм йүнәлешле колледж етәкселәре, педагогтар «Проект башланғыстарының мөмкинлектәре» күнекмәһендә, «Арт-ҡоролтай. Мәҙәниәт өлкәһендә берҙәм белем биреү киңлеген булдырыу» тигән стратегик сессияла ҡатнашты. Тәүгеһендә грантҡа нисек ғариза биреү хаҡында йәнле әңгәмә ҡоролһа, икенсеһендә мәҙәниәт өлкәһендә мәғарифты үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде, өҫтөнлөклө йүнәлештәр ҡаралды.
Сарала ҡатнашыусы балаларҙың һәләтен күрһәтеү өсөн «Киноһынауҙар», «Телесфера», «Театр – балаларға», «Хореография лабораторияһы» кеүек арт-киңлектәр ҙә эшләне. Бындай мөмкинлекте уларға Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы, «Тамыр» телеканалының күсмә студияһы, Константин Хабенскийҙың ижади үҫеш студияһы, Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы булдырҙы.
Был көндө «Башҡортостан – Евразия йөрәге. Киләсәккә ҡараш» тип исемләнгән пленар ултырыш уҙҙы. Бында белем усаҡтарынан, сәнғәт мәктәптәренән әүҙем балалар, ижади конкурста, фестиваль-олимпиадала еңеүселәр ҡатнашты. Уларҙы Башҡортостан Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова һәм республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
– Форум 1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, осраҡлы ғына үткәрелмәй, ул изге йолаға әүерелде. Өфө һәм республикабыҙ башҡаларҙы үҙенә йәлеп итеү һәм дөйөм үҫеш нөктәһенә әүерелеүе бик ҡыуандыра. Был форумда балаларға үҙҙәрен күрһәтеү өсөн ҙур мөмкинлек асыла, – тине Каринэ Хәбирова.
Пленар ултырышта ҡатнашыусыларҙың проекты бик үҙенсәлекле ине. Мәҫәлән, Бәләбәй районы Приют ҡасабаһының 2-се балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Диана Әмирханова баш ҡала музейҙарының күсмә күргәҙмәһен ойошторорға тәҡдим итһә, Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенән Станислав Бушуев ғилми эшендә киләсәк мәктәбенең архитектураһын нисек күҙаллауын яҙған.
Өфө, Октябрьский, Учалы, Сибай, Салауат ҡалаларынан мәҙәниәт йүнәлешендәге уҡыу йорттары ҡуйған күргәҙмә лә килеүселәрҙе үҙенә йәлеп итте. Бында һәләтле балалар уҡырға инеү буйынса мәғлүмәт алып ҡына ҡалманы, улар ойошторған оҫталыҡ дәрестәрендә лә ихлас ҡатнашты.
"Йәшлек" Гөлназ Шәйхетдинова.