Бөгөн Рәсәйҙә «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы» конкурсының федераль этабы башланды. Беҙҙең республика исеменән Өфөләге 107-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мирас Рәшит улы Ишдәүләтов сығыш яһай.
Һынауҙар 11-18 сентябрҙә Ставрополь крайында уҙа. Мирас Рәшит улына илдең төрлө төбәктәренән 69 коллегаһы менән иң яҡшы уҡытыусы исеме өсөн көрәшергә тура киләсәк. Дуҫтар, Башҡортостандан ҡатнашыусыға ярҙам итәйек!
Уҡытыусы медиавизиткаһы өсөн тауышты 16 сентябрҙең төнгө 12.00 сәғәтенә тиклем ҡалдырырға мөмкин. Ошо һылтанма буйынса тауыш бирергә: https://vk.cc/cgs8tw
Мирас Рәшит улы, бөтә республика һеҙҙең менән! Уңыштар!
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.