-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт ырыуҙары
26 Август 2022, 14:12

Баланы туған телендә Хоҙай Үҙе һөйләштерә

Быйыл йәй ауылда 4 йәшлек һоҡланғыс ҡыйыу малай менән таныштым. Исеме — Батырша. "Һаумы, хәлдәр нисек?" тип һаулыҡ һорашһаң, "Аллаға шөкөр" тип яуап бирә. Бер мәл Батыршаны һатыусы булып эшләгән әсәһе янында магазинда күреп: "Һаумы, хәлдәр нисек?" — тип ҡапыл әйткәйнем, ул...(Дауамы - сайтта)

Баланы туған телендә Хоҙай Үҙе һөйләштерә
Баланы туған телендә Хоҙай Үҙе һөйләштерә

Батырша

Быйыл йәй ауылда 4 йәшлек һоҡланғыс ҡыйыу малай менән таныштым. Исеме — Батырша. "Һаумы, хәлдәр нисек?" тип һаулыҡ һорашһаң, "Аллаға шөкөр" тип яуап бирә. Бер мәл Батыршаны һатыусы булып эшләгән әсәһе янында магазинда күреп: "Һаумы, хәлдәр нисек?" — тип ҡапыл әйткәйнем, ул ыңғайы бер: "Матур!" — тип әйтеп ысҡындырҙы.
Батыршаның ҡартатаһы ауыл мәсетенең имам-хатибы, атаһы менән әсәһе лә дин юлында. Батырша ауыл урамында башҡортса һөйләшеп йөрөгән бик һирәк малайҙарҙың береһе.
Ошо миҫалдан сығып туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыуҙа диндең әһәмиәтен аңлатыу артыҡтыр тип уйлайым. Был осраҡта баланы туған телендә Хоҙай һөйләштерәлер. Дингә ҡушып мин тағы ла иғтибар иткән бер күренеш хаҡында әйтер инем. Ҡайһы ғаиләлә атай культы һаҡлана, атайҙар үҙ урынында, шул ғаилә балалары туған телебеҙҙе ташламай. Уйланырға урын бар, егеттәр!

"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 698-се күҙәтеү

Әхмәр Үтәбай сәхифәһенән алынды.

Баланы туған телендә Хоҙай Үҙе һөйләштерә
Баланы туған телендә Хоҙай Үҙе һөйләштерә
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: