+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт ырыуҙары
15 Сентябрь 2022, 09:31

Илһам иле мәҙәктәре

“Миңә лә өләсәйҙең күлмәген йыртып ашат әле”

Илһам иле мәҙәктәре
Илһам иле мәҙәктәре


Атайым еләк йыйырға ныҡ әүәҫ булды. Әсәйем ҡан баҫымы юғары булғанға был эш төрөн бик яратманы. Ә атайым менән еләк артынан ауыл янындағы бар тауҙарҙы, уйһыуҙарҙы, хатта Ирәндек урмандарын ҡыҙырып сыға инек, беҙҙең бергә йыйған еләкте бергә ҡушһаң, бер-нисә мискә булыр ине, валлаһи. Атайым үҙе оҫта, тиҙ, таҙа йыйыр ине. Ҡайтҡас, миңә тағы еләк таҙалау эше төшә. Әсәйем таҙалап та, бороп та ҡайнатмалар әҙерләй, киптерә, ҡаҡ ҡоя. Шулай бер йәй әсәйем күп итеп ҡаҡ ҡойоп, ҡаҡ кипкәс, кипкән ҡаҡты урҙаға элеп бөткән. Урҙала быға тиклем өләсәйҙең сағыу күлдәктәре, яулыҡтары ғына тора торғайны, шул күҙәтеүсән Илһамдың күҙенә салынмай ҡалмағандыр инде. Олатаһы үткән һайын ҡаҡты йыртып алып Илһамға тоттора икән)) Илһам ҡаҡтың тәмен белеп ҡалған, тик буй бәләкәй, шуға ла ҡаҡты өләсәһенең күлмәге тип уйлап олатаһына инәлә икән: “Олатай, миңә тағы ла өләсәйҙең күлмәген йыртып ашат әле!” Олатаһынан ғына түгел, һуңынан беҙҙән дә "өләсәйҙең күлмәген" ашарға һорап көлдөрөп бөтә ине.
Хәҙер өҫтәлгә ҡаҡ ҡуйһаҡ, әйҙә өләсәйҙең күлмәген ашарға, тип саҡырабыҙ)))

📸 Фотола: Бәләкәй Илһам. Өсөнсө фотола Илһамдың өлсәһе һымаҡ ҡына итеп ҡаҡ ҡойоп, бауға теҙеп элеп бөткән Сажиҙә Чанышева (Бүздәк районы), интернеттан алған фото.

Гөлсөм Монасипова.

Илһам иле мәҙәктәре
Илһам иле мәҙәктәре
Илһам иле мәҙәктәре
Илһам иле мәҙәктәре
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: